Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шарттар булырға тейеш
Шарттар булырға тейешДонъяуи үҫеш үҙенсәлектәренә бер нисек тә ҡаршы тороп булмай: йылдан-йыл ҡалалар һәм илдәр араһындағы сиктәр киңәйә бара, ҡайҙалыр тиҙ генә барып ҡайтыу, күсеп китеү мөмкинлеге арта. Әммә, бер яҡтан, миграцияның ыңғай яҡтары күп булһа, икенсе яҡтан, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше өсөн был күренештең кире йоғонтоһо ла бихисап.


Йәштәрҙе генә алайыҡ. Йыл һайын, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырып, һөҙөмтәләрен алғандан һуң, республика мәктәптәрен тамамлаған уҡыусыларҙың байтағы Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбург һәм башҡа ҙур ҡалаларҙағы юғары уҡыу йорттарына документтарын тапшыра. Статистика күрһәтеүенсә, йыл һайын сығарылыш уҡыусыларының яҡынса өстән бер өлөшө тыуған еренән ситтә белем ала башлай. Тағы ла шуныһы: ғәҙәттә, улар араһында имтихандарҙы юғары балдарға тапшырған уҡыу һәм йәмәғәт тормошо алдынғылары өҫтөнлөк итә. Иң аяныслыһы шунда: юғары уҡыу йортон тамамлағас, уларҙың күпселеге ҙурыраҡ мөмкинлектәр көҫәп, сит-ят ерҙә тороп та ҡала. Ҡыҫҡаһы, булдыҡлы, белемле белгестәрҙең – иң яҡшы кадрҙарҙың – тыуған республикаға әйләнеп ҡайтмауы; шулай уҡ Башҡортостанда эшләп йөрөп тә, ҙурыраҡ мөмкинлектәр артынан төрлө өлкә белгестәренең сит ҡалаларға, хатта илдәргә сығып китеүе – республика үҫешенә тотҡарлыҡ яһаусы социаль күренеш. Шуныһы аяныслы – күсеп китеүселәр араһында квалификациялы, белемле кадрҙар күп, уларҙың урынын иһә мигранттар, түбән квалификациялы белгестәр биләй. Күсеүҙең сәбәптәре билдәле – тейешле хеҙмәт шарттарының булмауы, эш хаҡының һәм йәшәү кимәленең түбәнлеге.
Был көнүҙәк мәсьәлә һәр ваҡыт – республика етәкселегенең күҙ уңында. Махсус ведомстволар тарафынан миграция сәйәсәте концепцияһы эшләнә, йәштәрҙе ылыҡтырырлыҡ яңы программалар тормошҡа ашырыла. Әммә, күрәһең, был ғына аҙ, ыңғай һөҙөмтәләр тураһында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов күптән түгел рәсми сараларҙың береһендә ошо хаҡта:
– Республикалағы халыҡтың уртаса йәше 38-ҙе тәшкил итә, Рәсәй буйынса был күрһәткес 40-ҡа тиң. Ошо өҫтөнлөктө төбәк өсөн файҙаланыу фарыз. Йәштәргә килгәндә, йыл һайын 20 меңгә яҡын ҡыҙҙар һәм егеттәр уҡыу өсөн башҡа төбәктәргә юллана. Диплом алғас, Башҡортостанға уларҙың бик аҙ өлөшө генә кире ҡайта, – тине.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, йәштәр киләсәктәге пландарын республика менән бәйләһен өсөн төбәктә тейешле шарттар булдырыу мөһим. Бының өсөн, һөнәри йүнәлеш биреү менән бер рәттән, уларҙы эшкә урынлаштырырға, һөнәри йәһәттән социализациялашыуҙа ярҙам күрһәтеү кәрәк. Торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү, квалификацияларын күтәреү, карьера үҫешенә булышлыҡ итеү ҙә – мөһим факторҙар.
– Төбәктән йәштәр китә икән, тимәк, беҙҙең перспектива юҡ. Беҙ көнәркәшлек шарттарында үҫешә алмаясаҡбыҙ. Шуға ла проблеманы хәл итеүҙә барлыҡ юлдар ҙа яҡшы, – тине Рөстәм Хәмитов.
Әйткәндәй, йәштәрҙең миграцияһы проблема­һына төптәнерәк күҙ һалһаң, тағы ла бер үҙенсәлек ярылып ята. Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарын тиңһенмәй, иң абруйлы иҫәпләнгән Мәскәү дәүләт университетына йә иһә Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетына уҡырға инһәләр – бер хәл. Ҡайһы саҡта абитуриенттар башҡа ҡалаларҙа бөтөнләй билдәле булмаған өсөнсө сортлы уҡыу йорттарында уҡып йөрөй, әммә яңғырауыҡлы исеме бар – Мәскәүҙә йә иһә башҡа алдынғы ҡалала бит! Был осраҡта сифатлы белем алыу тураһында һүҙ бармай, ә абитуриент йәшәү урынын ғына алмаштырған тигән һүҙ. Тимәк, уны яңы урындағы мөмкинлектәр, эш урынын һайлау перспективаһы ылыҡтыра.
Шулай итеп, республикала ең һыҙғанып эшләү, гөрләтеп йәшәү өсөн тейешле шарттарҙың булыуы фарыз. Шул ваҡытта йәштәр ҙә яҙмышын сит-ят ер менән түгел, ә тыуған Башҡортостаны менән бәйләйәсәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Пенсия ҡануниәте: эштән ебәргәнгә – енәйәт яуаплылығы

