Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын нисек алырға?
Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы айлыҡ аҡсалата түләүҙең бер өлөшө булғанға күрә, уны алыу өсөн Пенсия фондына барыуҙың йәки айырым ғариза яҙыуҙың кәрәге юҡ. Ә инде айлыҡ аҡсалата түләүҙе билдәләһендәр өсөн, федераль льготалы Рәсәй Пенсия фондының үҙе теркәлгән йә иһә йәшәгән урын буйынса территориаль органына ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Түләүҙе тәғәйенләһәләр, граж­дандың социаль хеҙмәттәр йы­йыл­маһын натуралата алыуға хоҡуғы ла барлыҡҡа килә. Әйт­кәндәй, радиация йоғонто яһаған категорияға ҡараған граждандарға был ҡағылмай. Улар йыйылманы натуралата алырға теләй икән, ғариза яҙырға тейеш. Был осраҡта йыйылма киләһе йылдың 1 ғин­уарынан ғына ғәмәлгә инә.
Рәсәй Пенсия фондының территориаль органы гражданға социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын алыуға хоҡуҡ биргән билдәләнгән өлгөләге белешмә ҡағыҙы тапшыра. Унда льготалының катего­рияһы, айлыҡ аҡсалата түләүҙе тәғәйенләү ваҡыты, шулай уҡ граждан хоҡуҡлы булған социаль хеҙмәттәр күрһәтелә.
Белешмә ҡағыҙы тотош Рәсәй биләмәһендә файҙаланыла ала. Дауалау-профилактика учреждениеларына, ҡала яны бәйләне­шендәге тимер юл кассаларына мөрәжәғәт иткәндә, граждан түбәндәге документтарҙы тапшыра:
lшәхесте раҫлаған документ;
lайлыҡ аҡсалата түләүгә хоҡуҡты раҫлаған документ;
lРәсәй Пенсия фондының территориаль органында бирелгән һәм социаль хеҙмәттәр йыйыл­маһына хоҡуҡты раҫлаған белешмә ҡағыҙы.
Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһына нимә инә?

lрецепт буйынса дарыуҙар, медицина изделиелары, инвалид балалар өсөн махсус туҡланыу продукттары;
lтөп сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн шифахана-курорттарҙа дауала­ныуға юлламалар;
lҡала яны тимер юл, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауаланыуға бушлай барыу һәм ҡайтыу.

Социаль хеҙмәтте
натуралатамы,
әллә аҡсалатамы?

Граждан социаль хеҙмәтте ниндәй төрҙә (аҡсалатамы, әллә натуралатамы) алыуҙы үҙе хәл итә һәм Пенсия фондының территориаль органына ғариза яҙа. Әйткәндәй, был туралағы ҡарарҙы йыл һайын раҫлауҙың кәрәге юҡ, ғаризаны бер тапҡыр тапшырыу ҙа етә. Әгәр граждандың фекере үҙгәрә икән, ҡайтанан ғариза яҙыу мотлаҡ. Тик быны 1 октябргә тиклем эшләү шарт, сөнки яңы ға­риза киләһе йылдың 1 ғинуарынан ғына ғәмәлгә инә. Уны Пен­сия фондының теркәлгән йәки йәшәгән урын буйынса территориаль органына, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү менән шөғөлләнгән күп функциялы үҙәк аша ла тапшырып була.
Социаль хеҙмәттәр йыйыл­маһы натуралата тапшырылған осраҡта уның хаҡы айлыҡ аҡса­лата түләүҙән алып ташлана. Әгәр граждан аҡсалата эквивалентҡа өҫтөнлөк биреп, йыйылманан (бер йәки ике социаль хеҙмәттән) баш тартһа, уларҙың хаҡы ла айлыҡ аҡсалата түләү күләменән алып ташлана.
Социаль хеҙмәттәр йыйылма­һынан баш тартыу, уны биреүҙе яңыртыу, элегерәк яҙылған ғари­заны ғәмәлдән сығарыу тураһын­да яңы ғариза тапшырғанда үҙегеҙ менән Рәсәй Федерацияһы граж­данының паспортын алыу ҙа етә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Теште ҡайҙа дауалайҙар?

Теште ҡайҙа дауалайҙар? 15.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылында Радий Хәбиров амбулатория менән танышты. Поликлиникала ни...

Тотош уҡырға 144

Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды

Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фельдшерҙарға эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙары һәм дарыуҙарға рецепттар яҙыу...

Тотош уҡырға 83

Эшкә ҡайтығыҙ!

Эшкә ҡайтығыҙ! 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре...

Тотош уҡырға 51

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфө районының Чесноковка ауылында 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә....

Тотош уҡырға 45

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре “Диагностика” мобилле модулендә...

Тотош уҡырға 54

Йәш ғаиләләр ерле булды

Йәш ғаиләләр ерле булды 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырҙы....

Тотош уҡырға 67

Йәнә 217 автобус...

Йәнә 217 автобус... 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда 242 миллион һумға 217 мәктәп автобусы һатып алынды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 50

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөлә бығаса үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан кешеләр менән эшләгән психиатрҙар күп, ә бына ошоно...

Тотош уҡырға 47

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ҡыйғы районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе бер быуатҡа яҡын тарихҡа эйә. Һынылышлы, халыҡ өсөн ауыр 1921...

Тотош уҡырға 75

Бушҡа ...автомобиль!?

Бушҡа ...автомобиль!? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда йәшәгән 16 кеше бушлай автомобиль аласаҡ....

Тотош уҡырға 112

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй?

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙән азат ителгәндәр даирәһе киңәйә....

Тотош уҡырға 73

Бәхетһеҙ осраҡтар ғүмерҙе ҡыя

Бәхетһеҙ осраҡтар ғүмерҙе ҡыя 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Тыныс тормошта йәшәһәк тә, яу яланындағы кеүек, кешеләр ғүмере өҙөлә. Ошо йылдың ун айында ғына...

Тотош уҡырға 55