Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелле мәшәҡәттәр мәле
Күңелле мәшәҡәттәр мәлеАвгуст – балалары мәктәпкә барасаҡ ата-әсә өсөн күңелле лә, мәшәҡәтле лә осор. Күңелле, сөнки ул ығы-зығылы мәлдәр ваҡыт үтеү менән һағындырып та ҡуясаҡ әле. Ни өсөн мәшәҡәтлеме? Эш араһында ла, ял иҫәбенә лә тегендә-бында сабыу башлана. Һәммәбеҙҙә лә балаһын ваҡытында һәм мөмкин тиклем ыҫпай итеп кейендереү теләге көслө. “Минең ғәзизем берәүҙән дә кәм күренмәҫкә тейеш!” – һәр беребеҙ ошо һүҙҙәрҙе девиз итеп алған. Ә инде ваҡыт тар саҡта кәрәген генә һайлау еңелдән түгел, әммә ҡулдан килерлек: мәктәп йәрминкәләре гөрләп тора, бынан тыш, ҙур гипермаркеттарҙа, бүтән магазиндарҙа ла мәктәп формаһын тиҙ табырға мөмкин.


Уҡыусы бала тәрбиәләгәндәргә был мәсьәлә яҡындан таныш, ә инде “алтын һуҡмаҡ”ҡа беренсе тапҡыр аяҡ баҫасаҡ кескәйҙәрҙең ата-әсәһе бындай ҙур яуаплылыҡ менән тәүге тапҡыр осраша.
Эйе, ҡытлыҡ булмағас, кейемде ҡайҙан табайым тигән һорау берәүҙе лә борсомай. Мәҫәлән, Өфөнөң Ленин һәм Киров урамдары киҫелешендәге Мәктәп йәрминкәһе ҡырмыҫҡа иләүеләй гөрләй. Бәләкәстәрен етәкләгән әсәйҙәр иғтибарҙы айырыуса ныҡ йәлеп итә, тотош ғаилә менән килгәндәр ҙә етерлек. Һатыусылар уларҙың һәр һорауына ихлас яуап­лай, кәңәш-төңәш бирә, тауарын маҡтап туймай. Кейемде кейеп ҡарау бүлмәләрендә хатта оҙон сират хасил булған.
– Ҡарағусҡыл төҫтәге ике төймәле пинжәкте улым ныҡ оҡшатты, әйтерһең, нәҡ уға тәғәйенләп тегелгән – тап-таман, – тип һөйләй ҡулына кәрәк-яраҡ исемлеге тотҡан Элиза Бәхтейәрова. – Бынан тыш, салбар һәм ике аҡ күлдәк һатып алырға уйлайбыҙ, йәнә – ҡайыш, галстук, туфли. Кейем килешле булыр­ға, кешене күркәм итеп күрһәтергә тейеш.
Элиза ханым менән иренең, ете йәшлек Радиктан тыш, унынсы класҡа күскән улдары һәм студент ҡыҙҙары бар. Уларға кейем алыу тәжрибәһенән сығып, әсәй кеше бәләкәй малайына әйбер һайлағанда саҡ ҡына ҙурыраҡ үлсәмгә өҫтөнлөк бирә.
Ранецты улдары үҙе алдан һайлаған, ә көндәлек, ручка, дәфтәр һәм башҡа кәрәк-яраҡты өлкәндәр хәстәрләйәсәк. Әйткәндәй, портфелдең ҡайһыһы уңайлы? Мәктәпкә тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан ҡыҙ һәм малайҙарҙың сумкаһы еңел булырға, һыу үткәрмәҫкә тейеш. Шул уҡ ваҡытта хәҙер, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә ярашлы, портфелдең ҡараңғыла яҡтырып торғанына өҫтөнлөк бирелә.
Физкультура дәресе өсөн иһә спорт формаһы кәрәк. Шуларҙың барыһын бергә ҡушһаң, баланы мәктәпкә әҙерләүгә уртаса 15 мең һум аҡса талап ителә. Ҡыҙҙар өсөн, ғәҙәттәгесә, хаҡ күберәк килеп сыға. Уларға тәғәйенләнгән мәктәп формаһының бер нисә варианты бар: күлдәк һәм алъяпҡыс, итәк, блузка, жилет... Бынан тыш, таҫма, сәскә ҡыҫтырғыс-биҙәүестәр, аҡ колготка һ.б.
Мәғлүм булыуынса, белем усаҡтарының байтағына униформа индерелгән, был осраҡта һайланып йөрөү кәрәкмәй. Тейешле сумманы мәктәпкә тапшыраһың да улар шул аҡсаға форманы үҙҙәре ательела тектерә.
Һатыусыларҙың фекерен тыңлайыҡ. Утыҙ йыл ғүмерен сауҙа тармағына бағышлаған тәжри­бәле һөнәр эйәһе Мәрйәм Ғилем­йәрованың һүҙҙәренә ҡарағанда, өлкәндәрҙең балаларына аҡса йәлләмәүе – ыңғай күренеш. Ул шулай булырға тейеш тә. Кейем һайлағанда күптәрҙең уңайлылыҡҡа өҫтөнлөк биреүе, ялтырап-баҙлап торғанды ситләтеп үтеүе лә яҡшы. Мәктәп формаһын ҡат-ҡат кейеп ҡарағандан һуң да кире ҡайтарыусылар осрай. Мәрйәм ханым бындай ваҡытта бер ҡасан да низағҡа инмәй, алмаштырып бирә.
Белеүебеҙсә, ауылда йәшәүселәр ҙә ҡалаға килеп кейенеүҙе ғәҙәткә индергән. Был кейем-һалым һайлау мөмкинлеге ҙур булғандан түгел, ә район үҙәктәрендә хаҡтың ярайһы ҡыйбат булыуы сәбәпле.

