Төндә лә балҡып ултырасаҡ

10-08-2018, 08:43 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Төндә лә балҡып ултырасаҡУрындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында учалылар, бына инде бишенсе йыл әүҙем ҡатнашып, байтаҡ тәжрибә туп­ланы. Ошо арауыҡта 61 проект уңышлы тормошҡа ашырылды. Улар араһында иң эреләре – ҡалала төҙөлгән саңғы-роллер юлы, төҙөкләндерелгән ял һәм мәҙәниәт паркы, Учалы ауылында урынлаштырылған сүп-сар өсөн 47 ер аҫты контейнеры.

Ауылға йәштәр ҡайта

Программаға ярашлы, күп кенә башҡа ултыраҡтарҙа ла социаль һәм коммуналь инфраструктуралар яҡшырҙы, урамдарға яҡтылыҡ үткәрелде, спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөлдө, юлдар ремонтланды, байтаҡ социаль объекттар төҙөкләндерелде. Учалынан башҡа республикала бер муниципаль берәмек тә бындай ҡаҙаныш менән маҡтана алмай. Быйыл да райондан дүрт проект еңеүсе тип табылды.
Шуларҙың береһе – Наурыҙ биләмәһенә ҡараған Ғәҙелша ауылы урамдарына энергия һаҡлағыс яҡтыртҡыстар ҡуйыу проекты. Ғәҙелша – районда иң бәләкәй ултыраҡтарҙың береһе. Бөгөн бында һигеҙ йортта 19 кеше йәшәй. Ауыл ике ҡитға – Европа менән Азия осрашҡан урында, бик күркәм ерҙә урынлашҡан. Уның эргәһендәге Баҡшай яланында археологтар бынан тиҫтә йыл элек боронғо ҡаласыҡ булғанлығын да асыҡланы, йыл һайын ошо ерҙә ҡаҙыныу-тикшеренеү эштәре башҡарыла, боронғо әйберҙәр табыла. Ике йыл рәттән “Ай, Уралым” этнофестивале лә тап Баҡшай яланында гөрләп уҙғарыла.
Тарихы ла бик үҙенсәлекле Ғәҙелша ауылының. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан 22 кеше китеп, шуларҙың 16-һы Тыуған ил өсөн яуҙа башын һалған. Уҙған быуат уртаһында бында йорттар һаны 25-кә еткән, йөҙҙән ашыу кеше йәшәгән, хатта башланғыс мәктәп тә булған. Ауылдың уңған халҡы данлыҡлы “Байрамғол” совхозында тырышып хеҙмәт иткән. Ферма урынында таш һарайҙарҙың нигеҙе генә тороп ҡалған бөгөн.
Бынан ете-һигеҙ йыл элек ауылда ике-өс йортта ғына башлыса оло быуын кешеләре көн күргән. Һуңғы йылдарҙа йәнтөйәктәренә ҡайтып йәшәргә ынты­лыусыларҙың булыуы – ҡыуаныслы күренеш. Хатта тамырҙары Ғәҙелша менән бәйле булмаған бер нисә ғаилә лә бында йорт һалып төпләнгән.
Тарихына, үткәненә бик иғтибарлы ғәҙелшалар. Ауылдың иң күренгән урынында Бөйөк Ватан һуғышында вафат булыусыларға ҡуйылған обелискты, мәңгелек йорт – зыяратты ла ҡарап, тәртиптә тота улар, һәр яҙ һайын ситтә йәшәгәндәр ҙә өмәгә йыйыла, даими рәүештә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын да ойоштороп торалар.
Ә былтыр Шәжәрә байрамы уҙғарып, йәш быуынға ата-бабалары аманатын еткерҙеләр. Ауылға яҡтыртҡыстар ҡуйыу мәсьәләһе лә тап шунда күтәрелә.

