Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаилә абруйын күтәргәндә генә һөҙөмтә буласаҡ
Ғаилә абруйын күтәргәндә генә һөҙөмтә буласаҡРеспублика Башлығы Рөстәм Хәмитов­тың кәңәшмәне башҡорт телендә асыуы, беренсенән, сараның баһаһын бермә-бер арттырҙы, икенсенән, ул осраҡлы түгел ине.
– Был ултырышты мин баш­ҡорт телен­дә башлап ебәрергә теләйем, сөнки бөгөн Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә, – тине Рөстәм Зәки улы, һәммәһенә лә мө­рә­жәғәт итеп. – Әммә бөгөн генә түгел, ә һәр саҡ туған телдә һөй­ләшәйек, уны һаҡларға тыры­шайыҡ. Ул шулай уҡ Хөкү­мәт эш­мә­кәрлегенең мөһим бурыста­рының береһе, ошо хаҡта һис кенә лә оноторға ярамай.

Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы, ул түбәндәге һөйөнөслө мәғлүмәтте еткерҙе. Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте тос хеҙмәт­те – Ғүмәр Хәйәмдең Рәми Ғарипов тәрже­мә­һендәге “Робағиҙар”ын баҫтыр­ған. Башҡортсаға ауҙарылған әҫәр аша күренекле башҡорт шағирының тынғыһыҙ ижад ите­үен күҙ алдына баҫтырырға мөм­кин. Инеш һүҙҙә Светлана Чура­ева телгә алыуынса, әҙиптең хеҙ­мәте теүәл 40 йыл уҡыусы­һынан йәшереп тотолған. Баҫма ябай ғына түгел, ә үҙенең нөсхәһендә бирелеүе менән ҡиммәтле. Ысынында, иҫ киткес ҙур хеҙмәт менән танышыу мөмкинлегенә эйә шиғриәт һөйөүселәр.
Ғаилә йылына арнап ойошто­роласаҡ бихисап саралар планы төҙөлгән. Шундай уҡ мөһим документты урындарҙа ла эшләргә һәм ҡабул итергә тейештәр тигән үтенесен белдерҙе республика етәксеһе. Башҡортостанда балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙа­мының тулы саралар комплексы тормошҡа ашырыла, уға ҙур кү­ләмдә сығымдар йүнәлтелә. Әммә ниндәй генә ресурстар ҡулланылмаһын, ғаилә абруйын күтәрмәйенсә һәм йәмғиәт­тә ғаилә ҡиммәттәрен нығытма­йынса тороп, эштәрҙең бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмә­йә­сәгенә баҫым яһаны Рөстәм Хәмитов.
Әйткәндәй, был мәсьәлә буйынса Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ныҡлап шөғөлләнә. Февраль урталарында уҙған кәңәшмәлә министр­лыҡҡа төп бурыстар йөкмәтелде, бигерәк тә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ата-әсәләрҙең яуаплылығын арттырыу һәм бүтән проекттарҙың башында улар торорға тейешлеге аңлатылды.
– Әлегә хәл ителмәгән мәсьә­ләләр бай­таҡ, белешмә материалдарында бер нисә һандар бар, уларҙы миҫал итеп килтерергә теләйем һәм ошоларҙы иҫегеҙгә төшөрәм, – тине республика Башлығы.
Башҡортостанда 1,2 миллион тирәһе ғаилә иҫәпләнә, шул иҫәптән балалары 18 йәшкә хәтлемге 540 мең ғаилә йәшәй. Бер генә бала тәрбиәләгәндәр – 340 мең, икәү булғандар – 164 мең, өсәүгә еткергәндәр – 30 мең, дүрт һәм унан да күберәк малай һәм ҡыҙ үҫтергәндәр – 7,5 мең. Шул уҡ ваҡытта тулы булмаған 300 мең ғаилә ғүмер итә, шуның 265 меңе – яңғыҙ әсәйҙәр. Икенсе төрлө әйткәндә, республикабыҙҙа һәр икенсе ғаилә тулы булмағандар категорияһына ҡарай. Яңғыҙ балалы атайҙар – яҡынса 30 мең.
– Тулы булмаған һәр ғаилә нигеҙендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғә төҫмөрләнә, унда сабый күңелендәге ҡапма-ҡаршылыҡ, ул – балаларҙың тормошондағы ҡатмар­лыҡтар, – тине Рөстәм Зәки улы. – Һүҙ ҙә юҡ, ғаиләләргә ярҙам, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау идеологияһын алға этәргәндә ошо дисгармонияны нисек тә хәл итергә, үҙгәртергә тырышабыҙ.
Һандар менән танышҡандан һуң, тәрән уйҙарға биреләһең. Ғәмәлдә иһә тотош донъяла шундай уҡ күренеш күҙәтелә икән. Баҡтиһәң, Америка Ҡушма Штаттарында шулай уҡ һәр икенсе ғаилә тулы түгел. Шуныһы аяныслы, ул яҡшыға алып бармай.
