Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел матурлығы йөҙөндә сағыла
Күңел матурлығы йөҙөндә сағылаҠарашынан нур бөркөлгән, йөҙөнән йылмайыу китмәгән был матур инәй Стәрлебаш районының Мәҡсүт ауылында йәшәй. Ошо көндәрҙә ғүмеренең 95-се үрен артылған Мөкәрәмә Ноғман ҡыҙының ихласлығына, теремеклегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Гәзит-журналдар уҡып, ил-йорт яңылыҡтары менән таныша, донъяһын гөл итеп тота, улы Салауат менән өйөнөң ҡаршыһында ғына урынлашҡан ауыл мәсетен дә йыйыштырып, ҡарап торорға өлгөрә.


1923 йылда Стәрлебаш районы­ның Ибраҡай ауылында тыуған Мөкәрәмә Мөхәмәтйәроваға тормош­тоң ағын да, ҡараһын да күп күрергә тура килә. Атаһы ярайһы уҡ ишле малын, ҡорамалдарын колхозға тапшырып, яңы ойошҡан күмәк хужа­лыҡ­ҡа етәкселек итә башлай. Мөкәрәмә тиҫтерҙәре ыңғайына башланғыс белем алғас, колхоз эшенә ҡушыла. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 18 йәш була. 1941 йылдың ҡышында Ибраҡайҙан һигеҙ ҡыҙҙы тракторсылар курсына ебәрә­ләр, яҙғыһын, уҡыу тамамланыу ме­нән, ҡорос атты “йүгәнләп” баҫыуға сығалар. “Тәүге тракторҙар, ҡырағай януар кеүек, беҙгә һис тә буйһонорға теләмәне. Һүнһә, тоҡандырыу үҙе бер ыҙа ине. Әйләнгән һайын радиа­торҙа һыу ҡайнап сыға, саҡ ҡына һаҡһыҙ ҡыланһаң, бешеүеңде көт тә тор. Йүнләп эшкәртелмәгән ерҙе һөрөү ете ҡат тиреңде сығарыр ауыр хеҙмәт ине. Йыш ҡына артҡа табан йөрөтөп, бер урынды киренән һө­рөргә тура килә. Саң-туҙан араһында кешене күрмәй тапау хәүефе ҙур була торғайны, сөнки сәсеүселәр – башлыса оло йәштәге әбей-бабайҙар”, – тип иҫкә ала һуғыш осорон Мөкәрәмә инәй.
Ҡышҡыһын, ҡыр эштәре тамам­лан­ғас, тракторсы ҡыҙҙарҙы Белорет районына урман ҡырҡырға ебәрәләр. 300 саҡрым юлды йәйәү үтеп, хәлдән тайып барып етеүгә, аяҡтарындағы сабаталары тишелеп сыға. Ир-егеттәр йыҡҡан ағасты тал сыбы­ғындай нескә ҡыҙҙар тунап, сүп-сарын өйөп яғып, диләнкәне таҙаларға тейеш. Шулай яҙҙан көҙгә тиклем – тракторҙа, ҡышын Белорет урмандарында арманһыҙ булып эшләп, һуғыштың тәүге ике йылы уҙа.
1943 йылда бер төркөм ҡыҙҙарҙы Новосибирск өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына илебеҙҙең һуғыш барған төбәктәренән эвакуацияланған завод­тарҙы тергеҙергә ебәрәләр. Ошо китеүенән тыуған төйәгенән, ғәзиз ата-әсәһенән дүрт йылға айырылып, аслығын да, үҙәккә үтер һыуығын да кисерергә тура килә Мөкәрәмәгә. Уларҙы ағас барактарға урынлаштыралар. Бер мәл, төнгө сменанан ҡайтышлай, иптәш ҡыҙҙа­рынан артта ҡалып аҙаша. Ҡурҡы­шынан илай башлай. Эргәһенә кемдер туҡтап: “Һин кем, ҡайҙан була­һың?” – тип һорай. “Ибраҡайҙан мин...” – тип яуаплай ҡыҙ. “Хәҙер шул хәлде иҫләһәм, көлкө лә, йәл дә. Әллә ҡайҙа ятҡан ҙур ҡалала минең бәләкәй генә ауылымды кем белһен инде...” – тип кеткелдәп көлә Мөкәрәмә инәй.
Еңеү хаҡындағы изге хәбәрҙе ҡыҙ­ҙар сикһеҙ ҡыуаныс, ниһайәт, тыуған яҡтарға ҡайтырбыҙ тигән өмөт менән ҡаршы ала. Әммә уларҙы бер кем дә ебәрергә ашыҡмай. Бергә килгән әхирәттәренең байтағы кейәүгә сы­ғып, шул тарафтарҙа төпләнә. Эшкә тилбер, алсаҡ Мөкәрәмәгә лә күҙ һалыусылар була, әлбиттә, әммә ул, мотлаҡ үҙ яғыма ҡайтып ғаилә ҡорасаҡмын, тип хәл итә. Көндәрҙән бер көндө ҡыҙҙың барлыҡ документтары, аҙыҡ-түлек паектары, аҡсаһы һаҡланған сумаҙанын урлайҙар. Мөкәрәмә эшкә лә инә алмай, ашарына ла юҡ. Көн һайын завод ҡап­ҡа­һы янына килә, әммә ҡыҙҙы үткәр­мәйҙәр. Әгәр документтарын тапма­һа, уны төрмәгә ябасаҡтар. Яҙмыш­тың әсе һынауынан бөгөлөп төшкән, аслыҡтан, сараһыҙлыҡтан илап шешенгән ҡыҙҙы завод идаралы­ғында эшләүсе инженер йәлләп өйөнә алып ҡайта, ҡатыны менән таныштыра. Шулай итеп, Мөкәрәмә Михаил менән Екатеринаның алты айлыҡ бәпестәре Оляны ҡарай башлай. Изге күңелле, зыялы ошо ғаилә­лә йәшәү осоронда ҡыҙ аш-һыу серҙәренә, үҙеңде кеше араһында тотоу ҡағиҙәләренә төшөнә, ә иң мөһиме – рус телен үҙләштерә. Инженер Михаилдың ярҙамында документтарын тергеҙеүгә өлгәшә. Яңы ғаиләлә нисек кенә яҡшы булмаһын, ҡыҙҙың күңеле тыуған яғына ашҡына һәм ул 1947 йылда Ибраҡайына ҡайтып төшә.
Мөкәрәмә Ноғман ҡыҙының арта­банғы яҙмышы меңәрләгән башҡорт ҡатын-ҡыҙыныҡына ауаздаш: батыр яугир Сәғмән Мөхәмәтйәров менән матур ғаилә ҡороп, алты бала тәр­биә­ләп үҫтерәләр, алдынғы сөгөл­дөрсө, бәрәс ҡараусы була. “Оҙон ғүмерҙең сере нимәлә?” – тип һорайым Мөкәрәмә инәйҙең өлкән ҡыҙы Зәйтүнә апайҙан. “Тормошто яратыуҙалыр. Һәр көн – оло бүләк, – ти ул. – Бер ҡасан да күңел төшөнкө­лөгөнә бирелмәгән, донъя мәшәҡәт­тәренә көлөп баға белгән, йөҙөнән йылмайыу китмәгән әсәйебеҙҙән күп нәмәгә өйрәнәбеҙ. Оҙон ғүмерле булыуының тағы ла бер сере – йортоноң ҡаршыһында ғына мәсет булыуындалыр, бәлки. Тылсымлы аҙан тауышына ҡойонғанға күрә, донъяһы – ҡотло, күңеле нурлылыр ҡәҙерле кешебеҙҙең”.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Яңы йылға ҙур бүләк

