Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ике грантҡа лайыҡ булдылар
Ике грантҡа лайыҡ булдыларБөрйән районының инвалидтар ойошмаһында 514 ағза иҫәпләнә. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы яҡлау, уларға социаль ярҙам күрһәтеү, буш ваҡыттарын файҙалы итеп ойоштороу маҡсатында бик күп эш башҡара ойошма. Былтыр улар бер түгел, Рәсәй Президентының ике грантына лайыҡ булды.

Хоҡуҡи, финанс йәһәтенән грамоталылыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән беренсе проект инвалидтарға, бөгөнгө тормош талаптарынан артта ҡалмай, заман технологиялары менән эш итә белергә булышлыҡ итәсәк.
– Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе еңе­ләй­теүҙә компьютер, Интернет ҙур роль уйнай. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, оло быуын, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың күбеһе заман технологиялары менән эш итә белмәй. Һөҙөмтәлә улар интернет аша мәғлүмәт ала алмай, электрон хеҙмәттәрҙән файҙа­ланыуҙан да мәхрүм. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәргә ауырға тура килә: ниндәйҙер белешмә йә иһә нимәгәлер түләү өсөн дә ваҡыт, аҡса сарыф итеп, район үҙәгенә килеп, төрлө инс­танциялар буйлап йөрөргә мәжбүрҙәр. Улай ғына ла түгел, ҡулайлаштырыу процесы арҡа­һында һалым инспекцияһы, почта, суд, банк кеүек ҡайһы бер учреждениеларҙың идаралыҡ­тары хәҙер 150 километр алыҫ­лыҡтағы Белорет ҡалаһына күсе­релде. Проектты төҙөгәндә тап ошо проблеманы күҙ уңында тоттоҡ, – ти ойошма рәйесе Ғәзиз Ишкинин.
РФ Президенты Грантына ярашлы бүленгән 493 мең һум аҡсаға компьютер ҡорамалдары һатып алынасаҡ, күсмә ойоштороу-консультация пункттары ауылдарҙа пенсионерҙарға, мөм­кинлектәре сикләнгән һәм ауыр хәлдә ҡалған граждандарға хоҡу­ҡи-мәғлүмәт ярҙамы күрһәтәсәк.
– Компьютерҙы үҙләштереп, электрон юл менән дәүләт хеҙмәттәрен ҡулланырға өйрән­гән кеше, мәҫәлән, паспорт алыу, һалым инспекцияһына бурысы бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлау, һалым декларацияһын тапшырыу, автомобилен теркәү, табип­ҡа яҙылыу һәм башҡа мәшәҡәтле эштәрҙе өйҙән сыҡмай ғына хәл итә аласаҡ. Һаулыҡтары сиклән­гән, ҡайһы берҙәре коляскала ултырырға мәжбүр булған граждандарҙың бынан һуң, әлбиттә, тормошо күпкә еңелә­йәсәк, – ти ойошма рәйесе.
Икенсе грант социаль такси хеҙмәте булдырыуға йүнәлтелә. “Ауыл ерендә йәшәгән мохтаж граждандарҙы оҙатыу өсөн мобиль хеҙмәт” тип аталған проект конкурста еңеү яулап, 499 мең һумлыҡ РФ Президенты Грантына эйә була.
Ике грантҡа лайыҡ булдылар– Республиканың медик-социаль экспертиза, төрлө дауалау учреждениеларына, башҡа социаль әһәмиәтле инфраструктура объекттарына барыу быға тиклем мөмкинлектәре сикләнгән граж­дандарға ҙур ауырлыҡ тыуҙыра ине. Социаль такси хеҙмәте булдырылғас, хәлдәр тамырынан үҙгәрәсәк: такси ташламалы хаҡ­ҡа кәрәкле урынға алып барып, йомоштары бөткәнен көтөп, ауырыуҙарҙы кире алып ҡайта­саҡ. Әлбиттә, был хеҙмәт мөм­кинлектәре сикләнгән граждан­дарҙың тормошон күпкә еңеләй­тәсәк, – тип ҡыуанысын йәшер­мәне Ғәзиз Фәсхетдин улы.
Ул шулай уҡ инвалидтар ойошмаһына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған муниципаль район хакимиәтенә, бағыусы­ларға ҙур рәхмәт белдерҙе.
Яҙмыш тарафынан ҡыйырһы­тылғандарҙың тормошон еңеләй­теү, уларҙы дәртләндереү маҡса­тында күп изге эштәр башҡарыла Бөрйәндә. Уларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе лә – иғти­бар үҙәгендә. Былтыр 15 инвалид эшкә алынған, вакантлы өс хеҙ­мәт урыны булдырылған. Район үҙәгендә урынлашҡан “Урал” физик культура һәм сәләмәт­ләндереү комплексында бушлай шөғөлләнеү мөмкинлегенән дә күптәр файҙалана. Инвалидтар өсөн төрлө байрамдар, мәҙәни, спорт саралары даими уҙғарыла. Ә быйыл йәй хатта Ағиҙел буйлап кәмәләрҙә йөҙөүҙе лә план­лаштырғандар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Пенсия ҡануниәте: эштән ебәргәнгә – енәйәт яуаплылығы

