Йыл башынан республика йылғаларында 35 кеше һәләк булған
Балалар каникулға сығыр алдынан үткәрелгән һуңғы класс йыйылышында уҡытыусы: “Атай-әсәйҙәр, йәйге ял ваҡытында балаларҙы, зинһар, һаҡлағыҙ. Яңы уҡыу йылына теүәл киләйек”, – тип ҡат-ҡат иҫкәртте, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Ошондай аңлатыу эше башҡа ата-әсәләр менән дә уҙғарылғандыр. Иҫкәртмәгән хәлдә лә, был хаҡта һәр оло кеше белергә һәм баланы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта беҙ уйлағанса ғына түгел...
Быйыл да һыуға батып һәләк булғандар күп. Араларында балалар ҙа бар. Мәҫәлән, күптән түгел Салауат районында 15 йәшлек үҫмер Йүрүҙән йылғаһында һыу ингәндә һәләк була. Ҡарауһыҙ ҡалған алты йәшлек бала Карьерлы күлендә бата. Илеш районының Әнәс ауылынан ситтәрәк, Ағиҙел йылғаһында, 15 йәш­лек үҫмерҙең ғүмере өҙөлә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 26 июлдә, бер көн эсендә генә, өс фажиғә теркәлде. Иглин районының Ленинский ауылындағы быуала 13 йәшлек ҡыҙ һәләк булған. Икенсе осраҡта Федоровканың Новоселка ауылындағы Малайха күлендә 16 йәшлек ҡыҙ батҡан. Ошо уҡ көндө Кушнаренко районындағы Шемәк йылғаһында 16 йәшлек үҫмер һәләк булған. Барлыҡ фажиғәләр ҙә һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған пляждарҙа теркәлгән. Бәлиғ булмағандарҙы ололар ҡарауһыҙ ҡалдырған.
Һыу инеү ололар өсөн дә бәғзе осраҡта фажиғәле тамамлана. Мәҫә­лән, Өфөгә ҡунаҡҡа килгән 21 йәшлек егет Дуҫлыҡ монументы янында Ағи­ҙелгә бата. Шулай уҡ Краснокама ра­йонындағы фажиғә тураһында ла мәғлүм: ир менән ҡатын һәм уларҙың йәш ярымлыҡ сабыйы күл буйында машинала йоҡлай, төн уртаһында машина һыуға төшөп китеп, ғаилә һәләк була.
Ошондай фажиғәләр тураһында халыҡ ишетеп торһа ла, һаҡланыу сараһын күрергә, кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға ашыҡмай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының мәғлүмәт­тәренә күҙ һалайыҡ. Мәҫәлән, 25 июлдә ҡотҡарыусылар һигеҙ кешене бәләнән йолоп ҡалған. Уларҙың өсәүһе — бала. Бындай миҫалдар бик күп.
Быйыл республика йылғаларында 35 кеше һәләк булған, уларҙың 27-һе — ир, икәүһе — ҡатын-ҡыҙ, алтыһы — бала. Иң күп осраҡтар Ағиҙелдә теркәлгән: унда алты кешенең ғүмере өҙөлгән. Ун һыу инеүсе ҡотҡарылған.
Миҙгелгә ярашлы, төбәктә 75 рәсми һыу төшөү урыны әҙерләнгән, уларҙың туғыҙы — Өфөлә.

Ниңә кешеләр бата?
Ата-әсәнең иғтибарһыҙлығы, үҙ-үҙеңә ныҡ ышаныу, кисеүҙе белмәү, иҫкәртеү таҡталарына әһәмиәт бирмәү, алкоголь ҡулланыу — бәләгә илтеүсе төп сәбәптәр.
Ҙур булмаған упҡындар ҙа (өйрөлмәктәр) бик хәүефле.

Һаҡланыу саралары
Белгестәр баланы бәләкәйҙән йөҙөү түңәрәгенә бирергә кәңәш итә. Шул саҡта улар үҙен һыуҙа тоторға өйрәнәсәк. Һыу ингән саҡта балалар өсөн ҡотҡарыу түңәрәге, ҡулдарға кейҙереү өсөн махсус яйланмалар алырға кәрәк.
Хәл бөткән осраҡта, тын алыу юлдарына һыу эләкмәһен, ҡалған көстө һаҡлап ҡалыу өсөн тынды тотоп, арҡаға ятырға һәм әкрен генә ярға табан йөҙөргә кәрәк. Быны балаларға аңлатыу мөһим.
Көҙән тотҡан саҡта танауҙы тотоп су­мырға һәм аяҡты һуҙырға кәңәш ите­лә. Йәғни мускулдарҙы кире үҙ хәленә ҡайтарыу өсөн аяҡты төҙәйтеп, ҡулдар менән уның осонан тартырға кәрәк.

Беренсе ярҙам
Тәүҙә батҡан кешенең үпкәһенән һыуҙы сығарырға кәрәк. Әгәр ҙә ошо сараны күрмәһәң, йөрәккә массаж эшләүҙең һәм яһалма тын алдырыуҙың файҙаһы булмаясаҡ. Бының өсөн зыян күреүсене эсенә йәки тубыҡҡа һалыу шарт.