Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡеүәтле нәҫелдәр төйәге
Ҡеүәтле нәҫелдәр төйәгеҺәр ауылдың йөҙөн билдәләгән күренекле шәхестәре була. Хәйбулла районының Вәлит ауылын телгә алыу менән ошонда тыуып үҫкән дин белгесе, халыҡ табибы, әүлиә Ғатаулла ишан иҫкә төшә. Уның хаҡында күпселек кешенең хәбәрҙар булыуында шигем юҡ. Был тарафтарҙа йөрөргә тура килһә лә, район үҙәгенән бер яҡ ситтәрәк урынлашҡан Вәлиткә тәүге тапҡыр килеүебеҙ. Төпкөлдә урынлашҡан булараҡ, бәләкәйҙер, тигән уйыбыҙ ҙа ысынбарлыҡҡа тап килмәне. Беҙҙе йәйрәп ятҡан ҙур ауыл ҡаршы алды.

Әүлиәләр рухы мәңгеләштерелә

Янындағы бер саҡрым самаһындағы Комсомол ауылы ла күптән инде Вәлиткә тоташҡан. Сиҙәм күтәреү мәлдәрендә был яҡтарға төрлө милләт вәкилдәре эшкә ебәрелә, уларға ауыл эргәһендә яңы йорттар төҙөлә, комсомол юлламаһы буйынса килгән йәштәр ауылға Комсомол тигән исем бирә. Бөгөн ул ваҡытта килгән­дәр­ҙең күбеһе юҡ, кемдер тыуған яҡтарына кире ҡайтһа, икенселәре ситкә күсенеп кит­кән. Ике ауыл бергә һулыш ала, аралаша, донъя көтә. Урталағы мәктәп, бала­лар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, иман йорто ике яҡҡа ла берҙәй хеҙмәт итә.
Ғатаулла ишан заманында уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы, кешенең тән сирен генә дауалап ҡалмай, йән сихәтен дә бир­гән халыҡ табибы була. Ул йәштән үҙ тиҫ­терҙәренән айырылып торған, уның тура һәм үткер ҡарашын күптәр күтәрә алмаған. Ситтә уҡып ҡайтҡас, тыуған ауылына килеп төпләнә һәм бөтә ғүмерен ха­лыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүгә бағыш­лай. Аҙаҡҡы көнөнә тиклем сирлеләрҙе дауалай.
Ғатаулла ишан дини белемде Истанбулда, Бағдадта һәм Мысырҙа ала, аҙаҡ тыуған ерендә мәҙрәсә асып, Нәҡшбәндиә суфый тәриҡәтенең тәғлимәтен уҡыта. Консерватив ҡарашлы дин әһелдәре тарафынан уҡыуҙа яңы ысулдар индереүҙә ғәйепләнә. 1873 йылда властар тарафынан Зәйнулла Рәсүлев менән бергә Вологда губернаһына һөргөнгә ебәрелә. Аҙаҡ хаж ҡыла, дауалау менән шөғөлләнә, төбәктә әүлиә булараҡ таныла. 1914 йылда Вәлит ауылында вафат була.
Һуңғы йылдарҙа изге әүлиәләребеҙ рухын мәңгеләштереү, уларҙың исемен халыҡҡа ҡайтанан ҡайтарыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш башланғас, ауыл халҡы ғына түгел, район, республика халҡы улар­ҙың рухына аяттар бағышлау, ҡәбер­ҙәренә зыярат ҡылыу кеүек изге бурыстар­ҙы атҡара. Был йәһәттән үткән йыл ауылда Ғатаулла ишан йыйыны үтә, уның рухына бағышланған сарала республика диндар­ҙары, төрлө яҡтарҙан ҡунаҡтар ҡатнаша. Бөгөн Вәлиттә уның әсәһе яғынан бүлә­сәре Зифа Йәҙеһәрова йәшәй.

