Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һоҡланырға ғына ҡалды...
Һоҡланырға ғына ҡалды...Их, Өфө троллейбустары, матур беренән-бере, һоҡланып ҡарап барам да, онотам төшөр ерҙе... Ҡасандыр шағирҙың шулай тип әйткәне иҫкә төшә, баш ҡалабыҙҙағы электр транспортын күргәндә. Йәш саҡтағы һымаҡ, трамвай йәки троллейбусҡа ултырып, ҡабаланмай ғына күҙәтеп барғы килә. Уларҙың салоны иркен, пассажирҙары күп түгел... Тик шунда уҡ уйымдан кире ҡайтырға мәжбүр булам...


Ни эшләйһең, эшкә барырға ваҡыт аҙ ҡалған, ә был ташбаҡа аҙымдары менән саҡ бәүелеп барған транспортта ҡасан барып етәһең әле. Ахырҙа тығылышып булһа ла берәй “пазик”тың эсенә үтергә тырышам. Трамвай-троллейбустарҙа иртән һәм кис кенә аҙмы-күпмелер кеше була, уныһы ла, нигеҙҙә, электр транспорты хеҙмәтләндергән ҡайһы бер урамдарҙа ғына, ахырыһы (мәҫәлән, Өфөнөң Зорге урамында). Ә көндөҙгө сәғәттәрҙә иһә уларҙың буш тиерлек йөрөгәнен шәйләйһең, фәҡәт ашыҡмайынса баҙарға китеп барған бер нисә пенсионер ғына ултыра шикелле.
Эйе, хәҙер улар заман тиҙлегенә яуап бирмәйҙер, күрәһең. Егерме-утыҙ йыл самаһы элегерәк хәл киреһенсә ине: трамвай менән троллейбустар шығырым тулы, туҡталыштан ҡуҙғалып байтаҡ барғас ҡына ишеген саҡ ябалар, ә автобустарҙа кеше улай күп түгел ине. Сәбәбе әлеге лә баяғы иҡтисади нигеҙгә ҡайтып ҡала: трамвайҙа билет хаҡы өс тин, автобуста – алты тин (ике тапҡырға ҡыйбатыраҡ!).
Бөгөн уларҙы бик шәйләмәйбеҙ ҙә тиерлек, урам буйлап йән-фарман табыш артынан елдергән һәр төрлө милектәге эреле-ваҡлы автобустар араһында күҙгә салынмайҙар ҙа. Халыҡтың яртыһы самаһы шәхси машинаһында бара. Улары, юл һыҙаттарында тығын булғанда, трамвай юлдарынан да йөрөй, урам саттарында светофор янғанын көтөп тә рельстар өҫтөндә ҡуҙғалмай ултыра. Трамвай сабыр ғына көтә, ауыр кәүҙәһен урынынан ҡуҙғатҡансы, йәнә алдына бер-ике “иномарка” килеп ҡунаҡлай, тимер вагон тағы туҡтап ҡала. Быны бигерәк тә баш ҡаланың Менделеев, Аксаков, Революция урамдарында йыш күҙәтәһең.
Эйе, улар шәп тиҙлекле заман техникаһы менән ярыша алмай. Шуғалыр ҙа инде былтыр Өфөнөң электр транспортының ауыр финанс көрсөгөнә тарыуы әллә ни иғтибарҙы йәлеп итмәне лә кеүек. Ә уның электр энергияһы өсөн түләргә аҡсаһы етмәй икән, был хеҙмәт өсөн бурыс 85 миллион һумлыҡ йыйылып киткән. Трамвай юлдарын һәм троллейбустың өҫтәге сымдарын ремонтларға, вагондарҙы төҙөкләндерергә лә аҡса кәрәк.
Һөҙөмтә үҙен көттөрмәне: 2016 йылда Өфөлә трамвай – 24 миллион, троллейбус 19 миллион кеше ташыһа, былтыр тәүгеһенең ошо күрһәткесе – 11 миллион, икенсеһенеке 8 миллион кеше генә тәшкил иткән, йәғни ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа кәмегән. Хәлде арыулатабыҙ тип билет хаҡын күтәрһәләр, һуңғы пассажирҙарынан ҡолаҡ ҡаҡмаҫтар тимә.
Ә бит электр транспорты ҙур өҫтөнлөккә эйә: ул тирә-яҡ мөхитте бысратмай, урамдағы хәүефһеҙлек талаптарына яҡшыраҡ яуап бирә, бер юлы күберәк пассажир алырға һәләтле, автобусҡа ҡарағанда ике тапҡырға оҙағыраҡ хеҙмәт итә. Тәүге сифаты хәҙерге экологик яҡтан хәүефле осорҙа айырыуса мөһим. Хәүефһеҙлек тә күпкә яҡшыраҡ: Өфөлә көн һайын күпме автомобиль аварияға осрай, кеше ултыртҡан микроавтобустар ҙа йыш түңкәрелә, ә бына ике трамвайҙың йәки троллейбустың бәрелешкәнен күргәнем юҡ әле. Хәйер, был күренеш улар өсөн мөмкин дә түгел – урам буйлап башҡа транспорт һымаҡ уҙышыр өсөн рельстан йәки өҫтәге сымдарҙан ысҡынып сығып китә алмайҙар бит.
... Баш ҡаланың Оло Граждан урамынан барғанда иғтибар итә ҡуйҙым: бер трамвай боҙолоп туҡтаған да, артынан килгән икеһе лә туҡтарға, пассажирҙарын сығарырға мәжбүр булды. Халыҡ эркелешеп алыҫ булмаған “Матбуғат йорто” туҡталышына ашыҡты. Өс трамвайҙың да салондары буш ҡалды. Моңһоуланып, үткән быуатта тороп ҡалған кеүек күренде улар миңә. Йәшәйешебеҙҙең үҙгәреүе, заманға яраҡлашыу шарты уларға ла ҡағыла икән...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Нуғай үҫеш юлында