Республика етәксеһе телгә алыуынса, тормош артабан да дауам итә, шәхси мөнәсәбәттәр тигән төшөнсәне онотмайыҡ. Йәшерен-батырын түгел, бер кем дә был өлкә өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға ашыҡмай. Икенсе яҡтан ҡарағанда, күп осраҡта малай һәм ҡыҙҙар атай һөйөүе­нән мәхрүм, матди яҡтан тәьмин ителмә­гәндәр, сөнки һәр айырылышыу туранан-тура бәләкәс­тәрҙең матди хәленең мөшкөл­ләнеүенә килтерә. Ысынлап та, ошо оло проблемаға иғтибар итмәгәндәр, теманы өйрәнмә­гәндәр ҙә, шөғөллән­мәгәндәр ҙә.
Ғаилә абруйын күтәргәндә генә һөҙөмтә буласаҡМинистрлыҡ әҙерләгән докладта ғаиләләр менән эшләү тар­маҡтарының бөтә яҡтары ла асыҡтан-асыҡ күренһен, шулай уҡ предприятиелар, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары, ата-әсәләр, битараф булмаған граждандар инициатива күрһәтһен ине тигән теләк тә әйтелде.
– Баҙар мөнәсәбәттәренә ни хәтлем тәрәнерәк үтеп ингән һайын, беҙҙең йәмғиәт йәнһе­ҙе­рәк була бара, – тип әсенеүен белдерҙе Башҡортостан Башлы­ғы. – Шәхси мәнфәғәттәр генә яҡ­лана, шәхси ҡаҙаныштар ғына күҙҙә тотола, ә йәмәғәт мөнәсә­бәт­тәре артҡы планға күсә. Әлбиттә, былар барыһы ла эше­беҙҙе тағы ла ҡатмарлаштыра.
Ғөмүмән, ғаиләләр тулы ҡанлы тормош менән йәшәһен тигән фе­керҙе Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы алға һөрә. Ундағы белгестәр быға мөм­кин тиклем иғтибар итһен, бюрократик кәртәләргә юл ҡуйыл­маһын, – тине Рөстәм Хәмитов.
– Муниципалитеттар отчет яһау форматынан, музыкаға ғына ҡоролған парадтан, байрамдан арынып, ошо эш алымына эйәрергә тейеш, – тип дауам итте сығышын республика Башлығы. – Иң мөһиме, бөтә уй-ниәттәр ҙә йөрәк түренән сығып ғәмәлгә ашырылһын. Ғаилә ҡиммәттәрен терге­ҙеүгә аҡыл менән ҡарарға кәрәк, тулы бул­маған ғаиләләргә ҡыйын икәнен аңлайым. Асылда яңғыҙ әсәйҙәрҙең күҙ йәшен күрмәйбеҙ, улар ауыр шарттарҙа бер йәки ике генә түгел, ә өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләй.
Рөстәм Зәки улы ултырыштағы икенсе мәсьәлә – республи­кабыҙҙа ауыл хужа­лы­ғы ҡулла­ныусылар кооперацияһын үҫтереү зарурлығына баҫым яһап, былай тине:
– Беҙҙәге потенциал үлсәмдәр­гә һыймай. Дөрөҫө шул: ауыл халҡының күпселеге берләшеүҙе яҡлай, табыш килтергән хужалыҡ төҙөргә хыялланалар. Төбәк операторы – Республика ауыл хужалығы кон­сультацияһы үҙәге төҙөлгән. Улар ресурс потенциалын һәм ауыл халҡының иҡти­сади яҡтан әүҙемлеген анализлау менән шөғөлләнә.
Шул да мәғлүм булһын: ауыл­дағы 1,3 миллион кешенең 800 меңе – хеҙмәткә һәләтле йәштәге граждандар. Уларға яҡын­са 460 мең ярҙамсы хужалыҡ тура килә. Хужалыҡтар тарҡау хәлдә, һәр береһе үҙенә бикләнгән, тик үҙаллы эш итәләр. Хөкүмәттең бурысы – берләш­тереү сәйәсәтен алып барыу, кооперацияларҙа хеҙмәт етештереүсәнлегенең артыуына булышлыҡ итеү.
Былтыр беҙҙә яңы 39 ауыл хужалығы кооперативы барлыҡҡа килгән, әле иһә 103-кә еткән, ә уға тиклем 60 ҡына иҫәпләнгән. Был – илдә 12-се урын тигән һүҙ. Етеҙ үҫеште иҫәпкә алғанда, башҡорт­ос­тандарҙың тәүге тиҫтә исемлегенә инеүенә, хатта лидерлыҡты бирмәүенә тамсы ла шик юҡ.
Хәйер, етәкселек был юҫыҡта эшмәкәр­леген дөрөҫ көйләгән. Ниәт-уйҙар йыл ярым элек үк башланғайны. Айырыуса үткән йылда хәрәкәт күҙәтелде, ә инде Ауыл хужалығы министрлығының, ниһайәт, уға ныҡлап тотоноуы хуплауға лайыҡ. Кооперацияла ифрат ҙур көстөң тупланыуын һис кенә лә оноторға ярамай.