Бында
балаларҙы көтәләр


Ҡеүәтле нәҫелдәр төйәгеАуылдың иң бейек урынында урын­лашҡан ике ҡатлы белем усағы һәр кемде үҙенә саҡырғандай балҡып ултыра. Беҙ ҙә уны ситләтеп үтә алманыҡ. Мәктәп директоры Таһир Аслаев әйтеүенсә, әле бында 20 бала белем ала. Ҡасандыр гөрләп торған урта мәктәп тулы булмаған төп белем усағына ҡалдырылған. Быйыл беренсе класҡа биш уҡыусы килһә, артабан был һандың артыуы көтөлә, 2020 йылда улар хатта 13 баланың тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып инерен түҙемһеҙ­лек менән көтә. “Нисек тә мәктәпте һаҡлап ҡалыу яғындабыҙ. Мәктәп булмаһа, ауыл­дың бөтөрө һәр кемгә билдәле. Күрше Сиҙәм ауылында мәктәп яны интерна­ты­ның ремонттан һуң ҡайтанан сафҡа инеүе беҙҙең өсөн юғалтыуҙарға килтерҙе, юғары класс уҡыусылары шунда белем ала. Ҡайһылары Сибай һәм Өфө гимназия-интернаттарына уҡырға китә”, – ти Таһир Радмир улы.
Таһир Аслаев та ошо ауылдан. Мәктәп­тә уҡыған сағында уға “Артек”та ял итеү бәхете тейгән. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында белем ала. Туған мәктәбендә эшләү, уны күтәреү, һаҡлап ҡалыу теләге йәш уҡы­тыусыны бында алып килә. 2004 йылдан тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән белем бирһә, әле директор йөгөн тарта.
Бөгөн коллективта 11 хеҙмәткәр эшләй, уҡытыусыларҙың барыһы ла – тәжрибәле беренсе һәм юғары категориялы белгес­тәр. Башҡорт теле рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Нурғәлина коллективта иң абруйлы уҡытыусылар иҫәбендә. Күгәрсен районының Бикес ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Хәйбулла далаһына килен булып төшә. Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем алған сағында буласаҡ тормош иптәше Таһир Тимерйән улы менән таныша. Ул саҡта Таһир эшләп йөрөй, һөйгәне 1997 йылда ҡулына диплом алғас, йәштәр тыуған яғына ҡайтып төпләнә. Данир һәм Ирназар исемле ике улға ғүмер бирәләр.
Башҡортостан Республикаһының мә­ғариф отличнигы Земфира Сулпан ҡыҙы уҡыусыларына башҡорт һәм рус теле нес­кәлектәрен өйрәтеп кенә ҡалмай, уларҙың күңеленә әҙәбиәткә һөйөү ҙә һала. Уҡыусылары башҡорт һәм рус клас­сиктарының әҫәрҙәрен яратып уҡый, төрлө ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, район, республика олимпиадаларында призлы урындар яулай.
– Интернет заманында уҡыусыларҙы китап уҡытыуға ылыҡтырыу ауырлаша тигән һүҙҙәр менән килешмәйем. Дөрөҫ йүнәлеш биргәндә, уҡыусы күңеленә юл тапҡанда, ул әҙәбиәттән ситтә тороп ҡала алмай. Киреһенсә, заман технологиялары, электрон китаптар ярҙамында уҡый ала, виртуаль донъя киңлегенән үҙенә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе таба, эҙләнә. Хәҙерге заман уҡыусыһы бөтә йүнәлештә эшләй алырға, заманса фекерләргә, белем алырға бурыслы. Үҙ балаһын уға ҡамасаулыҡ итмә­һен, тауыш сығармаһын тигән уйҙанмы, әллә башҡа сәбәптәнме, күп ата-әсә компьютерҙан әкиәт ҡаратырға ултыртып ҡуя йәки телевизор ҡабыҙа. Шунлыҡтан бөгөн мәктәпкә ярым башҡортса, ярым русса һөйләшкән, хәреф­тәрҙе дөрөҫ әйтмәгән балалар килә. Күптәренең теле “әсәй”, “атай” тип түгел, ә “Маша” һәм “медведь” тип асыла. Иң ғәжәпләндергәне – балаһының телен төҙәтмәй, ата-әсәләр шуға ҡарап, үҙҙәре лә вата-емерә русса һөйләшеп маташа, – ти Земфира Сулпан ҡыҙы.
Алтыһында ни күрһә, алтмышында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Тәүҙә үҙебеҙ ту­ған телебеҙҙе боҙабыҙ, аҙаҡ аптырап бер булабыҙ. Миҫал эҙләп йыраҡ йөрөргә лә кәрәкмәй...