Тырышһаң, кинәнеп йәшәйһең

– Ауыл советы хакимиәте башлығы Закир Ғариповтың урындағы башлан­ғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу тәҡдимен барыбыҙ ҙа бер тауыштан күтәреп алдыҡ. Проекттың еңеүсе тип табылыуына бик шатбыҙ. Мин үҙем ҡалала йәшәйем, ауылға һирәк ҡайтам. Ауылдаштарым өсөн был бигерәк тә шәп буласаҡ, – ти тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы, яҙыусы-прозаик Урал Аллаяров.
– Ғәҙелша урамдарына яҡтыртҡыстар ҡуйыу бөгөнгө көн талабы ине, сөнки ауыл һуңғы йылдарҙа үҫеш кисерә. Проекттың хаҡы 83 мең һум тора. Шуның 24 меңен ауыл халҡы, ситтә йәшәгән ғәҙелшалар йыйҙы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты 20 мең һум индерҙе, урындағы бюджеттан 15 мең һум бүленде. Ошо көндәрҙә генә аукцион шарттарында подрядсы ойошма билдәләнде. Эштәрҙе шәхси эшҡыуар Морат Солтанғолов башҡарасаҡ. Уны талапсан, яуаплы эшҡыуар тип беләбеҙ. Бурыстарына етди ҡарап, эште ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарырына шигебеҙ юҡ, – ти Закир Ғадинан улы.
Рәүеф Фәтҡуллин Ғәҙелшала тыуып үҫеп, ғүмере буйы ошонда йәшәй. Ул районда ғына түгел, республикала ла сабыш аттарын өйрәтеүсе булараҡ дан яулаған. Рәүеф Зәки улы өйрәткән юртаҡтар район, республика, хатта Башҡортостандан ситтә уҙғарылған һабантуйҙарҙа ла беренселекте бирмәй. Тормош иптәше Ғөбәйҙә Сабирйән ҡыҙы менән тыуған ауылдарында күркәм йорт һалып, ҡура тулы мал, ҡош-ҡорт аҫрап, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк-таяныс булып татыу ғүмер кисерә улар.
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға ҡарар иткәс, ауылдаштары Рәүеф Зәки улын инициатива төркөмөнөң етәксеһе итеп һайлап ҡуя.
– Ситтә эш, йәшәргә йорт тәҡдим итһәләр ҙә, тыуған ауылымдан китмәнем. Шөкөр, һуңғы йылдарҙа “ҡараңғы” тип иҫәпләнгән ауылыбыҙ үҫә, күркәмләнә. Халыҡ, ығы-зығылы ҡала мөхитендә йәшәүгә ҡарағанда, экологик яҡтан таҙа, һоҡланғыс тәбиғәтле урында ғүмер кисереүҙең бөтә яҡтан да өҫтөнөрәк икәнлеген саҡ аңлай башланы, күрәһең.
Бөтә нәмә лә үҙеңә бәйле, тырышһаң, ауыл ерендә лә уңайлы шарттар тыуҙырып, рәхәтләнеп йәшәп була. Өҫтәүенә халыҡтың йәшәйешен, көн­күрешен еңеләйтеүгә йүнәлтелгән ошондай программаларҙың булыуы иртәгәһе көнгә өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Ауылдаштарымдың барыһы ла, программаның асылына төшөнөп, кәрәкле сумманы тиҙ генә йыйып бирҙе, ситтә йәшәгәндәргә лә рәхмәт – ҙур әүҙемлек күрһәттеләр.
Элек ауылда ике генә яҡтыртҡыс бар ине, ҡышҡы оҙон төндәрҙә бигерәк тә ҡыйын булды. Хәҙер хәл тамырынан үҙгәрәсәк. Ғәҙелшаны “ҡараңғы ауыл” тип әйтергә бер кем дә батырсылыҡ итмәҫ, – тип шатлығын йәшермәне Рәүеф Зәки улы.
– Барыһы километр самаһы сым һу­ҙылып, энергияны күп сарыф итмәүе һәм оҙаҡҡа етеүе менән отошло 10 яҡтыртҡыс һәм яңы электр энергияһын иҫәпләгес ҡуйыласаҡ. Документтарҙы туп­лап бөтөү менән төп эшкә тотонмаҡсыбыҙ, – ти подрядсы ойошмаһы етәксеһе Морат Солтанғолов.

Күктән көтөп ятмайҙар...