2017 йылда беҙҙең республи­каның федераль программа ни­ге­ҙендә ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү буйынса төбәк пилот исемлегенә индере­леүен күптәр хәтерләйҙер. Липецк һәм Пенза өлкәләренең тәжри­бәһе өйрәнелгән, тышҡы эксперт булараҡ, Бөтә донъя банкы йәлеп ителгән. Бер төптән эш итеүгә ни етә! Яҡтар урындағы инициатива нигеҙендә төрлө проект­тарҙы уңышлы башҡара. Башлан­ғыс этапта ҡоролма йәки техника һатып алыу – шуға асыҡ миҫал. Башҡортостанда бер кооперативҡа өс миллион һумға хәтлем аҡса бүленә.
– Быйыл программаға 300 тирәһе ауыл биләмәһен йәлеп итергә уйлайбыҙ, үҙ сиратында, 100 ауыл хужалығы ҡулла­ныу­сылар кооперативы төҙөләсәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Дәүләт ярҙамы тос ҡы­на – 300 миллион һум. Шәхси хужа­лыҡ­тар, крәҫ­тиән (фермер) хужалыҡтары, ауыл хужалығы ойошмалары, ҡыҫҡа­һы, ойошҡандан һуң уларҙың һаны өс мең ке­шенән дә кәм булмаҫ. Шуныһы, коопе­ратив­тарҙың килеме дүрт тапҡырға артырға тейеш йәки бер миллиард һумдың сиген үтәсәк.
Кооперациялар аша ауыл ерендә яңы эш урындарының асылыуын, уның Ғаилә йылына ауаздаш булыуын да билдәләне республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы аңла­тыуынса, иҡтисади яҡтан һөҙөмтә була икән, тимәк, ғаиләләр етеш йәшәр, аҡса артынан Себер тарафтарына ағылыу туҡталыр, айырылышыу осраҡтары кәмер. Бары тик иҡтисад, иҡтисади мөнә­сәбәттәр аша ауылда халыҡтың көнитмешен яҡшыртыу зарур.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты со­циаль яҡлау министры Ленара Иванованың һүҙҙәренә ҡараған­да, хәҙерге ваҡытта белгестәр со­циаль-демографик, миграцион һәм бүтән күрһәткестәрҙе асып һалған район һәм ҡалаларҙың ғаилә паспортын төҙөү менән мәш­ғүл. Һүҙ ҙә юҡ, документта ғаи­лә хәле асыҡтан-асыҡ күренәсәк.
Киләсәктә ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тотҡан телефон хеҙмәте эшләй башлаясаҡ. Уны икенсе төрлө ышаныс телефоны тиһәң дә ярай. Шулай уҡ ғаилә өсөн махсус тариф булдырыу тура­һында ла уй-ниәттәре бар министрлыҡтың. Төп бурыс – Ғаилә йылында ғаиләне нығытыу һәм бала тәрбиә­ләүҙә атай ролен күтәреү. Муни­ципалитеттарҙа Атай көнө билдәләнәсәк, ул 17 июнгә тәғәйенләнгән.
Мифтахетдин Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Ғаилә һәм балалыҡ институтының директоры Лена Хәйртдинова мәғариф һәм ата-әсә абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән технологияларҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса телмәр тотто.
– Беҙ ғаилә тикшеренеүҙәрен ғилми яҡтан тәьмин итеү темаһын күтәрергә те­йеш­беҙ, аналитика кәрәк! Ни өсөн республикабыҙҙа шул тиклем айырылышыу күп, ниңә тулы булмаған ғаиләләр арта, бына шуларҙы төшөнөргә ынтыла­йыҡ. Бөтә ошо күренеш­тәрҙең социологик сәбәптәрен асыҡларға бурыслыбыҙ, шул саҡта ғына хәл-торошто төҙәтеү юлдарын таба аласаҡбыҙ, – тип Рөстәм Зәки улы ғаилә сәйәсәте проблемалары һәм мәсьәләләре буйынса юғары уҡыу йорттарына һәм гуманитар кафедраларға республикабыҙҙың Фәндәр акаде­мияһы менән берлектә социологик тикшеренеүҙәр ойошто­рорға ҡушты.
Республикабыҙҙың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина социаль йүнә­лешкә йөҙ менән боролған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың проекттары менән таныштырҙы. Маҡ­сат – социаль етем­лекте иҫкәр­теү, әсәлекте һәм бала­лыҡты яҡлау, традицион ғаилә ҡиммәт­тәрен һаҡлау һәм пропагандалау, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов билдәлә­үенсә, кооперативтарҙың эшмәкәрлеген йәнләндереү йәһәтенән Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең тәжрибәһе өйрәнелгән. Бынан тыш әүҙем ауылдарҙы асыҡлау маҡса­тында анализ үткәрелгән. Ауыл хужалығы кооперативтарына берләшергә әҙер 304 ауылды исемлеккә индергәндәр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ә уларҙа нисек?