Гөрләп тора “Умырзая”

“Умырзая” мәктәпкәсә йәштәге учреж­дениеһында тормош ҡайнай: бында хатта мәктәпкә ҡарағанда ла балалар һаны күберәк. Бөгөн 35 бала йөрөй. Балалар баҡсаһына 2011 йылдан алып Айгөл Вә­литова етәкселек итә. Төрлө йәштәге ике төркөм эшләй, кескәйҙәр үҙ-ара дуҫ һәм татыу. 2016 йылда район етәкселеге ярҙа­мында республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға йыһаз яңыртылған, һыу үткәрелгән.
Балалар өсөн мауыҡтырғыс саралар йыш үткәрелә, төрлө программалар ниге­ҙен­дә уларҙы һәр яҡлап үҫтереү, һәләт­тәрен асыу йәһәтенән эш алып барыла. Бигерәк тә экологик тәрбиә биреү буйынса маҡсатлы эш йәйелдерелгән. “Һаумы, һаумы, әкиәт!” республика конкурсында ауылдың буласаҡ йондоҙсоҡтары еңеү яулаған. Әле коллективта ете кеше эшләй, уларҙың барыһы ла – үҙ эшенең оҫталары.
Айгөл Тимерйән ҡыҙы – оҫта бейеүсе лә, моңло йырсы ла. Ауылда үткән мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап йөрөргә лә, мәктәп уҡыусыларына бейеү серҙәрен өйрәтергә лә ваҡыт таба. Тормош иптәше Алик менән ике ул үҫтерәләр. Әйткәндәй, ире ошонда уҡ оператор булып эшләй.

Фельдшер Фәриҙә

Ҡеүәтле нәҫелдәр төйәгеБының тап шулай булыуын вәлиттәр яҡшы аңлай, сөнки уларҙың сирләргә ва­ҡыты ла юҡ, ярамай ҙа. Беренсенән, был осраҡта район үҙәгенә барыу еңелдән түгел. Сиҙәм ауылынан саҡыртылған “Ашығыс ярҙам” машинаһын көткәнсе, улар үҙ транспорты менән юлға сыға тора. Был йәһәттән 40 йылға яҡын ғүмерен ауылдаштарының сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлаған Фәриҙә Ҡыуатоваға рәхмәт әйтә улар.
Бәләкәйҙән ҡурсаҡтарын дауаларға яратҡан ҡыҙ мәктәпте тамамлағас Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. 1983 йылда ҡулына диплом алған йәш белгесте тыуған ауылына эшкә ебәрәләр. Шул осорҙан алып бөгөнгә тиклем Фәриҙә Ғиннәтулла ҡыҙы, Гиппократ антына тоғро ҡалып, яратҡан эшен башҡара.
– Ауылда йәшәгән кешеләрҙең барыһын да биш бармағың кеүек беләһең, шун­лыҡ­тан уларҙың сирен дә, дауаһын да табыуы ауырға төшмәй, – тип йылмая тәжрибәле фельдшер. – Был төбәккә хас булған ауырыуҙарҙың береһе – ҡан баҫымының юғарылығынан интегеүселәр күп. Ауылда түшәктә ятҡан өс инвалид бар. Уларҙың янына барып, хәлдәрен белешәм, кәрәкле процедуралар эшләйем. Көнөнә унға яҡын пациент мөрәжәғәт итә, ололарҙың янына шәхсән үҙем барам. Шуныһы ҡыуандыра: йылдан-йыл бәпес­тәр һаны арта, балалар күп беҙҙә.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктында эле­герәк акушерка, санитарка штаты булһа, әле уларҙың барыһының да хеҙмәтен Фәриҙә Ҡыуатова башҡара. Бинаны йылытыу, һыу ташыу, таҙартыу, тирә-яғын ҡарау ҙа уның иңендә. Тормошта бит төрлө хәлдәр була: йә сирләгән кешене тиҙ генә дауаханаға илтеү, йә кемгәлер ашығыс ярҙам күрһәтеү талап ителә. Барыһына ла өлгөрөргә тырыша ул.
– Иптәшем эшемде аңлап ҡабул итә, күп осраҡта үҙебеҙҙең машинала сирлене райондың үҙәк дауаханаһына илтәбеҙ. Төндә саҡырыу булғанда яңғыҙымды сығармай, һәр саҡ бергә йөрөй, – ти ауыл фельдшеры.
Ауылдаштары уның хеҙмәтенән бик ҡәнәғәт. “Алтын ҡуллы табибыбыҙ бит ул!” тигән фекерҙән дә юғарыраҡ ниндәй баһа бар?!
Ауылдың йәшәйешен һәм киләсәген билдәләгән, уның “йөрәген” тәшкил иткән мәктәп, балалар баҡсаһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктынан күңелебеҙ күтәре­леп сыҡты. Иң мөһиме – “өс таған” ныҡ булғанда, халҡы ла йәшәр, киләсәге лә булыр.

