Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡатын-ҡыҙҙы нимә борсой?
Ҡатын-ҡыҙҙы нимә борсой?Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республика Башлығы Рөстәм Хәмитов баш ҡалабыҙҙа гүзәл заттар менән осрашты. Конгресс-холда үткән сарала 29 ҡатын-ҡыҙ — министрҙар, предприятиелар, белем биреү һәм медицина учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов, уларҙы яҙ байрамы менән ҡотлап, ҡатын-ҡыҙҙарҙың төрлө эшмәкәрлек йүнәлештәрендә ҙур урын биләүен, республикала эшләгән халыҡтың 47 процентын тап улар тәшкил итеүен билдәләне. Төбәк етәксеһе Ғаилә йылына ҡарата ҡабул ителгән саралар планы, ишле, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам итеү, хәйриәлек йолаларын үҫтереү, үҫмерҙәргә иғтибар биреү зарурлығы тураһында һөйләне. Сабыйҙары булған әсәләргә шарттар тыуҙырыуҙы Рөстәм Хәмитов көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе тип белдерҙе.
— Ҙур төҙөлөштәр алып барабыҙ. Балалар баҡсалары, ясле төҙөү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышабыҙ. Яҡын арала байтаҡ мәктәпкәсә учреждениеларҙы сафҡа индерәсәкбеҙ. Ғаиләгә, өс йәшкә тиклем өйҙә ултырырға мәжбүр булған әсәләргә төшкән ауырлыҡты кәметеү йәһәтенән был тағы ла бер ҙур аҙым буласаҡ, — тине республика Башлығы.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Республика кардиология диспансерын миҫалға килтерҙе. Улар ҡарамағында балаларҙы тәрбиәләү буйынса махсус үҙәктәр ойошторолған. Кардиология диспансеры директоры Ирина Николаева ошондай төркөмдө төҙөү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул әле был төркөмгә ясле һәм кесе мәктәп йәшендәге ун бала йөрөүе хаҡында һөйләне.
Осрашыуҙа шулай уҡ мөһим ғаилә башланғыстары һәм проекттары телгә алынды. Улар иҫәбенә 15 майҙа Ғаилә көнөн (ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартып), “Ҡатын-ҡыҙ — милләт инәһе” конкурсын, күкрәктәге яман шеште иртә диагностикалау маҡсатында ҡатын-ҡыҙҙарҙы тикшереү буйынса акция үткәреү инә.
Р. Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжы директоры Олия Вилданова һуңғы йылдарҙа колледжда биш балет спектакле ҡуйылыуы тураһындағы мәғлүмәт менән уртаҡлашты һәм һәләтле балаларға иғтибар биргән өсөн республика Башлығына рәхмәт әйтте. Рәсәйҙәге төп ижади уҡыу йорттарының береһендә балалар музыкаль театры төҙөү ниәте менән яналар.
Сибайҙан килгән вәкил — Балалар ижады үҙәге директоры Әлфиә Вәлитова һәләтле балаларҙы үҫтереү мәсьәләһен күтәрҙе. Ул Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында балалар технопаркы-кванториумын ойошторорға тәҡдим итте. Рөстәм Хәмитов был фекерҙе хуплап сыҡты.
— Теләк, башланғыс бар икән, ярҙам итәсәкбеҙ. Сибай — һәр йәһәттән ҡеүәтле, үҫешкән ҡала, — тине ул.
Төбәк етәксеһе күтәрелгән бөтә мәсьәләләр буйынса тейешле ведомстволарға күрһәтмә бирергә, яңғыраған башланғыстарға булышлыҡ итергә вәғәҙә бирҙе.

Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ә уларҙа нисек?

Ә уларҙа нисек? 25.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Пенсия ҡануниәте. Был өлкәлә Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла әленән-әле үҙгәрештәр булып тора....

Тотош уҡырға 29

“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!”

“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!” 23.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы проекты нигеҙендә “Һаулыҡмы әллә...

Тотош уҡырға 37

Нуғай үҫеш юлында

Нуғай үҫеш юлында 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөнөң Октябрь районындағы Нуғай ауылында 5-се балалар поликлиникаһының стандарт булмаған тәүге...

Тотош уҡырға 53

“Ҡыҙыл зона”нан  сыға алырбыҙмы?

“Ҡыҙыл зона”нан сыға алырбыҙмы? 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ата-әсәнең сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән күп нәмә тора. Демография мәсьәләһе – беҙҙең ил өсөн үтә...

Тотош уҡырға 50

“Был көндө күптән көттөк”

“Был көндө күптән көттөк” 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Тау-урмандар ҡосағындағы Белорет тәбиғәте менән генә түгел, данлы шәхестәре менән дә үҙенсәлекле...

Тотош уҡырға 44

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ?

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ? 20.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яҡын арала пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү көтөлә. 24 сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы...

Тотош уҡырға 66

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымды компенсациялауҙың бер нисә төрөнә иҫәп тота...

Тотош уҡырға 55

Илдең киләсәге –  яуаплы ҡулдарҙа

Илдең киләсәге – яуаплы ҡулдарҙа 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән күп балалы әсәләргә...

Тотош уҡырға 49

Һыу ҡәҙерен  шишмә ҡороғас белерһең

Һыу ҡәҙерен шишмә ҡороғас белерһең 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы төбәгебеҙҙе ылыҡтырғыс итәсәк. Хәҙерге иҡтисад үҫешен хеҙмәт...

Тотош уҡырға 66

Хеҙмәт яҡлаулы булһын

Хеҙмәт яҡлаулы булһын 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Социаль партнерлыҡҡа – сирек быуат Өфөләге Конгресс-холда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү...

Тотош уҡырға 47

Һүҙлек

Һүҙлек 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Страховка пенсияһы күләмен ҡайтанан иҫәпләү – страховка пенсия күләменең үҙгәреүе. Рәсәй Пенсия...

Тотош уҡырға 61

Хаҡлы ял кәртә түгел

Хаҡлы ял кәртә түгел 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Бөгөн пенсия йәшен арттырыу тураһында күп һөйләйҙәр. Берәүҙәр был яңылыҡты хуплап ҡабул итте,...

Тотош уҡырға 55