Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төбәк бәҫе – мәғарифтың көсөндә
Төбәк бәҫе – мәғарифтың көсөндәБаш ҡалабыҙ Өфөлә сираттағы Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә 600-ҙән ашыу кеше – төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, ҡала, район хакимиәттәре башлыҡтары, мәғариф идаралыҡтары етәкселәре, белем усаҡтары директорҙары, ата-әсәләр ҡатнашты. Пленар ултырышта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
Быйылғы кәңәшмәнең төп темаһы – заманса хәүефһеҙ белем биреү мөхите булдырыу. Сараға ярашлы, бер нисә фекер алышыу майҙансығы эшләне. Уларҙа ҡатнашыусылар уҡытыу һәм тәрбиә эшенең яңы алымдары, балаларҙың һәләтен иртә йәштән үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, инклюзив һәм һөнәри белем биреүҙе камиллаштырыу һәм башҡалар хаҡында һүҙ алып барҙы.



Уҡыу йылын яҡшы әҙерлек менән

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында Президент Владимир Путиндың май указдарында мәғарифҡа ҡағылышлы мәсьәләләр өҫтөн­лөклө йүнәлеш булараҡ билдә­ләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Указда мәктәп белеменең сифаты буйынса Рәсәйҙе донъяның иң яҡшы ун дәүләте исемлегенә индереүҙе тәьмин итеү бурысы ҡуйыла, – тине Рөстәм Хәмитов. – Унда шулай уҡ уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырасаҡ яңы алымдар һәм технологияларҙы үҙләштереүгә, тармаҡтың матди базаһын нығытыуҙы дауам итеүгә, һанлы мәғариф мөхитен үҫтереүгә баҫым яһала. Педагогтарҙың һөнәри үҫешенә булышлыҡ итәсәк заманса милли система булдырыу зарур. 2024 йылға тиклем университеттар менән фәнни ойошмалар һәм предприятиелар ҡатнашлығында кәм тигәндә 15 ғилми-белем биреү үҙәге асыу бурысы тора. Дөйөм алғанда, май указдарын үтәү барышында башҡарылған саралар илебеҙҙең белем биреү өлкәһен һиҙелерлек яҡшыртырға, йәш белгестәрҙең конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттырырға тейеш.

Быйылғы уҡыу йылында республиканың балалар баҡсалары һәм мәктәптәре 850 меңдән ашыу баланы ҡабул итәсәк. Мәғариф учреждениелары эш башларға әҙер, уларҙа һәр яҡлап заманса шарттар булдырылған, күп кенә белем усаҡтарында янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек саралары көсәйтелгән.
2016 йылдан республикабыҙ 2025 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ “Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы уҡыу урындары булдырыуға булышлыҡ итеү” федераль программаһында ҡатнаша. Былтыр төбәгебеҙгә 773 миллион һумдан ашыу субсидия бүленеп, ул аҡса Өфөнөң Дим биҫтәһендә 825 урынлыҡ һәм Киров районының Колгуевский биҫтәһендә 550 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәптәр төҙөүгә йүнәлтелгәйне. Быйылғы федераль субсидия күләме – 523,14 миллион һум. Ағымдағы йылда сафҡа инәсәк алты белем усағы 4095 өҫтәмә уҡыу урыны булдырыу мөмкинлеген аса.
Әлеге мәсьәлә капиталь ремонт, йәғни ғәмәлдәге белем усаҡтарын киңәйтеү, үҙгәртеп ҡороу иҫәбенә лә уңышлы тормошҡа ашырыла. Былтыр “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы республика бюджетынан 200 миллион һум бүленеп, уҡыу урындары 3084-кә арттырылған. Быйыл тағы шул сама сумма бүлеү һәм 2667 уҡыу урыны булдырыу ҡаралған.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында өс йәшкә тиклемге балалар өсөн төркөмдәр киңәйтелә. Республикабыҙ “Замана ата-әсәһе” милли проектына ҡушылды. Төбәктең балалар баҡсаларында киләһе ике йылда маҡсатлы төҙөлөш алып барып, өс йәшкә тиклемге бәләкәстәр өсөн өҫтәмә урындар булдырыласаҡ. Был йәһәттән Башҡортостан – иң күләмле финанс ярҙам алыусы төбәктәрҙең береһе. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан – 1 миллиард 361 миллион һум, республиканан 1 миллиард 29 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шулай уҡ ҡул аҫтында булған биналарҙы ясли-балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеп ҡороу өсөн 325 миллион һум йүнәлтеү күҙаллана, урындағы үҙидара органдары ла финанс ярҙам күрһәтеү йәһәтенән мөмкинлектәр эҙләй. Һөҙөмтәлә киләһе йылға балалар баҡсаһына ихтыяжы булған өс йәшкә тиклемге кескәйҙәрҙең 90 проценты урын менән тәьмин ителергә тейеш, тип билдәләнде кәңәшмә барышында.

