“Йыл яҡшы башланды”Республика автоинспекцияһында Яңы йыл байрамы осоронда юл-транспорт ваҡиғаларына күҙәтеү яһанылар.

31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем 53 юл фажиғәһе теркәлгән. 2016 йылдың тәүге дакадаһында был күрһәткес 111-гә тиң булған. Быйыл аварияла дүрт кеше һәләк булған, 70-е имгәнгән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығында әйтеүҙәренсә, йыл ярайһы уҡ яҡшы башланды, барыһы ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тырышты.