Венера СИБӘҒӘТУЛЛИНА, хужабикә:
– Балалар баҡсаһындағы хушлашыу кисәһенән һуң уҡ (байрам 25 майҙа ойошторолдо) ҡыҙыбыҙға әйбер һайлай башланыҡ. Белеүемсә, был осорҙа кейем-һалымға хаҡ бигүк юғары булмай, кеҫәгә һуҡмай. Тағы бер ыңғай яғы бар: июндә баҙар әлегегә ҡарағанда һилерәк. Шулай итеп, баламдың гардеробы күптән тулыланды.

Баязит ҒҮМӘРОВ, педагог:
– Мода артынан ҡыумайбыҙ. Мәктәп формаһы уңайлы, етди, эшлекле булырға тейеш. Шуға ла иң ябай, традицияға ингән кейем өлгөләрен алырға тырыштыҡ. Иң мөһиме – уңайлы булһын, оҙаҡҡа етһен.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Теште ҡайҙа дауалайҙар?

Теште ҡайҙа дауалайҙар? 15.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылында Радий Хәбиров амбулатория менән танышты. Поликлиникала ни...

Тотош уҡырға 133

Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды

Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фельдшерҙарға эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙары һәм дарыуҙарға рецепттар яҙыу...

Тотош уҡырға 81

Эшкә ҡайтығыҙ!

Эшкә ҡайтығыҙ! 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре...

Тотош уҡырға 50

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфө районының Чесноковка ауылында 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә....

Тотош уҡырға 44

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре “Диагностика” мобилле модулендә...

Тотош уҡырға 54

Йәш ғаиләләр ерле булды

Йәш ғаиләләр ерле булды 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырҙы....

Тотош уҡырға 67

Йәнә 217 автобус...

Йәнә 217 автобус... 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда 242 миллион һумға 217 мәктәп автобусы һатып алынды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 50

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөлә бығаса үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан кешеләр менән эшләгән психиатрҙар күп, ә бына ошоно...

Тотош уҡырға 47

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ҡыйғы районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе бер быуатҡа яҡын тарихҡа эйә. Һынылышлы, халыҡ өсөн ауыр 1921...

Тотош уҡырға 75

Бушҡа ...автомобиль!?

Бушҡа ...автомобиль!? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда йәшәгән 16 кеше бушлай автомобиль аласаҡ....

Тотош уҡырға 112

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй?

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙән азат ителгәндәр даирәһе киңәйә....

Тотош уҡырға 73

Бәхетһеҙ осраҡтар ғүмерҙе ҡыя

Бәхетһеҙ осраҡтар ғүмерҙе ҡыя 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Тыныс тормошта йәшәһәк тә, яу яланындағы кеүек, кешеләр ғүмере өҙөлә. Ошо йылдың ун айында ғына...

Тотош уҡырға 55