Яңы йылға ҙур бүләк 09.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан, ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалһалар ҙа, улар яңғыҙ түгел....

Тотош уҡырға 55

Урыҫбайҙа - социаль-мәҙәни үҙәк

Урыҫбайҙа - социаль-мәҙәни үҙәк 09.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Хәйбулла районының Урыҫбай ауылында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Реаль эштәр” проекты...

Тотош уҡырға 36

Ун кеше бушлай фатир алды

Ун кеше бушлай фатир алды 09.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Мәләүез ҡалаһының Ленин урамындағы 18-се йортта күптән түгел ун кешегә фатир асҡысы тапшырҙылар....

Тотош уҡырға 110

“Һаулыҡ һаҡлауҙы кешеләргә яҡынайтыу”

“Һаулыҡ һаҡлауҙы кешеләргә яҡынайтыу” 07.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Сираттағы “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә Радий Хәбиров власть алдына ошондай уртаҡ бурыс ҡуйҙы. 1 – 6...

Тотош уҡырға 55

Фельшерҙарға яңы вәкәләт бирелә

Фельшерҙарға яңы вәкәләт бирелә 07.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бер...

Тотош уҡырға 79

Ауыл ерендә эшләнеңме? Пенсияға өҫтәмә ал!

Ауыл ерендә эшләнеңме? Пенсияға өҫтәмә ал! 06.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Яңы 2019 йылдан ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса пенсия алған ауыл эшсәненә билдәләнгән түләмдең 25...

Тотош уҡырға 128

Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ташлама

Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ташлама 06.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Күп балалыларҙан тыш, Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә транспорт һалымынан азат...

Тотош уҡырға 85

“Һаулыҡ һағында  осраҡлы кешеләргә урын юҡ”

“Һаулыҡ һағында осраҡлы кешеләргә урын юҡ” 05.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ауылда ғына түгел, ҡалала ла табиптар етешмәй. 1-се клиник дауахана ҡаланың 56 мең кеше йәшәгән...

Тотош уҡырға 89

Өйлө булыу — ҙур бәхет

Өйлө булыу — ҙур бәхет 04.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһында йәшәгән 20 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тәғәйенләнгән социаль таныҡлыҡ...

Тотош уҡырға 115

Радий Хәбиров – Белоретта сәфәрҙә

Радий Хәбиров – Белоретта сәфәрҙә 04.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Белорет районында...

Тотош уҡырға 142

Ә дәүләт ҡайҙан һатып ала?

Ә дәүләт ҡайҙан һатып ала? 04.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Теләһә ниндәй эште башҡарыу ҙа матди сығымдарға нигеҙләнә, шул иҫәптән дәүләт органдары үтәргә...

Тотош уҡырға 76

Яҡын булыуына һөйөнәләр

Яҡын булыуына һөйөнәләр 04.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Балалар баҡсаһы 150 урынға иҫәпләнгән. Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу уңайынан төрлө...

Тотош уҡырға 54