Һөнәрҙе йәштән һайла2016 – 2020 йылдарҙа уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү, йәш граждандарҙың хеҙмәт баҙарында социаль яраҡлашыуы буйынса комплекслы саралар планына ярашлы Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Әбйәлил районы хакимиәте менән берлектә “Идеяларҙан – эшкә!” тип исемләнгән республика мәғлүмәт акцияһы үткәрҙе.


Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Йылайыр райондарынан, Баймаҡ, Учалы, Белорет, Межгорье, Сибай ҡалаларынан меңгә яҡын сығарылыш класы уҡыусыһын Ташбулат урта мәктәбенең “Йәйғор” өлгөлө бейеү ансамбле һәм “Гөлнәзирә” фольклор коллективы сағыу сығыштары менән ҡаршы алды.
Сараны асыу тантанаһында Баш­ҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ф.Р. Шәйхисламов уҡыусыларҙы иҡтисади яҡтан ҡеүәтле предприятиелар етәкселеге һәм вәкилдәре менән осраштырыу, уларҙың эшмәкәрлеген күрһәтеү, көньяҡ-көнсығыш төбәктәге уҡыу йорттарында ниндәй һөнәрҙәр буйынса белем алырға мөмкин икәне хаҡында тулы мәғлүмәт биреү һәм башҡа йәһәттән акцияның мөһимлеген билдәләне.
– Кем булырға? Ошо һорау алдында торған йәштәр тәү сиратта хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж барлығын иҫәпкә алырға тейеш, – тине Фәнүр Рәфис улы. – Әлеге акция уларға аныҡ фекергә килергә булышлыҡ итер, дөрөҫ йүнәлеш күрһәтер тигән ышаныс­тамын. Һөнәр һайлағанда етди уйлағыҙ. Был ҡарарға бөтөн хеҙмәт юлығыҙ, тормошоғоҙ бәйле буласағын онотмағыҙ.
Һөнәрҙе йәштән һайлаАкция, тотош районға киң йәйелде­релеп, әүҙем барҙы. Мәҫәлән, “Калейдоскоп” ял үҙәге холында ойошторолған бай күргәҙмәлә уҡыусылар теге йәки был һөнәргә бәйле тулы мәғлүмәт алды, һәр эштең айырым үҙенсәлектәре менән танышты. Йәштәр, ҡыҙыҡһынып, янғын һүндереүселәрҙең костюмын кейеп ҡараны, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса белемен ғәмәлдә күрһәтте. Әбйәлил юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы, район хакимиәтенең эске эштәр бүлеге, үҙәк дауахана, “Красная Башкирия” хужалығы, “Яҡтыкүл” шифа­ханаһы, “Селена” урман сәнәғәте компа­нияһы, Күсем руднигының янғын һүндереү часы, “Экстрим” турист базаһы, кейеҙ-быйма баҫыу цехы һ.б. мәғлүмәти стенд, слайд, буклеттар һәм продукция күргәҙмәләре аша үҙ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, һорауҙарға төплө яуап ҡайтарҙы.
Тыуған ерҙән йыраҡҡа китмәйенсә лә яҡшы һөнәр алырға мөмкин. Быны рес­публиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә урынлашҡан уҡыу йорттарының күргәҙ­мәләре йәнә бер ҡат раҫланы. Мәҫәлән, БДУ-ның Сибай институтындағы технология факультеты вәкилдәре үҙҙәрендәге белем биреү йүнәлештәре, ниндәй фәндәр буйынса БДИ тапшырыу кәрәклеге хаҡында белешмәләр, буклеттар таратты. Материалдарҙы художестволы эшкәртеү технологияһы бүлеге студенттарының аҫылташтарҙан яһаған һоҡланғыс ҡул эштәре айырым иғтибарға лайыҡ ине. Сибай медицина, Белорет металлургия, Урал аръяғы агросәнәғәт колледждары күргәҙмәләре лә файҙалы һәм мауыҡтыр­ғыс булды. Әбйәлилдә ашнаҡсы-кулинар һөнәрен үҙләштергән студенттарҙың бешереп, ҡупшы итеп өйгән 25 килограмлыҡ бауырһағы, буласаҡ иретеп йәбештереү­селәр яһаған теплица макеттары һәм башҡа ҡул эштәре сараға үҙенсәлекле йәм өҫтәне.
Һөнәрҙе йәштән һайлаУҡыу йорттарының агитбригадалары үҙ белем усағын сағыу сығыштары менән дә данланы. Барыһы ла, шул иҫәптән Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы студенттары ла йөкмәт­келе, мауыҡтырғыс тамаша күрһәтте. Был уҡыу йортонда иретеп йәбештереүселәр, ашнаҡсы-кондитерҙар, автомеханиктар, тракторсы-машинистар, һатыусылар әҙерләнә. Сал тарихлы Сибай педагогия колледжы агитбригадаһы иһә үҙ сығы­шында уҡытыусы һөнәренең абруйын, мөһимлеген, мәңгелеклеген сағылдырҙы. Күптәрҙең “визитка”һы видеояҙмаға төшөрөлгәйне.
Артабан уҡыусылар, төркөмдәргә бүленеп, “Һөнәрҙәр навигаторы” квест-уйынында ҡатнашты, компьютерҙа тест һорауҙарына яуап ҡайтарҙы, “оҫталыҡ дәресе” тыңланы. Мәшғүллек үҙәктәре инспекторҙары, мәғариф учреждениелары белгестәре семинарҙа ҡатнашты, унан “Белем биреү һәм яңы форматта кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрендә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек” проекты эшенә ҡушылды.

Әбйәлил районы.