Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән

Республика халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымды компенсациялауҙың бер нисә төрөнә иҫәп тота ала, тип белдерҙе Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре. Улар иҫәбенә аҡсалата компенсация, субсидиялар, 70 йәшен тултырған граждандарға капиталь ремонт өсөн түләү инә.

Айлыҡ аҡсалата компенсацияға кем хоҡуҡлы?

Был төркөмгә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларға тиңләш­терелгәндәр, хеҙмәт ветерандары, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, радиация йоғонтоһонда булғандар, күп балалы ғаиләләрҙең ҡайһы бер категориялары инә. Айлыҡ аҡсалата компенсацияның күләме нисек иҫәпләнә һуң? Был күрһәткес өс һәм унан күберәк кешенән торған ғаиләнең бер ағзаһына торлаҡ-коммуналь хеҙмәт хаҡының республика стандарттарына ҡарата проценттарҙа билдәләнә. Был стандарттар йыл һайын Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан һәр муниципаль берәмек буйынса айырым билдәләнә.

Субсидияның тәғәйенләнеше

Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар һәм граждандарҙың социаль яҡтан яҡланмаған башҡа категориялары ошондай хоҡуҡҡа эйә. Субсидияны алыу өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡы стандарттарынан сығып иҫәпләнгән граж­дандың ошо хеҙмәттәргә сығымы менән ғаиләнең дөйөм килеме араһындағы нисбәт иҫәпләп сығарыла (ишле һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн – 15 процент, яңғыҙ йәшәгән пенсионер өсөн – 18 процент, граждандарҙың башҡа категориялары өсөн – 20 процент). Мәҫәлән, граждандың уртаса айлыҡ килеме 10 мең һум, ә республика стандарттарынан сығып иҫәпләнгән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә сығым 2100 һум, йәғни 20 проценттан күберәк ти. Был осраҡта кеше торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдың бер өлөшөн дәүләттән ҡаплатыу өсөн субсидияға хоҡуҡлы. Балаһын яңғыҙ тәрбиәләгән, килеме лә шул уҡ 10 мең һум булған ҡатын да ошондай уҡ өҫтөнлөккә эйә. Әммә уның торлаҡ-коммуналь хеҙмәт­тәргә сығымы 1600 һум тәшкил итәсәк, сөнки тулы булмаған ғаиләләр өсөн был күрһәткес 15 процентҡа тиклем түбәнәйтелгән.
Әйткәндәй, 2014 йыл аҙағынан субсидия күләмен билдәләгәндә капиталь ремонтҡа сығымдар ҙа иҫәпкә алына.

2016 йылдан башлап яңғыҙ йәки пенсия йәшендәге эшләмәгән граждандарҙан ғына торған ғаиләлә йәшәгән, 70 йәше тулған һәм торлаҡ милексеһе тип теркәлгән эшләмәгән кеше капиталь ремонтҡа иғәнә түләүгә сығымды ҡаплау йәһәтенән айырым компенсация алыу мөмкинлегенә эйә. Әммә бер шарт бар – был кеше айлыҡ аҡсалата компенсация ла, субсидия ла алмаҫҡа тейеш, сөнки капиталь ремонтҡа сығымдарҙы компенсациялау ҙа уларҙың составына инә.

70 йәштән өлкәнерәктәр, Башҡортос­тан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 50 процент, 80 йәше тулғандар иһә 100 процент күләмендә компенсация ала. Шул уҡ ваҡытта айлыҡ аҡсалата компенсация түләнгән, 80 йәшен тултырған кешеләр капиталь ремонт буйынса өҫтәмә алырға хоҡуҡлы.

Ҡайҙа рәсмиләштерергә?

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сы­ғым­ды ҡаплау буйынса айлыҡ аҡсалата компенсацияны, капиталь ремонтҡа иғәнә түләүгә субсидияны йәки компенсацияны, шулай уҡ айлыҡ аҡсалата компенсацияға өҫтәмәне рәсмиләштереү өсөн Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарына йәки бүлектәренә, шулай уҡ күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Кәрәкле документтар исемлеге Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтындағы “Түләү­ҙәр, компенсациялар” бүлегендә бирел­гән. Сайтта онлайн-калькулятор бар. Уның ярҙамында документтар тултырыу һәм тейешле органдарға мөрәжәғәт итеү кәрәкме-юҡмы икәнлеген асыҡларға була. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә субсидияның яҡынса күләмен иҫәпләп сығарыу өсөн таблицаға йәшәү шарттары, ғаилә составы, килеме һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә фактик сығым күләме тураһындағы мәғлүмәтте яҙыу шарт.

2017 йыл мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 810 мең кешегә, быйыл өс айҙа иһә 765 мең кешегә ошо өлкәлә социаль ярҙам сараһы күрһәтелгән. Былтыр федераль һәм республика ҡаҙнаһынан компенсация рәүешендә уларға – 7 миллиард 810 миллион һум, 2018 йылдың тәүге кварталында 1 миллиард 957 миллион һум түләнгән. Түләүҙәрҙең уртаса күләме лә артҡан. 1 июлдән тарифтар үҫеүен иҫәпкә алғанда, компенсациялар ҙа ҡануниәткә ярашлы индексацияланасаҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Теште ҡайҙа дауалайҙар?

Теште ҡайҙа дауалайҙар? 15.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылында Радий Хәбиров амбулатория менән танышты. Поликлиникала ни...

Тотош уҡырға 133

Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды

Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фельдшерҙарға эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙары һәм дарыуҙарға рецепттар яҙыу...

Тотош уҡырға 81

Эшкә ҡайтығыҙ!

Эшкә ҡайтығыҙ! 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре...

Тотош уҡырға 50

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфө районының Чесноковка ауылында 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә....

Тотош уҡырға 44

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре “Диагностика” мобилле модулендә...

Тотош уҡырға 54

Йәш ғаиләләр ерле булды

Йәш ғаиләләр ерле булды 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырҙы....

Тотош уҡырға 67

Йәнә 217 автобус...

Йәнә 217 автобус... 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда 242 миллион һумға 217 мәктәп автобусы һатып алынды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 50

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөлә бығаса үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан кешеләр менән эшләгән психиатрҙар күп, ә бына ошоно...

Тотош уҡырға 47

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ҡыйғы районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе бер быуатҡа яҡын тарихҡа эйә. Һынылышлы, халыҡ өсөн ауыр 1921...

Тотош уҡырға 75

Бушҡа ...автомобиль!?

Бушҡа ...автомобиль!? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда йәшәгән 16 кеше бушлай автомобиль аласаҡ....

Тотош уҡырға 112

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй?

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙән азат ителгәндәр даирәһе киңәйә....

Тотош уҡырға 73

Бәхетһеҙ осраҡтар ғүмерҙе ҡыя

Бәхетһеҙ осраҡтар ғүмерҙе ҡыя 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Тыныс тормошта йәшәһәк тә, яу яланындағы кеүек, кешеләр ғүмере өҙөлә. Ошо йылдың ун айында ғына...

Тотош уҡырға 55