Заманса белем биреү


Бөгөнгө мәғариф өлкәһе эшмәкәрлеген мобиль уҡытыу алымдарынан, заманса ҡорамалдарҙан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. 2023 йылға илебеҙ мәктәптәре баҫма әсбаптарҙы алмаштырасаҡ электрон уҡыу китаптары системаһына күсергә тейеш.
Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова билдәләүенсә, һанлы белем биреү мөхите – ул үҙенсәлекле милли проект. Дәүләт гранттары ярҙамында “Һәләтле балалар”, “Түңәрәктәр эшмәкәрлеге”, “Электрон селтәр мәктәбе”, “Ата-әсәләр өсөн портал” электрон платформалары, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү өсөн һөнәри белем биреүҙе ойоштороу порталы булдырылған. Киләһе йылдан республиканың барлыҡ мәктәптәренә юғары тиҙлекле элемтә барып етәсәк. Әлегә белем усаҡтарының 30 проценты уҡытыуҙа интернет-ресурстарҙы файҙалана. 2019 йылда был күрһәткесте 40 процентҡа еткереү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта селтәрҙә киберхәүефһеҙлек һәм кибергигиена модулдәрен үҙләштереү, электрон белем биреү, дәүләт теле булараҡ башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса гранттар сиктәрендә төбәк медиа-контенты булдырыу бурысы ҡуйыла.

Һәләтле балалар юғалып ҡалмаһын

2024 йылға тиклем Рәсәй технологик белем, һәләтле йәштәргә ярҙам (тәү сиратта техник өлкәлә) йәһәтенән алдынғы илдәр рәтенә сығырға тейеш. Әле республикабыҙҙа мәктәп уҡыусыларының 10 проценты ғына техник ижад менән шөғөлләнә. “Башҡортостан кванториумы” балалар технопаркының ни бары өс майҙансығы эшләй. Төбәк Башлығы урындағы етәкселәргә әлеге йүнәлеште үҫтереү бурысын ҡуйҙы.
– Беҙҙә инновацион уҡытыу алымдарына таянған алдынғы мәктәптәр селтәре – лицей һәм гимназиялар, айырым йүнәлештәр тәрән өйрәнелгән белем усаҡтары бар. Уларҙа республика уҡыусыларының 35 проценты белем ала. Беҙ һәр бала менән тейешенсә эшләргә, һәләттәрен ваҡытында күреп үҫтерергә тейешбеҙ. Улар үҙҙәрен республикабыҙҙа, үҙе йәшәгән ҡалала йәки районда тулыһынса асһын, киләсәген тыуған төйәге менән бәйләһен өсөн шарттар тыуҙырыу зарур, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Төбәк бәҫе – мәғарифтың көсөндәБашҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова әйтеүенсә, быйыл республиканың ете моноҡалаһында балалар технопарктары барлыҡҡа киләсәк. Өҫтәмә белем биреү навигаторы эш башлаясаҡ, ул балаларға һәм ата-әсәгә программаларҙы ирекле рәүештә һайлау мөмкинлеге бирәсәк.
БДУ, БДПУ һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты үҙҙәре менән хеҙмәттәшлек иткән мәктәптәр нигеҙендә техник һәм гуманитар йүнәлештәге предуниверсарийҙар булдырыу эшенә тотондо. Был башланғыстың маҡсаты – өлкән класс уҡыусыларына һөнәр һайлауға, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, ундағы мөмкинлектәр менән танышыуға булышлыҡ итеү. Конкурентлыҡ шарттарында Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына үҙҙәрен киңерәк танытыу, яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереү, мәктәп уҡыусыларын үҙебеҙҙә белем алып, артабан эшкә ҡалыуға йәлеп итеү бурысы ҡуйыла. Был мәсьәләгә айырыуса баҫым яһап, республика Башлығы:
– Төбәгебеҙҙең иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыусы юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеү алымдарын уйларға кәрәк. Шулай уҡ иҡтисад тармағында ҙур ихтыяж менән файҙаланған белгестәр әҙерләүсе урта һөнәри белем биреү учреждениеларына ла булышлыҡ күрһәтеләсәк, – тине.
Республикала һәләтле йәштәрҙе үҫтереү буйынса маҡсатлы эштәр алып барыла. Мәҫәлән, Башҡортостан Башлығының уларға тәғәйен стипендияһы күләме арттырылды: колледж уҡыусыларына – 2300 һумғаса, юғары уҡыу йорттары студенттарына – 5750, аспиранттарға – 7000 һумғаса. “Әлбиттә, стипендия күләме киләсәктә лә иғтибар үҙәгендә буласаҡ”, – тине Рөстәм Зәки улы.
“Талант һәм уңыш” белем биреү фонды рәйесе урынбаҫары, “Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Алексей Турчиндың сығышы ла ҡыҙыҡлы булды. 2014 йылда Сочиҙа үткән Олимпиада объекттары базаһында булдырылған үҙәктә өс йыл эсендә 20 меңдән ашыу бала фән, сәнғәт һәм спорт өлкәләре буйынса һәләттәрен үҫтергән. Башҡортостандан да 500 уҡыусы һәм 44 педагог “Сириус” үҙәге программаларында ҡатнашҡан. “Талант һәм уңыш” фонды һәм “Сириус” үҙәге менән килешеүҙәр төҙөү хеҙмәттәшлекте тағы ла нығытыуға булышлыҡ итер, республиканың өҫтәмә белем биреү өлкәһен үҫтереүҙә мөһим аҙым булыр, тигән ышаныста педагогик йәмәғәтселек.