Нуғай үҫеш юлында 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөнөң Октябрь районындағы Нуғай ауылында 5-се балалар поликлиникаһының стандарт булмаған тәүге...

Тотош уҡырға 32

“Ҡыҙыл зона”нан  сыға алырбыҙмы?

“Ҡыҙыл зона”нан сыға алырбыҙмы? 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ата-әсәнең сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән күп нәмә тора. Демография мәсьәләһе – беҙҙең ил өсөн үтә...

Тотош уҡырға 38

“Был көндө күптән көттөк”

“Был көндө күптән көттөк” 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Тау-урмандар ҡосағындағы Белорет тәбиғәте менән генә түгел, данлы шәхестәре менән дә үҙенсәлекле...

Тотош уҡырға 35

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ?

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ? 20.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яҡын арала пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү көтөлә. 24 сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы...

Тотош уҡырға 53

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымды компенсациялауҙың бер нисә төрөнә иҫәп тота...

Тотош уҡырға 49

Илдең киләсәге –  яуаплы ҡулдарҙа

Илдең киләсәге – яуаплы ҡулдарҙа 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән күп балалы әсәләргә...

Тотош уҡырға 41

Һыу ҡәҙерен  шишмә ҡороғас белерһең

Һыу ҡәҙерен шишмә ҡороғас белерһең 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы төбәгебеҙҙе ылыҡтырғыс итәсәк. Хәҙерге иҡтисад үҫешен хеҙмәт...

Тотош уҡырға 64

Хеҙмәт яҡлаулы булһын

Хеҙмәт яҡлаулы булһын 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Социаль партнерлыҡҡа – сирек быуат Өфөләге Конгресс-холда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү...

Тотош уҡырға 41

Һүҙлек

Һүҙлек 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Страховка пенсияһы күләмен ҡайтанан иҫәпләү – страховка пенсия күләменең үҙгәреүе. Рәсәй Пенсия...

Тотош уҡырға 57

Хаҡлы ял кәртә түгел

Хаҡлы ял кәртә түгел 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Бөгөн пенсия йәшен арттырыу тураһында күп һөйләйҙәр. Берәүҙәр был яңылыҡты хуплап ҡабул итте,...

Тотош уҡырға 48

Алдан юллау отошло

Алдан юллау отошло 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Пенсия фонды бүлексәһенә паспорт, СНИЛС, никах таныҡлығын ғына алып барҙым. Әммә унда тағы ла әллә...

Тотош уҡырға 76

Алты сутыйға ташлама

Алты сутыйға ташлама 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика халҡы алты сутый ергә ташламанан файҙалана ала. Уның тәртибен Рәсәй федераль һалым...

Тотош уҡырға 46