Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бөгөн дә алғы сафтаЙәш кенә көйөнсә дошманға ҡаршы көрәшеп, беҙгә тыныс тормош бүләк иткән ветерандарыбыҙҙың сафтары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл һирәгәйә. Бөгөн уларҙың иҫән-һау булғандары ла туғыҙынсы тиҫтәне ашаҡлаған инде. Шуға ҡарамаҫтан, араларында хәрби хеҙмәткә алынған көндән башлап, һәр ваҡиғаны, дәһшәтле йылдарҙың һәр көнөн күңелендә һаҡлап, үҙе кисергәндәрен һуғыш тураһында ишетеп кенә белгән йәш быуынға фәһем булырлыҡ итеп һөйләй алған, һоҡланғыс ғүмер кисергән ветерандарыбыҙ бар әле.


Учалы ҡалаһында йәшәгән Ғарифулла Зөлҡәрнәев – тап шундайҙарҙың береһе. 1943 йылдың февралендә 17 йәшлек кенә сағында фронтҡа саҡырыла ул. Тәүҙә дүрт ай тирәһе Тоцк ҡалаһында әҙерлек үтәләр. Күп балалы ғаиләлә буй еткергән, кәүҙәгә ҡаҡса ғына булһа ла сос, теремек, зирәк Ғарифуллаға әрме уҡыуҙары еңел бирелә.
— Беҙҙе пулеметсы булырға әҙерлә­неләр. Ҡоралды йыйып һүтергә, нисек эш итергә өйрәттеләр. Пулеметҡа ике кешене беркеттеләр. Бер ҡарауға 60 килограмм ике ир-егет өсөн күп тә түгел кеүек, шулай ҙа батҡаҡта, бысраҡта уны йөкмәп йөрөү ныҡ арыта ине, – тип иҫләй ветеран һуғыштың тәүге көндәрен.
Беренсе Украина фронтының 11-се уҡсылар бригадаһы составында һуғыша Зөлҡәрнәев. 1943 йылдың йәйендә фа­шис­тарҙың сигенгән ваҡытында аяуһыҙ ҡаршылашыуҙарына шаһит була ул.
— Харьков өсөн алыш бигерәк тә дәһшәтле булды. Фашист ни тиклем тырышмаһын, сигенергә мәжбүр иттек. Үҙемдең “максимкам” менән мин дә быға өлөшөмдө индерҙем, — тип ғорурлығын йәшермәй ветеран.
Харьков өсөн барған алыштарҙа батырлыҡ күрһәткән Ғарифулла Ғәйфулла улы “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән наградлана, әммә уға уны 1963 йылда ғына тапшыралар. Ә Полтава өсөн алышта ҡаты яраланып, госпиталдә оҙаҡ дауаланырға тура килә.
— Иң иҫтә ҡалған берәй ваҡиғаны һөй­ләгеҙ әле, — тип һорайым ветерандан.
— Һуғыш һуғыш инде, яҡшы хәтирә­лә­ренә ҡарағанда күңелһеҙерәктәре күберәк, — тип көрһөнә әңгәмәсем. – Бер шулай ете кеше, арабыҙҙа коман­дир­ҙар ҙа бар ине, ни сәбәптәндер частан артта ҡалдыҡ. Көтмәгәндә немец патру­ленә эләгә яҙҙыҡ, ярай әле тиҙ генә йәшенеп өлгөрҙөк. Эргәлә генә тимер юлы үтә, ул да фашистар ҡулында ине. Ғүмерем өсөн түгел, пленға эләгеүҙән ҡурҡтым шул саҡта, атай-әсәйем, ауылдаштарым ни тиерҙәр, тигән уй борсоно иң тәүҙә.
Эйе, ул дәһшәтле йылдарҙы һис тә онотмай ҡарт һалдат. Снарядтар шартлауы, танктар гөрһөлдәүе, яралыларҙың ыңғырашыуы, иптәштәренең үле кәүҙәһе... Тиҫтә йылдар үтһә лә, һуғыш ваҡиғалары һаман төшөнә инеп борсой яугирҙең.
— Ундай афәтте башҡа бер кемгә лә күрергә яҙмаһын, илдәребеҙ имен булһын, йәш быуын тик тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәһен, — тип теләй ветеран.
Әйткәндәй, беҙ килгәндә Ғарифулла Ғәйфулла улы балалар менән осра­шыуҙан ҡайтып ҡына тора ине. Костюм кейеп, түштәренә миҙалдарын тағып алған ветеран олпат йәшенә ҡарамаҫтан, күҙ теймәһен, бер ҙә бирешмәгән, һалдаттарса туры баҫып йөрөй, зиһене теүәл, фекерҙәре тос, уйҙары саф.
“Почет Билдәһе” һәм икенсе дәрәжә Дан ордены кавалеры Ғарифулла Зөлҡәрнәевте Учалыла белмәгәндәр һирәктер. Һуғыштан һуң ул колхозда иҫәпсе, бригадир, ферма мөдире булып эшләй, һуңынан сирек быуат ҡулланыусылар кооперативында хеҙмәт итә. Ҡатыны Сәлимә апай менән ете балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәләле иртәрәк китә яҡты донъяларҙан. Шуға ҡарамаҫтан, Ғарифулла Ғәйфулла улы күңелен төшөрмәй, яҡындары менән аралашып матур итеп ғүмер кисерә. Бөгөн уның 17 ейәнсәре һәм 28 бүлә-бүләсәре бар. Барыһы ла олаталарын хөрмәт итеп, ҡәҙерләп тора.
Ветеран – үҙенең әүҙем тормош позицияһы менән дә күптәргә өлгө. Һуңғы йылдарҙа ул бала табыу йорто, Зәйнулла Рәсүлев мәсете биләмәләрендә һәм тыуған ауылы Ахунға илткән юл буйында бөтәһе ике йөҙҙән ашыу ағас ултыртҡан. Бөгөн Зөлҡәрнәевтең миләштәре, йүкәләре тирә-яҡҡа йәм биреп, хуш еҫтәрен тарата. Әйткәндәй, тап ошо изге эше өсөн былтыр, Экология йылында, Ғарифулла Ғәйфулла улы “Республика Башкортостан” гәзите ойошторған конкурста “Йыл кешеһе” номинацияһында еңеп, төбәк Баш­лығы ҡулынан диплом менән дә бүләкләнде.
Сәйәхәт итергә лә ярата ветеран. Бер нисә йыл элек Мысырҙа булған, Израилгә барып изге урын – Иерусалимды ла күреп ҡайтҡан. Әле Чечен респуб­ликаһының баш ҡалаһы Грозныйҙағы мәсеттә булыу хыялы менән яна.
Ә Еңеү көнөндә Ғарифулла Зөлҡәр­нәев ғәҙәттәгесә парадта, тормоштағы кеүек, иң алғы сафтарҙа барасаҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!”

