Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Стена күтәреп, ҡыйыҡ ябып ҡуйыу йорт әҙер тигәнде аңлатмай әле. Эстән дә, тыштан да мәшәҡәт етерлек. Шуларҙың береһе – стенаны штукатурлау. Был эштең һөҙөмтәһе шпаклевка аҫтында ҡалып күҙгә күренмәһә лә, төҙөлөштә өлөшө ҙур – кирбес стенаны тигеҙләргә, ут кабелдәрен ҡаплатырға кәрәк бит. Ошо хеҙмәттең нисек башҡарылғанын күреү ниәтенән Стәрлетамаҡта байтаҡ объект һалған “Строй-Лидер” компанияһына йүнәлдек.

– Ҙур төҙөлөш механизацияға ҡоролған: егеттәр махсус ҡорамал ярҙамында штукатурканы стенаға һиптереп (һылап) сыға, беҙ иһә шул материалды тейешенсә тигеҙләйбеҙ, – ти ошо эште ун биш йылдан ашыу башҡарған Рәмзиә Аҙнабаева.
Штукатурканың ҡалынлығы, ғәҙәттә, 1,5-2 сантиметр була. Стенаның, иҙәндең тигеҙ йәки ҡыйыш һалыныуына ҡарап, унан да артып китеүе бар. Иҙән тигәндән, штукатурҙар уның бетон плитәләр киҫешкән ситен дә матурлай, ишек-тәҙрә ҡырҙарын да һылай – ошолар хаҡында ла ентекләп һөйләй үҙ эшенең оҫтаһы.

Төҙөлөш – ауыр тармаҡ. Бында бигерәк тә гүзәл затҡа ҡыйынға тура килеүгә ҡарамаҫтан, әңгәмәләшкән ҡыҙҙар зарланмай.

– Коллектив татыу, хеҙмәтебеҙ яҡшы баһалана, эшебеҙҙе яратабыҙ, – тип ҡәнәғәтлек белдерә шулай уҡ 15 йыл штукатур бурысын атҡарған Зөлфиә Фәй­зуллина. Әйткәндәй, гәзит битендә яҡтыртыу өсөн нәҡ әлеге компанияны һайлауыбыҙ осраҡлы түгел: улар ҡалала төҙөлөш буйынса алдынғылар рәтендә, республика кимәлендә төрлө конкурстарҙа еңеүсе. Мәҫәлән, күптән түгел Туймазы ҡалаһында төбәк кимәлендә үткән малярҙар конкурсында әлеге ҡыҙҙар икенсе урынға лайыҡ булған. Хәйер, быйылғы йомғаҡтар буйынса, Башҡортостандың иң яҡшы малярҙары ла, плитә йәбештереүселәре лә “Строй-Лидер”ҙа эшләй икән.

Төҙөлөштә коллективтың уңышы төҙөлгән мөнәсәбәттәрҙән дә тора шул. Мәҫәлән, 19 штукатурҙың бер ғаиләләй булыуы эште тиҙ генә башҡарып сығырға ярҙам итмәйме ни?! Көнөнә өс-дүрт машина материал килә, егеттәр һылай, ҡыҙҙар тигеҙләй бара. Шулай итеп, биш фатирҙы матурлап та ҡуялар. Ғөмүмән, тигеҙләүселәрҙең эштәре тигеҙ бара!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һаулыҡ һаҡлау – иғтибар үҙәгендә

Һаулыҡ һаҡлау – иғтибар үҙәгендә 18.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Радий Хәбиров Хөкүмәткә медицина ойошмалары биналарын төҙөү, капиталь ремонтлау һәм...

Тотош уҡырға 33

Илде имен иткән ҡиммәттәр

Илде имен иткән ҡиммәттәр 18.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләргә торлаҡ алыуҙа...

Тотош уҡырға 56

Яңғыҙ ҡалмаясаҡтар

Яңғыҙ ҡалмаясаҡтар 18.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һаулығында кәмселектәр булған...

Тотош уҡырға 50

Барыһы ла үҙебеҙҙең балалар

Барыһы ла үҙебеҙҙең балалар 18.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Уларҙың лайыҡлы көнкүреше өсөн бөтә әйберҙәре лә бар, кейем-һалымы ла, тәмле аш-һыуы ла,...

Тотош уҡырға 37

Мәскәүҙе күрҙек һәм еңдек!

Мәскәүҙе күрҙек һәм еңдек! 18.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Мәскәүҙә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында профессиональ оҫталыҡ буйынса үткән IV милли...

Тотош уҡырға 26

Ҡасан ял итеү отошло?

Ҡасан ял итеү отошло? 18.12.2018 // Социаль мәсьәлә

“Минең хеҙмәт стажым ҙур түгел, шуға күрә ҡайһы бер нескәлектәрҙе белеп бөтмәйем....

Тотош уҡырға 44

Эшһеҙлек буйынса пособие арта

Эшһеҙлек буйынса пособие арта 18.12.2018 // Социаль мәсьәлә

2019 йылдың 1 ғинуарынан эшһеҙ граждандар өсөн түләнеүсе пособиеларҙың минималь һәм максималь...

Тотош уҡырға 52

Инвалидлыҡ билдәләү ябайлаштырыла

Инвалидлыҡ билдәләү ябайлаштырыла 18.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Рәсәйҙә инвалидлыҡ билдәләүҙе ябайлаштырырға уйлайҙар....

Тотош уҡырға 56

Өлкәндәр ҙә  стипендия алып уҡыясаҡ

Өлкәндәр ҙә стипендия алып уҡыясаҡ 18.12.2018 // Социаль мәсьәлә

“Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы, 2019 – 2024 йылдарҙа республикала пенсияға сығыу алдында...

Тотош уҡырға 42

Уймаҡтай ауыҙҙан туҡмаҡтай һүҙ сыҡмаһын
Ете юл сатында

Ете юл сатында 18.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Хаҡлы ялдағыларҙы яңы һөнәрҙәргә өйрәтеү – иң тәьҫирле юл....

Тотош уҡырға 30

“Берҙәм Рәсәй” – дауаханала

“Берҙәм Рәсәй” – дауаханала 17.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Федоровка районының үҙәк дауаханаһы күптән түгел көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итте: бында “Берҙәм...

Тотош уҡырға 50