Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ил етәкселеге әҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәр йәһәттән дә ярҙам ҡулы һуҙа, көйләнгән сәйәсәттең киләсәктә лә дауам ителәсәгенә шик юҡ. Мәҫәлән, ер майҙаны бирелеүенә нисек шатланмаҫҡа! Шул иғтибарға лайыҡ, төрлө программаларҙы ҡулланған ғаиләләр, үҙ көстәренән тыш, дәүләт ярҙамына ла өмөт итә ала. Граждандарҙың льготалы категорияларына ер участкаһы бүлеү уңышлы дауам итә. Был осраҡта ишле ғаиләләрҙе күҙ уңында тотам.

Өс һәм унан да күберәк балалы ғаиләләрҙең барыһына ла ер участкаһы бирелергә тейеш. Уны юлла ла төҙөлөшкә тотон. Өҫтәүенә иге-сиге күренмәгән илебеҙҙә ер майҙандарының йәйрәп ятыуын, хатта ҡайһы берҙәренең файҙаланылмауын белгәс, бер ниндәй ҙә тотҡарлыҡтар күҙалланмаҫ кеүек. Иң мөһиме — халыҡ үҙ тормошон ҡорор, ныҡлап тамыр йәйер тигән ышаныс көслө. Ә инде был мәсьәләне ентек­лә­берәк өйрәнһәң, иҫкәрмәләр бихисап ҡына. Әгәр бер улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ айырым йәшәһә, ирегеҙ йәки кәләшегеҙ менән гражданлыҡ никахында ғүмер итһәгеҙ, тормош иптәшегеҙ сит ил гражданы йәки уның теркәлеүе биш йылға тулмаһа, бындай бәхеттән мәхрүм ҡалырһығыҙ. Балала­рығыҙҙың йәше лә 18-ҙән артмаҫҡа тейеш. Тағы бер шарт: быға тиклем һеҙҙең ер участкағыҙ булған икән, шулай уҡ сиратҡа ҡуймаясаҡтар.
Танышымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, дүрт бала тәрбиәләгән ғаилә булараҡ, улар ҙа кәләше менән әлеге мөмкинлектән файҙаланырға ҡарар иткән. Ғүмерҙә бер тапҡыр бушлай бирелгән ер биләмәһенән кем баш тартһын ти! Тейешле бөтә документтарҙы йыйып, “берҙәм тәҙрә”гә тапшырғандар. Көтөргә ҡушҡандар, хәбәр итербеҙ, тигәндәр. “Һеҙгә ер участкаһы бирелмәй” – бер айҙан һуң бына шундай аптыратҡан яуап килгән. Ә улар дүрт күҙ менән ер көткән һәм киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡорған. Баҡтиһәң, өсөнсө балалары тыуғанда өлкәне бәлиғ булып өлгөргән икән. Хәйер, йыраҡ йөрөйһө түгел, ошо юлдарҙың авторына ла шуға оҡшаш сетерекле хәл менән күҙмә-күҙ осрашырға тура килде. Ни эшләйһең, ҡанунды хөрмәт итергә бурыслыбыҙ. Закон шуның өсөн сығарылған, уны бер нисек тә инҡар итеү мөмкин түгел.
Мохтаждарҙы ер менән тәьмин итеү мәсьәләһе тәрән уйланып эшләнгән. Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, илебеҙҙә демография мәсьәләһе көйләнгән. Ғаиләләрҙә кәм тигәндә ике-өс бала буй еткерә. Итәк тулы бала тәрбиәләгәндәр — күптәргә өлгө, үҙ сиратында, һәр береһен башлы-күҙле итеү өсөн ҙур тырышлыҡ һала улар. “Әгәр ер майҙаным булһа, бөгөндән төҙөлөш башлар инем” тигән теләктәрҙе тырыштарҙан йыш ишеткәнем бар. Өсөнсө балаға ер майҙаны бирелеүҙе киләсәккә инвестиция һалыныуға тиңләү дөрөҫлөккә тура килә.
“Росстат” биргән мәғлүмәттәр буйынса, 2017 йылдың 1 ғинуарына илебеҙҙә 18 йәшкә тиклемгеләр 29 574 мең кеше иҫәпләнгән.
Шуныһы, хәллеләр ғәзиздәренең киләсәген күптән хәстәрләп ҡуйған. Балалары бәләкәй генә әле, уның ҡарауы, фатирҙары күптән әҙер, ҡала ситендә зиннәтле дача көтә уларҙы. Ергә мөнәсәбәт төрлөсә булған шикелле, уға мең төрлө ҡараш йәшәп килә. Берәүҙәр өсөн ул трамплин ролен үтәй. Сос әҙәмдәр төрлө юлдар аша ер биләмәһе һатып ала ла бер нисә йылдан уны ҡыйбат хаҡҡа осора. Йәшерен-батырын түгел, айырыуса һуңғы ваҡытта ер алыу йәки уның менән сауҙа итеү модаға инеп китте. Ә дәрттәре ташып торһа ла, мөмкин­лектәре сиклеләргә нимә эшләргә?
Ысынлап та, халыҡтың ташламалы категорияларына бушлай ер таратылғас, ишле ғаиләләр әҙме-күпме тын алып ҡалды. Шәхси хужалығын алып барыу өсөн ул — ҙур майҙансыҡ. Егәрлеләр өсөн йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү, ҡош-ҡорт үрсетеү нимә инде! Мал аҫрап файҙаһын күреүселәр бихисап. Аяҡ йәки өҫ кейеме, төҙөлөш материалдары етештереү кеүек бәләкәй цехтар асыусылар ҙа юҡ түгел. Шуларҙан сығып, ерҙе һәр йәһәттән дә туйындырыусы тип әйтмәй ҡара!
Әгәр ҙә әҙ тәьмин ителгән ғаилә торлаҡ мәсьәләһен бер нисек тә хәл итә алмай икән, бушлай бирелгән ер майҙанында ул төҙөлөш өсөн ҡайҙан аҡса табырға тейеш тигәнерәк фекерҙәр ҙә яңғырай. Килешмәйем, ер участкаһы берәүгә лә артыҡ түгел. Булмағанға ҡарағанда, булғанды эш итеүе еңелерәк. Шулай бит?