“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!” 23.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы проекты нигеҙендә “Һаулыҡмы әллә...

Тотош уҡырға 28

Нуғай үҫеш юлында

Нуғай үҫеш юлында 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөнөң Октябрь районындағы Нуғай ауылында 5-се балалар поликлиникаһының стандарт булмаған тәүге...

Тотош уҡырға 45

“Ҡыҙыл зона”нан  сыға алырбыҙмы?

“Ҡыҙыл зона”нан сыға алырбыҙмы? 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ата-әсәнең сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән күп нәмә тора. Демография мәсьәләһе – беҙҙең ил өсөн үтә...

Тотош уҡырға 44

“Был көндө күптән көттөк”

“Был көндө күптән көттөк” 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Тау-урмандар ҡосағындағы Белорет тәбиғәте менән генә түгел, данлы шәхестәре менән дә үҙенсәлекле...

Тотош уҡырға 41

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ?

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ? 20.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яҡын арала пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү көтөлә. 24 сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы...

Тотош уҡырға 57

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымды компенсациялауҙың бер нисә төрөнә иҫәп тота...

Тотош уҡырға 52

Илдең киләсәге –  яуаплы ҡулдарҙа

Илдең киләсәге – яуаплы ҡулдарҙа 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән күп балалы әсәләргә...

Тотош уҡырға 46

Һыу ҡәҙерен  шишмә ҡороғас белерһең

Һыу ҡәҙерен шишмә ҡороғас белерһең 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы төбәгебеҙҙе ылыҡтырғыс итәсәк. Хәҙерге иҡтисад үҫешен хеҙмәт...

Тотош уҡырға 64

Хеҙмәт яҡлаулы булһын

Хеҙмәт яҡлаулы булһын 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Социаль партнерлыҡҡа – сирек быуат Өфөләге Конгресс-холда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү...

Тотош уҡырға 44

Һүҙлек

Һүҙлек 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Страховка пенсияһы күләмен ҡайтанан иҫәпләү – страховка пенсия күләменең үҙгәреүе. Рәсәй Пенсия...

Тотош уҡырға 57

Хаҡлы ял кәртә түгел

Хаҡлы ял кәртә түгел 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Бөгөн пенсия йәшен арттырыу тураһында күп һөйләйҙәр. Берәүҙәр был яңылыҡты хуплап ҡабул итте,...

Тотош уҡырға 52

Алдан юллау отошло

Алдан юллау отошло 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Пенсия фонды бүлексәһенә паспорт, СНИЛС, никах таныҡлығын ғына алып барҙым. Әммә унда тағы ла әллә...

Тотош уҡырға 79