Сабый тыуа — торлаҡ була

25-04-2018, 00:03 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Сабый тыуа — торлаҡ булаБашҡортостанда 2017 йылдың 1 ғинуарынан алып 2018 йылдың 31 декабренә саҡлы тыуған беренсе бала өсөн 300-әр мең һум бирәсәктәре тураһында гәзитебеҙ хәбәр иткәйне инде. Яңыраҡ ошо тәртипте үҙгәртәсәктәре тураһында билдәле булды. Үҙгәреш нимәгә ҡайтып ҡала?

– Тыуған мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, балаһы республиканан ситтә тыуған Башҡортостан кеше­лә­ренең дә был аҡсаға эйә булыу ихтималлығы барлыҡҡа килде, – ти Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Андрей Трухан. – Бынан тыш, торлаҡ төҙөгәндә аҡсаны рәсми төҙөлөш ойошмаларын ғына түгел, ә шәхси фирмаларҙы яллауға ла тотонорға була. Алынған сумманы ҡайҙа тотоноу тураһында ҡарар ҡабул итеүгә элек ярты йыл ваҡыт бирһәләр, хәҙер ул туғыҙ айға тиклем оҙайтылды. Шулай уҡ тәүге балаһы 2017 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә саҡлы тыуған ғаиләләр өсөн ташламаны алыу ваҡыты күберәк – уны бер йыл эсендә эшләргә мөмкин.
Был программаға үҙгәрештәр индереүгә граждандарҙың күп һандағы мөрәжәғәттәре сәбәпсе булды. Ғаилә Башҡортостанда йәшәп тә баланың саҡ ҡына элегерәк, ата-әсәһенең республиканан ситтә йәшәгәндә тыуған осраҡтары ла аҙ түгел. Ул саҡта граждандар был аҡсаны алыу хоҡуғынан мәхрүм ҡала ине. Йорт һалғанда шәхси оҫталар яллау ҙа йыш осрай һәм бындай хәлдә килешеүҙе түләү органына биреп булмай.
Әйткәндәй, документҡа үҙгәрештәр беренсе тапҡыр ғына индерелмәй. Башҡортостан Башлығының беренсе балаһы тыуған ғаиләләргә йорт төҙөү йәки һатып алыуҙа бер тапҡыр күрһәтелә торған ярҙам биреү тураһындағы ҡарары былтыр март айында уҡ сыҡҡайны. Өс ай үтеүгә, был аҡсаны алырға хоҡуғы булғандар исемлегенә яңғыҙ ата-әсәләр ҙә өҫтәлде. Ә бит тәүҙә субсидия тулы ғаиләләргә генә бирелә ине.
– Киләсәктә башҡа яңылыҡтар индерелеүе лә бик мөмкин, – ти Андрей Трухан. – Мәҫәлән, программаның ғәмәлдә булыуын тағы бер йылға оҙайтырға тигән тәҡдим бар.
Был сумманы алыр өсөн документтар ҡабул итеү 2017 йылдың майында республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында, шулай уҡ күп функциялы үҙәктәрҙә башланғайны. Ошо ваҡыт эсендә 3 594 ғариза ҡабул ителгән, 1 750 сертификат бирелгән һәм уларҙың 629-ы түләнгән. Быйыл республика ҡаҙнаһында шул маҡсат өсөн 325 миллион һум планлаштырылған. Күҙаллауҙарынса, программа ғәмәлдә булған дәүерҙә был ярҙамды ике меңдән ашыу ғаилә аласаҡ. Ошо аҡсаны йәш ғаиләләр, ҡағиҙә булараҡ, йорт йәки ҡулланыуҙа булған фатир һатып алыуҙа тәүге иғәнә итеп файҙалана, ә ипотека түләгәндәр кредиттың бер өлөшөн ҡаплауға йүнәлтә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: тәүге бала тыуыу айҡанлы бирелә торған был аҡсаға 35 йәше тулмаған ғаилә ағзалары йәки яңғыҙ ата-әсә дәғүә итә ала. Был осраҡта уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булып танылыуы ла мотлаҡ. Ярҙам ҡулаҡса менән бирелмәй.