БДИ һөҙөмтәләре яҡшыра

Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова быйылғы сығарылыш имтихандары һөҙөмтәләренә ентекле байҡау яһаны. Сығыштан күренеүенсә, республикала һуңғы йылдарҙа белем сифаты яҡшыра бара. БДИ-ны 81 һәм унан юғарыраҡ балға тапшырыусылар артҡан, күп кенә фәндәр буйынса уртаса балл күтәрелгән.
2018 йылдың имтихан кампанияһы ҡайһы бер яңы башланғыстары менән айырылды. Мәҫәлән, 9-сы класта рус теле буйынса белем кимәлен тикшереү әңгәмә формаһында уҙғарылды. Быйыл тәүге тапҡыр барлыҡ БДИ тапшырыу пункттарында имтихан материалдары аудиторияларҙа ҡағыҙға баҫып сығарылды. Әҙер эштәр ҙә шунда уҡ сканер аша үткәреп ебәрелде. 11-селәр имтихан тапшырған пункттарҙың барыһы ла видеокүҙәтеү менән йыһазландырылды. Әлеге мәлдә сығарылыш кластарында дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы үткәреүҙең яңы тәртибе әҙерләнгән. Киләһе йылдан ҡытай теле буйынса БДИ тапшырыу мөмкин буласаҡ, ә 9-сы класта рус теле буйынса әңгәмәләшеү мотлаҡҡа әйләнәсәк.
Дөйөм алғанда, кәңәшмә эшлекле, һөҙөмтәле һөйләшеүгә ҡоролдо. Унда ҡатнашыусылар мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе барланы, яңы уҡыу йылына аныҡ бурыстар билдәләне. Сара һуңында республика конкурстарында еңеү яулаған уҡытыусылар, тәрбиәселәр тәбрикләнде.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды

Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фельдшерҙарға эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙары һәм дарыуҙарға рецепттар яҙыу...

Тотош уҡырға 54

Эшкә ҡайтығыҙ!

Эшкә ҡайтығыҙ! 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре...

Тотош уҡырға 45

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфө районының Чесноковка ауылында 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә....

Тотош уҡырға 38

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре “Диагностика” мобилле модулендә...

Тотош уҡырға 48

Йәш ғаиләләр ерле булды

Йәш ғаиләләр ерле булды 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырҙы....

Тотош уҡырға 53

Йәнә 217 автобус...

Йәнә 217 автобус... 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда 242 миллион һумға 217 мәктәп автобусы һатып алынды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 45

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөлә бығаса үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан кешеләр менән эшләгән психиатрҙар күп, ә бына ошоно...

Тотош уҡырға 44

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ҡыйғы районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе бер быуатҡа яҡын тарихҡа эйә. Һынылышлы, халыҡ өсөн ауыр 1921...

Тотош уҡырға 70

Бушҡа ...автомобиль!?

Бушҡа ...автомобиль!? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда йәшәгән 16 кеше бушлай автомобиль аласаҡ....

Тотош уҡырға 103

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй?

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙән азат ителгәндәр даирәһе киңәйә....

Тотош уҡырға 71

Бәхетһеҙ осраҡтар ғүмерҙе ҡыя

Бәхетһеҙ осраҡтар ғүмерҙе ҡыя 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Тыныс тормошта йәшәһәк тә, яу яланындағы кеүек, кешеләр ғүмере өҙөлә. Ошо йылдың ун айында ғына...

Тотош уҡырға 53

Модулле ФАП-тар “мода”ла

Модулле ФАП-тар “мода”ла 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Балтас районында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тутағас халҡы тәүге медицина ярҙамы...

Тотош уҡырға 62