Һәләтле балаларға ярҙам йөҙөнән

13-07-2018, 00:03 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Һәләтле балаларға ярҙам йөҙөнәнРеспублика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәләтле балаларға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Хөкүмәт ағзалары, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, төбәктәге мәғариф учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.


— Минеңсә, балаларҙың барыһы ла талантлы, һәләтһеҙҙәр юҡ. Шул уҡ ваҡытта һәләттәр төрлө була, был йәһәттән уҡытыу барышында, ошо ҡатмарлы белем биреү ғәмәлен ойоштороуҙа төрлө алымдарҙы ҡул­ланыу зарур, — тине төбәк етәксеһе. — Беҙҙә һәләтле балалар менән эш төрлө йүнәлештә алып барыла. Шул уҡ ваҡытта эшмәкәрлекте үҙгәртеү кәрәклеген дә аңлайбыҙ. Был ведомство-ара бәйләнешкә ҡағыла. Ошо өлкәлә министрлыҡтар, муниципалитеттар, вуздар, йәмәғәт ойошмалары эшләй. Әммә улар араһында был йәһәттән әүҙем бәйләнеш юҡ.
Республика Башлығы олимпиада хәрәкәтенә, авторлыҡ мәктәптәренә булышлыҡ итеүҙең, талантлы йәштәрҙе асыҡлау, оҙатыу һәм уларҙы Башҡортостанда ҡалдырыу система­һын үҫтереүҙең әһәмиәтен билдәләне.
— Беҙгә һәләтле, иң талантлы балаларҙың үҙебеҙҙә, республикала эшләүе, ситкә китмәүе мөһим. Балаларҙың башҡа ҡалаларға уҡырға юлланыуы тәбиғи, әммә беҙгә уларҙы кире ҡайтарырға, шарттар тыуҙырырға, яңы эш урындары асырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Шуны билдәләргә теләйем: һәләтле йәштәр өсөн ниндәйҙер махсус, теплица шарттары тыуҙырырға түгел, ә бөтә балалар менән эшләргә, һәр мәктәптә һәләтте үҫтереү мөмкинлеген бирергә тейешбеҙ.
Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әле республикала Һәләтле (талантлы) балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү концепция­һының эшләнеүе хаҡында һөйләне. Ул төбәк Финанс министрлығында яраштырыу ғәмәлен үтә. Документ, атап әйткәндә, йәш таланттарға ярҙам күрһәтеү системаһын төҙөүҙе, уҡытыу­сыларҙың белемен камиллашты­рыуҙы, шулай уҡ республика вуздары араһында тығыҙ бәйләнеш булды­рыуҙы күҙ уңында тота. Концепция нигеҙендәге бурыстарҙың береһе — талантлы балаларҙы һәм йәштәрҙе республикала ҡалдырыу, башҡа төбәктәрҙән һәләттәрҙе йәлеп итеү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республикаға олимпиадала еңеүселәр һанын арттырыу артынан ҡыуырға кәрәкмәй.
— Беҙгә өр-яңы һөҙөмтәләр алыу, шул иҫәптән башҡа төбәктәрҙән йәштәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеген биргән яңы уҡыу киңлеген булдырыу фарыз, — тине республика Башлығы.