тәрбиәгә алыу ябайлашты

2-03-2018, 00:03 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Рәсәй Хөкүмәте етем балаларҙы уллыҡҡа алғанда документтар йыйыуҙы күпкә ябайлаштырҙы. Әйткәндәй, ил Президенты быға хәтлем дә күп тапҡыр балалар йорттарынан тәрбиәгә алған ғаиләләргә ярҙамды күберәк күрһәтеү һәм иғтибарҙы арттырыу зарурлығын белдергәйне.

Үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер граж­дандарға төрлө инстанцияларҙан иҫәбе-һаны булмаған белешмә юллау талап ителмәй. Быны опека хеҙмәт­кәрҙәре үҙ өҫтөнә алған. Мәҫәлән, элек Эске эштәр министрлығынан хөкөмгә тарттырылған булыу-булмауың тура­һында белешмә һорайҙар ине, заказ биргәндән алып ул ҡағыҙ бер ай тирәһе әҙерләнде.
Маннур Ғәлиәкбәровтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бер нисә йыл элек ут күршеләре фажиғәле рәүештә вафат булғас, ул кәләше менән һис уйламай береһенән-береһе бәләкәй балаларҙы тәрбиәгә алған.
– Улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ мәктәпкә йөрөй ине, тағы ла бәпесебеҙ тыуғай­ны, – тип һүҙгә ҡушыла Аймара. – Тап шул саҡта дуҫтарыбыҙ тураһында ауыр хәбәрҙе ишеттек, ул аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте. Нисек улай килеп сыҡты? Уларҙың да өс бала, өҫтәүенә, өлкәндәре саҡ мәктәпкә барған, ә бәләкәстәр өс һәм ике йәшлек. Ваҡыт яраларҙы дауалай, тиҙәр, барыбер ҙә йөрәк һыҡрай һаман да. Унан бигерәк балалар үҙҙәрен етем тоймаһын өсөн, барыһына ла ғәҙел ҡарарға тырыштыҡ. Әйтеүе генә анһат, ә донъя көткәндә бөтөнләй башҡаса. Шөкөр, татыу бер ғаилә булып йәшәйбеҙ.
Беренсенән, таныштарыма изге пландарын тормошҡа ашырыу өсөн байтаҡ тир түгергә тура килгән. Ысынлап та, документ юллағанда төрлө ҡаршылыҡтарға осрағандар. Барыһы ла теүәл тигәс тә, “үҙегеҙҙең матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу тураһында уйлайһығыҙҙыр әле” тип белгестең шик белдереүен ишетеү, ят балалар өсөн дә әсәй ролен үтәй башлаған Аймараның башына күҫәк менән тондорғандай тәьҫир иткән.
Икенсенән, тикшереү артынан тикшереү ойоштороп, теңкәһенә тейеп бөткәндәр. Йомортҡанан йөй эҙләйҙәр. Имеш, туҡланыу хөрт, өҫ кейемдәре йыуылмай һәм башҡа кәмселек эҙләп йонсотҡандар, әммә бүтәндәргә матур йәшәү өлгөһөн күрһәткән парҙар бер нимәгә ҡарамай балаларҙы аяҡҡа баҫтырыуҙы дауам итә.