Әйткәндәй, Наурыҙ ауылы хакимиәте урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында бишенсе йыл рәттән ҡатнашып, шуның дүртеһендә еңеүсе булған.
– 2014 йылда Наурыҙ ауылының зыяратын кәртәләнек, 2015-тә ауылға балалар майҙансығы урынлаштырҙыҡ. Был эштәр фәҡәт наурыҙҙарҙың тырышлығы арҡаһында ғына тормошҡа ашырылды. Ә былтыр биләмәгә ҡараған Мәҫкәү ауылының мәктәбен капиталь ремонтлауға өлгәштек, – тип бәйән итте Закир Ғарипов.
Мәҫкәү урта мәктәбендә 54 бала иҫәпләнә. Учреждениеның спорт залы авария хәлендә була, түбәһе ишелеп төшөү хәүефе янағас, ябып та ҡуялар. Физкультура дәрестәре тышта үткәрелә. Мәктәптең төп бинаһы ла иҫке, шуға ҡарамаҫтан, йыл һайын косметик ремонт уҙғарып торалар, 2008 йылда ҡыйығын тулыһынса яңыртҡандар. Бөгөн иһә бинаны танырлыҡ та түгел: стеналары һыланып аҡланған, түшәмдәре ремонтланған, спорт залын төҙөкләндереү менән бер рәттән, мәктәптең 14 тәҙрәһе лә замансаға алмаштырылған.
– Иң мөһиме – элекке кеүек ел уйнамай, йылы, яҡты. Балаларға төплө белем алырға, спорт менән шөғөлләнергә уңайлы шарттар тыуҙырылды, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты мәктәп директоры Наил Бүләков.
– Күп ултыраҡтарҙа халыҡтан аҡса йыйыу мәсьәләһе ауырлыҡ тыуҙыра, ә беҙҙең биләмәлә, киреһенсә, халыҡ үҙе йүгереп йөрөй. Был йәһәттән бигерәк тә мәҫкәүҙәрҙе билдәләр инем. Ауылдағылар ҙа, ситтә йәшәүселәр ҙә ҙур әүҙемлек күрһәтте. Проект хаҡы 750 мең һум тәшкил итте, шуның 90 меңен халыҡ күтәрҙе. Бағыусылар ҙа ситтә ҡалманы, бигерәк тә Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тос өлөш индерҙе.
Ремонтты “Монолит” йәмғиәте баш­ҡарҙы. Уларҙың эшенән бик ҡәнәғәтбеҙ. Йөкмәтелгән бурыстарын ваҡы­тында, сифатлы итеп атҡарҙылар, өҫтәүенә сметаға инмәгән ҡайһы бер эштәрҙе лә үҙҙәренең аҡсаһына эшләп шатландырҙылар, – тип маҡтау һүҙҙәрен яуҙырҙы хакимиәт башлығы.
Әйткәндәй, Наурыҙ ауыл советына ҡараған биш ултыраҡ та киләһе йылда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға иҫәп тота. Ошо маҡсатта йыйылыштар уҙғарылып, борсоған проблемалар, хәл итәһе мәсьәләләр асыҡланған да инде.
Мәҫкәү ауылы Яйыҡ йылғаһы буйында тигеҙлектә урынлашҡан. Һәр яҙ һайын йылға ташһа, яр ситендәге йорттарҙы һыу баҫып ыҙалата. Мәҫкәүҙәр, программала ҡатнашып, дамба төҙөү эшен планлаштыра. Наурыҙҙарҙы данлыҡлы ауылдаштары – Ҡарас сәсән ерләнгән ташландыҡ зыяраттың торошо борсой. Йәндек һәм Ташҡыя ауылдары халҡы урамдарға яҡтыртҡыстар ҡуйҙыртыу хыялы менән яна.
– Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына халыҡ өйрәнеп тә бөттө инде. Уның шарттарын да яҡшы аң­лап, хәл ителергә тейеш мәсьәләләрҙе асыҡлауҙа, аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатна­шалар. Күктән көтөп ятмай, үҙ өлөшөңдө индереп ниҙер булдырыу, төҙөү, уртаҡ тырышлыҡтың һөҙөмтәһен күреү халыҡты берләштерә, яңы эштәргә дәртләндерә. Тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур – үҙ ҡулың менән тыуҙырған әйбергә нисек һаҡсыл ҡарамайһың инде? Артабан да был прог­рамма уңышлы эшләүен дауам итһен, – тигән теләктәрен белдерҙе Закир Ғадинан улы.

Рөстәм ХӘМИТОВ,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының һөҙөмтәләре насарҙан түгел. Кешеләр теләк булғанда проблемаларҙы хәл итеү, аныҡ эштәр башҡарыу мөмкин икәненә ышанды. Ҡайҙалыр юлдар торошо яҡшырҙы, зыярат кәртәләнде, шишмә таҙартылды, ҡайҙалыр ҙур булмаған төҙөлөш эштәре башҡарылды. Дөйөмләштереп әйткәндә, был проекттар халыҡтың үҙен йәлеп итеп, уларҙың башланғысында яҡшы, изге эштәр башҡарыу мөмкинлеген күрһәтте. Был эште киләсәктә лә мотлаҡ дауам итергә һәм тормошҡа ашырырға кәрәк”.