Пенсия ҡануниәте: эштән ебәргәнгә – енәйәт яуаплылығы 25.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Рәсәй Дәүләт Думаһы пенсия алды йәшендәге граждандарҙы эшкә алмаған йә эштән ебәргән өсөн енәйәт...

Тотош уҡырға 22

Ә уларҙа нисек?

Ә уларҙа нисек? 25.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Пенсия ҡануниәте. Был өлкәлә Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла әленән-әле үҙгәрештәр булып тора....

Тотош уҡырға 32

“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!”

“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!” 23.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы проекты нигеҙендә “Һаулыҡмы әллә...

Тотош уҡырға 39

Нуғай үҫеш юлында

Нуғай үҫеш юлында 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөнөң Октябрь районындағы Нуғай ауылында 5-се балалар поликлиникаһының стандарт булмаған тәүге...

Тотош уҡырға 57

“Ҡыҙыл зона”нан  сыға алырбыҙмы?

“Ҡыҙыл зона”нан сыға алырбыҙмы? 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ата-әсәнең сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән күп нәмә тора. Демография мәсьәләһе – беҙҙең ил өсөн үтә...

Тотош уҡырға 56

“Был көндө күптән көттөк”

“Был көндө күптән көттөк” 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Тау-урмандар ҡосағындағы Белорет тәбиғәте менән генә түгел, данлы шәхестәре менән дә үҙенсәлекле...

Тотош уҡырға 47

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ?

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ? 20.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яҡын арала пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү көтөлә. 24 сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы...

Тотош уҡырға 68

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымды компенсациялауҙың бер нисә төрөнә иҫәп тота...

Тотош уҡырға 55

Илдең киләсәге –  яуаплы ҡулдарҙа

Илдең киләсәге – яуаплы ҡулдарҙа 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән күп балалы әсәләргә...

Тотош уҡырға 49

Һыу ҡәҙерен  шишмә ҡороғас белерһең

Һыу ҡәҙерен шишмә ҡороғас белерһең 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы төбәгебеҙҙе ылыҡтырғыс итәсәк. Хәҙерге иҡтисад үҫешен хеҙмәт...

Тотош уҡырға 68

Хеҙмәт яҡлаулы булһын

Хеҙмәт яҡлаулы булһын 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Социаль партнерлыҡҡа – сирек быуат Өфөләге Конгресс-холда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү...

Тотош уҡырға 48

Һүҙлек

Һүҙлек 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Страховка пенсияһы күләмен ҡайтанан иҫәпләү – страховка пенсия күләменең үҙгәреүе. Рәсәй Пенсия...

Тотош уҡырға 63