Иман йорто ҡот өләшә

Ҡайҙа-ҡайҙа, әммә Вәлиттә мәсет бул­ма­һа, дөрөҫлөккә тап килмәҫ ине. Ғатаул­ла ишан вариҫтары һынатмаған: 1997 йылда халыҡ үҙ көсө менән иман йорто төҙөп ултыртҡан. Ауылда тағы ла элекке мәсет бар, әммә ул, йорт булараҡ, хужа­һына тапшырылған. Мәсетле ауылда иман йәшәй, тип бушҡа әйтмәй халыҡ. Бының дөрөҫлөгөнә үҙебеҙ ҙә инандыҡ, имам-хатип Фәнил хәҙрәт Иҫәнъюлов менән танышып сыҡтыҡ.
Йылы, ҡотло мәсеттә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым бүлмәләр бар. Һәр йома һайын намаҙ уҡыла, теләүселәр бында никах уҡытырға, балаға исем ҡуштырырға килә. Шулай уҡ Ҡорбан, Ураҙа ғәйеттәре һәм дини байрамдар даими үткәрелеп тора.
Ҡеүәтле нәҫелдәр төйәгеФәнил хәҙрәт Өфөләге Диниә назаратында дини белем алған, артабан Баймаҡ ҡалаһындағы мәсеттә хеҙмәт иткән. Һуңы­нан ауылдаштары уға үҙҙәренә ҡайтып, яңы мәсет төҙөүҙе тиҙләтергә, уның имамы булырға кәңәш итә. Аҡһаҡалдарҙың һүҙен йыҡмай, тыуған яғына ҡайта ул. Малсылыҡ буйынса үҙ эшен аса, ҡатыны Тәнзилә абыстай менән ике бала үҫтерә. Мәсеттә дини һабаҡтар бирә, әлегә уҡытыу туҡта­тылып торған. Төркөм йыйылһа, был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, ти ауыл муллаһы.
Бөгөн күпселек ауылдарҙа мәсеттәргә ололарҙың ғына түгел, йәш быуындың да йөрөүе хуплауға лайыҡ. Иман халыҡты изгелеккә әйҙәй, яманлыҡтан йыраҡ торорға өйрәтә. Бигерәк тә насар ҡылыҡ­тарҙан арындыра, эскелектән ҡурсалай.