Ә уларҙа нисек? 25.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Пенсия ҡануниәте. Был өлкәлә Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла әленән-әле үҙгәрештәр булып тора....

Тотош уҡырға 29

“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!”

“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!” 23.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы проекты нигеҙендә “Һаулыҡмы әллә...

Тотош уҡырға 37

Нуғай үҫеш юлында

Нуғай үҫеш юлында 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөнөң Октябрь районындағы Нуғай ауылында 5-се балалар поликлиникаһының стандарт булмаған тәүге...

Тотош уҡырға 53

“Ҡыҙыл зона”нан  сыға алырбыҙмы?

“Ҡыҙыл зона”нан сыға алырбыҙмы? 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ата-әсәнең сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән күп нәмә тора. Демография мәсьәләһе – беҙҙең ил өсөн үтә...

Тотош уҡырға 50

“Был көндө күптән көттөк”

“Был көндө күптән көттөк” 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Тау-урмандар ҡосағындағы Белорет тәбиғәте менән генә түгел, данлы шәхестәре менән дә үҙенсәлекле...

Тотош уҡырға 44

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ?

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ? 20.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яҡын арала пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү көтөлә. 24 сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы...

Тотош уҡырға 66

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымды компенсациялауҙың бер нисә төрөнә иҫәп тота...

Тотош уҡырға 55

Илдең киләсәге –  яуаплы ҡулдарҙа

Илдең киләсәге – яуаплы ҡулдарҙа 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән күп балалы әсәләргә...

Тотош уҡырға 49

Һыу ҡәҙерен  шишмә ҡороғас белерһең

Һыу ҡәҙерен шишмә ҡороғас белерһең 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы төбәгебеҙҙе ылыҡтырғыс итәсәк. Хәҙерге иҡтисад үҫешен хеҙмәт...

Тотош уҡырға 66

Хеҙмәт яҡлаулы булһын

Хеҙмәт яҡлаулы булһын 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Социаль партнерлыҡҡа – сирек быуат Өфөләге Конгресс-холда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү...

Тотош уҡырға 47

Һүҙлек

Һүҙлек 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Страховка пенсияһы күләмен ҡайтанан иҫәпләү – страховка пенсия күләменең үҙгәреүе. Рәсәй Пенсия...

Тотош уҡырға 61

Хаҡлы ял кәртә түгел

Хаҡлы ял кәртә түгел 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Бөгөн пенсия йәшен арттырыу тураһында күп һөйләйҙәр. Берәүҙәр был яңылыҡты хуплап ҡабул итте,...

Тотош уҡырға 55