Пенсия ҡануниәте: эштән ебәргәнгә – енәйәт яуаплылығы 25.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Рәсәй Дәүләт Думаһы пенсия алды йәшендәге граждандарҙы эшкә алмаған йә эштән ебәргән өсөн енәйәт...

Тотош уҡырға 22

Ә уларҙа нисек?

Ә уларҙа нисек? 25.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Пенсия ҡануниәте. Был өлкәлә Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла әленән-әле үҙгәрештәр булып тора....

Тотош уҡырға 32

“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!”

“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!” 23.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы проекты нигеҙендә “Һаулыҡмы әллә...

Тотош уҡырға 39

Нуғай үҫеш юлында

Нуғай үҫеш юлында 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөнөң Октябрь районындағы Нуғай ауылында 5-се балалар поликлиникаһының стандарт булмаған тәүге...

Тотош уҡырға 57

“Ҡыҙыл зона”нан  сыға алырбыҙмы?

“Ҡыҙыл зона”нан сыға алырбыҙмы? 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ата-әсәнең сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән күп нәмә тора. Демография мәсьәләһе – беҙҙең ил өсөн үтә...

Тотош уҡырға 56

“Был көндө күптән көттөк”

“Был көндө күптән көттөк” 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Тау-урмандар ҡосағындағы Белорет тәбиғәте менән генә түгел, данлы шәхестәре менән дә үҙенсәлекле...

Тотош уҡырға 47

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ?

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ? 20.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яҡын арала пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү көтөлә. 24 сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы...

Тотош уҡырға 68

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымды компенсациялауҙың бер нисә төрөнә иҫәп тота...

Тотош уҡырға 55

Илдең киләсәге –  яуаплы ҡулдарҙа

Илдең киләсәге – яуаплы ҡулдарҙа 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән күп балалы әсәләргә...

Тотош уҡырға 49

Һыу ҡәҙерен  шишмә ҡороғас белерһең

Һыу ҡәҙерен шишмә ҡороғас белерһең 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы төбәгебеҙҙе ылыҡтырғыс итәсәк. Хәҙерге иҡтисад үҫешен хеҙмәт...

Тотош уҡырға 68

Хеҙмәт яҡлаулы булһын

Хеҙмәт яҡлаулы булһын 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Социаль партнерлыҡҡа – сирек быуат Өфөләге Конгресс-холда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү...

Тотош уҡырға 48

Һүҙлек

Һүҙлек 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Страховка пенсияһы күләмен ҡайтанан иҫәпләү – страховка пенсия күләменең үҙгәреүе. Рәсәй Пенсия...

Тотош уҡырға 63