Төпсөк малай –
атай йортонда


ТҠеүәтле нәҫелдәр төйәгеап шундай фекергә килдек, ауылдың йәш фермеры Мөнир Рәхмәтуллин менән осрашҡас. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул – аяғында ышаныслы баҫып торған эшҡыуарҙарҙың береһе. Ғаиләлә төпсөк бала булыуын иҫәпкә алып, бәләкәйҙән атай йортон ташламаҫҡа тигән ҡарарға килә. Мәктәпте тамамлағас, Йылайыр ауыл хужалығы техникумында белем ала, фермерлыҡ серҙәренә өйрәнә.
– Ситкә сығып эшләүҙе күҙ алдына ла килтермәнем, – тип һүҙ башланы фермер. – Маҡсатлы рәүештә техникумға уҡырға барҙым, агрономия факультетын тамамланым, бер юлы яңы асылған фермерлыҡ курсын үҙләштерҙем. Атайымдың кәңәш­тәренә ҡолаҡ һалдым, уның иҫке тракторы менән үҙ эшемде астым. Тәүҙә ете гектар майҙанда сәсеүҙән башланған эш әле 550 гектарға йәйелде. Беҙҙең төбәк райондың башҡа ауылдарына ҡарағанда ҡырыҫыраҡ булыуы, ямғырҙың һирәк яуыуы менән билдәле. Шулай булыуға ҡара­маҫтан, йыл һайын тейешенсә иген культураларын сәсәм. Йылдың-йылы уңыш төр­лөсә була, әммә төшөнкөлөккә бире­лер­гә ваҡытым юҡ. Һуңғы ике йылда иген­дән ярайһы уҡ уңыш йыйып алдыҡ, тик быйыл уны һатыу буйынса бер аҙ ҡыйын­лыҡтарға осраныҡ. Хаҡы түбән. Орлоҡто ике йылға бер алмаштырып торам. Сәсеү һәм йыйыу ваҡытында ваҡытлыса эшкә хеҙмәткәрҙәр алам, шулай уҡ бер туған Нәғим менән Борис ағайҙарым ярҙамға килә.
Ауылда тик үҫемлекселек менән шөғөл­ләнеүҙән генә ҙур уңышҡа өлгәшеп булмауын һәр кем яҡшы аңлай, шуға күрә Мө­нир Рәхмәтуллин малсылыҡ тармағын­да ла үҙ эшен йәйелдергән. Киләсәктә йыл­ҡысылыҡ буйынса махсуслашырға иҫәбе бар, әле йылҡы малын ишәйтеү өҫ­төн­дә эшләй. Яҙғылыҡҡа бейәләрен бәй­ләп, ҡымыҙ етештереүҙе яйға һалмаҡ­сы.
Иртә таңдан ҡара кискәсә эшләргә тура килһә лә, Мөнир Йыһаннур улына хәүеф­ләнергә кәрәкмәй, сөнки уның тылы ныҡ. Ҡатыны Рәзилә Юныс ҡыҙы иренең уң ҡулы булһа, ата-әсәһе – ышаныслы терәге. Ҡыҙы Лилиана менән Рамаҙан улы атайҙарының өйгә ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Кескәй улын ҡулына алып, ҡыҙына яратып баҡҡан бәхетле атай тап улар өсөн көнө-төнө тырыша. “Балаларым, күҙ нурҙарым өсөн йәшәйем, уларҙы уҡытырға, белем бирергә, кеше итергә кәрәк”, – ти ул.
Ауылда үткән бер сара ла эшҡыуарҙың бағыусылыҡ ярҙамынан башҡа үтмәй. Кәрәк саҡта тракторы менән дә, аҡсалата ла ярҙам күрһәтә. Ауылдаштарын эшле, ашлы иткән фермерға вәлиттәр үҙҙәре лә ихтирам менән ҡарай. “Ниндәй йомош менән барһаҡ та, Мөнир беҙҙе кире бороп сығармай, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер”, – ти улар.
Йәш фермерҙың уй-пландарына килгән­дә, уларҙың барыһы ла тормошҡа ашыр­лыҡ. Мал һанын арттырыу, сәсеүлек май­ҙанын киңәйтеү, техник культуралар сәсеү, йылҡысылыҡты үҫтереү... “Иң мөһиме – ғаиләм, туғандарым, ауылдаштарым һау булһын, донъялар имен торһон”, – тип оҙатты ул беҙҙе.

