Йыл һайын августың икенсе шәмбеһендә Рәсәйҙә Физкультурниктар көнө билдәләнә. Быйыл ул 11 авгусҡа тура килә. Хәҙерге йәмғиәттә физик культураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Ил халҡының сәләмәтлеге, физик үҫеше кеүек күрһәткестәр физкультураның ниндәй кимәлдә булыуын сағылдыра.
Рәсәй Президентының май Указы менән айырым маҡсатлы күрһәткестәр раҫланғайны. Әле сәләмәт тормош алып барған кешеләрҙең, физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән граждандарҙың 55 процентҡа артыуы күҙәтелә.

Физкультурниктар көнөндә Өфөлә, тотош республикала төрлө спорт саралары, акциялар уҙғарыла. Спортсыларҙың сығыштары, ярыштар, ғаилә командалары эстафетаһы ойошторола. Был сараларҙың барыһы ла халыҡта сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләүгә, кесе йәштән үк спортҡа, физкультураға йәлеп итеүгә йүнәлтелә.
Әйткәндәй, Республика врач-физкультура диспансеры Физкультурниктар көнөнә арналған байрам сараһында ҡатнашырға саҡыра. Ул иртәгә М. Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында уҙғарыла.