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды

Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фельдшерҙарға эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙары һәм дарыуҙарға рецепттар яҙыу...

Тотош уҡырға 72

Эшкә ҡайтығыҙ!

Эшкә ҡайтығыҙ! 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре...

Тотош уҡырға 48

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфө районының Чесноковка ауылында 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә....

Тотош уҡырға 42

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре “Диагностика” мобилле модулендә...

Тотош уҡырға 52

Йәш ғаиләләр ерле булды

Йәш ғаиләләр ерле булды 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырҙы....

Тотош уҡырға 61

Йәнә 217 автобус...

Йәнә 217 автобус... 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда 242 миллион һумға 217 мәктәп автобусы һатып алынды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 50

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөлә бығаса үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан кешеләр менән эшләгән психиатрҙар күп, ә бына ошоно...

Тотош уҡырға 45

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ҡыйғы районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе бер быуатҡа яҡын тарихҡа эйә. Һынылышлы, халыҡ өсөн ауыр 1921...

Тотош уҡырға 73

Бушҡа ...автомобиль!?

Бушҡа ...автомобиль!? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда йәшәгән 16 кеше бушлай автомобиль аласаҡ....

Тотош уҡырға 107

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй?

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙән азат ителгәндәр даирәһе киңәйә....

Тотош уҡырға 73

Бәхетһеҙ осраҡтар ғүмерҙе ҡыя

Бәхетһеҙ осраҡтар ғүмерҙе ҡыя 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Тыныс тормошта йәшәһәк тә, яу яланындағы кеүек, кешеләр ғүмере өҙөлә. Ошо йылдың ун айында ғына...

Тотош уҡырға 55

Модулле ФАП-тар “мода”ла

Модулле ФАП-тар “мода”ла 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Балтас районында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тутағас халҡы тәүге медицина ярҙамы...

Тотош уҡырға 65