Сәңгелдәктә тирбәлә киләсәк

Ниндәй генә ауылда булһаҡ та, иң тәүгеләрҙән булып ауылда йәштәрҙең ҡалыу-ҡалмауы, яңы йорттарҙың төҙөлөү-төҙөлмәүе, сабыйҙарҙың тыуыуы хаҡында һорашырға күнеккәнбеҙ. Йәштәр ҡалһа, яңы ғаиләләр, яңы йорттар һәм йәш сабый­ҙар була, улар менән осрашырға мөмкинлек бар, тигән ниәттән бирелә улар. Был юлы ҡыҙыҡһынырға ла өлгөр­мәнек, беҙҙе оҙатып йөрөгән ауылдың старостаһы Заһира Сафина осрашасаҡ геройҙарҙы алдан билдәләп кенә түгел, хатта үҙҙәренә әйтеп тә өлгөргәйне.
Лилиә менән Илмир Әлибаевтар ауылда йәш ғаиләләр иҫәбендә. Әсәлек капиталына йорт һатып алып, уны үҙҙәренсә яңыртып, уңайлыҡтар булдырып, матур итеп донъя көтәләр. “Ниңә ауылда төплә­нергә булдығыҙ?” тигән һорауыбыҙға йорт хужаһы: “Ауылда йәшәүе рәхәт!” – тип яуапланы.
Ҡеүәтле нәҫелдәр төйәгеБуласаҡ батырҙарҙы – Илнур, Руслан һәм Нурҙы – тәрбиәләгән Әлибаевтар ауылдың бөгөнгөһөн һәм киләсәген тәьмин итә лә инде. Баймаҡ районының Октябрь ауылы ҡыҙы әхирәтенең ағаһына кейәүгә сығыуына һис тә үкенмәй. “Илүзә әхирәтем аша таныштыҡ, артабан осраша башла­ныҡ. Сибайҙа эшләй инем, Илмир өйләне­шергә тәҡдим иткәс, риза булдым. Ана, хәҙер уландарым үҙенә иш булып үҫеп килә. Үҙемә ярҙамсы бер ҡыҙ ҙа булһа”, – тип йылмайҙы йорт хужабикәһе.
Илмир ауылдағы фермерҙарҙың бере­һен­дә эшләй. Эш хаҡына бесәнен дә, ашлығын да, утынын да, онон да алып тора. Аҡсалата ла түләйҙәр. Үҙҙәре лә мал һанын арттырырға уйлай, күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Картуфлыҡтары иркен, уныһын үҫтереп һатҡанда ла, иш янына ҡуш була, ти Әлибаевтар. Йәштәр Илмир­ҙең өләсәһен һуңғы көндәренә тиклем ҡараған, әле Лилиәнең әсәһе балалар янында.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс бәһлеүәнде лә фотоға төшөрөү мөмкинлеге булманы. Илнур ғына мәктәптән ҡайтып өлгөргәйне, Руслан – балалар баҡсаһында, ә сәң­гел­дәктә йортҡа нур биреп мыршылдап йоҡлаған Нурҙы уятырға батырсылығыбыҙ етмәне. Хәйер, үҫә биргәс, Әлибаевтарға йәнә барырға насип булыр әле. Ул ваҡыт­та, кем белә, бәлки, хужабикә “Әсәлек даны” миҙалына ла лайыҡ булыр...

