Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илдең киләсәге – яуаплы ҡулдарҙа
Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән күп балалы әсәләргә “Әсәлек миҙалы” тапшырылды. Был юлы юғары исемгә 45 әсә лайыҡ булды, уларҙың араһында мәғариф, мәҙәниәт, сауҙа, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм хужабикәләр бар.

Билдәле булыуынса, “Әсәлек даны” миҙалы республикабыҙҙа 1998 йылдан алып тапшырыла. Бындай баһаға биш һәм унан да күберәк бала тәрбиә­ләгән әсәләр лайыҡ.

Был юлы тантанаға килгәндәрҙе матур сара уңайынан республика Башлығы исеменән Башҡортос­тандың ғаилә, хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәбрикләне.

– Ҡәҙерле әсәләр! Һеҙ – батыр ҡатын-ҡыҙҙар. Сөнки һеҙҙең иңе­геҙҙә оло яуаплылыҡ ята. Күптә­регеҙ хатта эшләп тә йөрөй. Бала­ларығыҙ илгә кәрәкле кешеләр булып үҫһен. Ғаиләләрегеҙгә тыныс­лыҡ, именлек, берҙәмлек юлдаш булһын, етеш тормошта йәшәргә яҙһын, – тине Ленара Хәким ҡыҙы. – Быйылғы йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан республикала төрлө саралар ойошторола. Республика Хөкүмәте лә күп балалы ғаилә­ләрҙе ярҙамынан ситтә ҡалдыр­май. Төрлө дәүләт программалары эшләй. Беҙҙең бурыс – һеҙҙең өсөн уңайлы һәм етеш йәшәү шарттары тыуҙырыу. Күп бала тәрбиәләгән әсәләргә Хеҙмәт ветераны исеме бирелеүе һәм уларҙың 50 йәштән пенсияға сыға алыуы – маҡсатлы эштәрҙең береһе. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм, иҫәнлек-һаулыҡ һәм күңел тыныслығы теләйем.
Юғары баһаға лайыҡ әсәләр менән дә аралаштыҡ.

Белорет районының Николаевка ауылынан килгән Наилә Аҙнабаева – ете балаға ғүмер бүләк иткән бә­хетле әсә. Уларҙың матур ғаилә­һендә Алина, Арыҫлан, Илдар, Радмир, Илмир, Айназ һәм Айваз исемле ҡыҙ-улдар үҫә. Оло ҡыҙ­ҙары буй еткереп, Магнитогорск ҡала­һын­да уҡып һәм эшләп йөрөһә, бә­ләкәй игеҙ батырҙарға ни бары берешәр йәш. Иптәше Айҙар – ветеринар, эшлекле ханым шулай уҡ үҙҙәренең крәҫтиән (фермер) хужа­лығына ла етәкселек итеп өлгөрә. Ҡайҙан килә бындай сабырлыҡ та, эшкә өлгөрлөк тә тигән һорауға ул: “Иптәшемә рәхмәт, ғаиләлә татыу­лыҡ, берҙәмлек булғанда бары­һына ла өлгөрөргә мөмкин”, – тип яуап бирҙе.

Учалы районынан килгән Әлфиә Һибәтуллина иптәше Рәдис Ирек улы менән дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәр­биәләй. “Ҙур ғаилә булғас, хәс­тәрҙәребеҙ ҙә күберәк, өй эштә­рендә иптәшем – терәк, балаларым – төп ярҙамсыларым. Иптә­шем төҙөүсе булып эшләй. Хәҙерге заманда күп бала тәрбиәләү икеләтә яуаплылыҡ талап итә. Атай-әсәй яғынан иң беренсе балаларға төрлө яҡлап иғтибар мөһим тип һанайым. Уҡыуҙарын да иғтибарға алып, өҫ-баштарын да бөтөн итергә тыры­шабыҙ. Бигерәк тә малай­ҙарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа етдилек кәрәк. Һәр баланың кеше булып, дөрөҫ юлдан яҙлыҡмай, имен-һау үҫеү­ҙәре, үҙ бәхеттәрен табыуҙары беҙҙең өсөн мөһим. Барыһы ла балаларыбыҙ өсөн. Республикала ғаиләләр өсөн төрлө програм­маларҙың булдырылыуы, етәк­селек яғынан күп балалы ғаиләләргә иғтибар бүленеүе, әлбиттә, ҡыуаныс, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты бәхетле әсә.

Ысынлап та, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу яуаплы һәм тиңһеҙ хеҙмәт. Ҡатындарына терәк, балаларына яҡлаусы булған хәләл ефеттәре менән балалар тәрбиә­ләүгә оло яуаплылыҡ алған әсәләр ысынлап та оло хөрмәткә һәм баһаға лайыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Хәлебеҙҙе белә килделәр

Хәлебеҙҙе белә килделәр 16.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала дауахананы яптылар. Бынан биш йыл элек булды был хәл. Унан...

Тотош уҡырға 108

Теште ҡайҙа дауалайҙар?

Теште ҡайҙа дауалайҙар? 15.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылында Радий Хәбиров амбулатория менән танышты. Поликлиникала ни...

Тотош уҡырға 171

Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды

Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фельдшерҙарға эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙары һәм дарыуҙарға рецепттар яҙыу...

Тотош уҡырға 85

Эшкә ҡайтығыҙ!

Эшкә ҡайтығыҙ! 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре...

Тотош уҡырға 53

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфө районының Чесноковка ауылында 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә....

Тотош уҡырға 46

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре “Диагностика” мобилле модулендә...

Тотош уҡырға 55

Йәш ғаиләләр ерле булды

Йәш ғаиләләр ерле булды 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырҙы....

Тотош уҡырға 71

Йәнә 217 автобус...

Йәнә 217 автобус... 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда 242 миллион һумға 217 мәктәп автобусы һатып алынды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 52

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөлә бығаса үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан кешеләр менән эшләгән психиатрҙар күп, ә бына ошоно...

Тотош уҡырға 47

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ҡыйғы районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе бер быуатҡа яҡын тарихҡа эйә. Һынылышлы, халыҡ өсөн ауыр 1921...

Тотош уҡырға 76

Бушҡа ...автомобиль!?

Бушҡа ...автомобиль!? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда йәшәгән 16 кеше бушлай автомобиль аласаҡ....

Тотош уҡырға 114

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй?

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙән азат ителгәндәр даирәһе киңәйә....

Тотош уҡырға 75