Ауыл старостаһы

Бөгөн Вәлиттә бөтәһе 233 кеше йәшәй, 148 хужалыҡ бар, 26 йорт буш тора. Ауылда – 88 пенсионер, 95 бала. Иң оло кеше булып 90 йәшлек Зиннәтулла Мәхмүтов иҫәпләнһә, иң йәш сабый – ике айлыҡ Фидалиә Ҡыуатова. Был һандарҙың бары­һын да ауыл старостаһы Заһира Сафина биш бармағы кеүек яҡшы белә.
Йәмәғәт башланғысында йөрөүенә ҡарамаҫтан, Заһира Нурислам ҡыҙы ауылдаштарының ышанысын лайыҡлы аҡлай. Оҙаҡ йылдар мәктәптә директор булып эшләүе, халыҡты яҡындан белеүе лә, ауылдаштары араһында үҙенең яула­ған абруйы ла был вазифаһын теүәл баш­ҡарырға булышлыҡ итә. Олоһо ла, кесеһе лә уның һүҙен тыңлай, кәңәш һорап килә. Дөйөм проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшкәндән һуң, артабан тейеш­ле етәкселәргә Заһира Сафинаны ебәрәләр.
Халыҡтың берҙәм һәм татыу булыуы күп эштәрҙе атҡарып сығырға булышлыҡ итә. Үткән йыл вәлиттәр, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөүҙәге проектта еңеп сыҡҡан. Әле уны урынлаштырыу ҡаралған. Ошо көндәрҙә тендерҙа еңгән ойошма Вәлит һәм Комсомол уртаһындағы буш урынға балалар майҙансығын төҙөү эштәрен башламаҡсы. Проекттың дөйөм хаҡы – 225 мең 655 һум. Уның 15 меңен эшҡыуарҙар бирһә, 40 меңен халыҡ йыйған.
Ауыл халҡы тик мал көсө менән йәшәй, ситтә эшләгән кешеләр ҙә юҡ түгел. Ниһайәт, күптән борсоған эсәр һыу мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителгән. Әммә әле булһа ауылда сымһыҙ телефондың тотмауы йылдар дауамында хәл ителмәгән “баш бәләһе”нә әйләнгән.
Яҡшыһын да, насарын да уртаға һалып һөйләшеү яғында вәлиттәр. Тап шундай ғәмле, сәмле халыҡты күреп, улар менән осрашып ҡайтҡандан һуң, ауылдың ки­лә­сәге барлығына йәнә бер тапҡыр ина­наһың.
Нисек кенә булмаһын, тап ауылда мил­ләт киләсәге, халҡым бишеге тирбәлә, тап унда буласаҡ ерҙең ысын хужалары тәрбиәләнә, халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөн­гөһө сағыла.

Хәйбулла районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Пенсия ҡануниәте: эштән ебәргәнгә – енәйәт яуаплылығы

Пенсия ҡануниәте: эштән ебәргәнгә – енәйәт яуаплылығы 25.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Рәсәй Дәүләт Думаһы пенсия алды йәшендәге граждандарҙы эшкә алмаған йә эштән ебәргән өсөн енәйәт...

Тотош уҡырға 4

Ә уларҙа нисек?

Ә уларҙа нисек? 25.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Пенсия ҡануниәте. Был өлкәлә Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла әленән-әле үҙгәрештәр булып тора....

Тотош уҡырға 29

“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!”

“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!” 23.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы проекты нигеҙендә “Һаулыҡмы әллә...

Тотош уҡырға 37

Нуғай үҫеш юлында

Нуғай үҫеш юлында 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөнөң Октябрь районындағы Нуғай ауылында 5-се балалар поликлиникаһының стандарт булмаған тәүге...

Тотош уҡырға 53

“Ҡыҙыл зона”нан  сыға алырбыҙмы?

“Ҡыҙыл зона”нан сыға алырбыҙмы? 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ата-әсәнең сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән күп нәмә тора. Демография мәсьәләһе – беҙҙең ил өсөн үтә...

Тотош уҡырға 50

“Был көндө күптән көттөк”

“Был көндө күптән көттөк” 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Тау-урмандар ҡосағындағы Белорет тәбиғәте менән генә түгел, данлы шәхестәре менән дә үҙенсәлекле...

Тотош уҡырға 44

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ?

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ? 20.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яҡын арала пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү көтөлә. 24 сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы...

Тотош уҡырға 66

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымды компенсациялауҙың бер нисә төрөнә иҫәп тота...

Тотош уҡырға 55

Илдең киләсәге –  яуаплы ҡулдарҙа

Илдең киләсәге – яуаплы ҡулдарҙа 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән күп балалы әсәләргә...

Тотош уҡырға 49

Һыу ҡәҙерен  шишмә ҡороғас белерһең

Һыу ҡәҙерен шишмә ҡороғас белерһең 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы төбәгебеҙҙе ылыҡтырғыс итәсәк. Хәҙерге иҡтисад үҫешен хеҙмәт...

Тотош уҡырға 66

Хеҙмәт яҡлаулы булһын

Хеҙмәт яҡлаулы булһын 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Социаль партнерлыҡҡа – сирек быуат Өфөләге Конгресс-холда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү...

Тотош уҡырға 47

Һүҙлек

Һүҙлек 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Страховка пенсияһы күләмен ҡайтанан иҫәпләү – страховка пенсия күләменең үҙгәреүе. Рәсәй Пенсия...

Тотош уҡырға 62