Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Был көндө күптән көттөк”

Тау-урмандар ҡосағындағы Белорет тәбиғәте менән генә түгел, данлы шәхестәре менән дә үҙенсәлекле ҡала. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, өс тапҡыр Чикаго марафоны еңеүсеһе Лилиә Шобухова, “Азия - Европа” Бөтә Рәсәй йүгереүселәр еңеүселәре, спорт мастеры Олег Марусин һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры Галина Богомолова үҙҙәре генә ни тора! Барыһының да ҙур спортҡа тәүге һуҡмаҡтары ҡаланың “Металлург” стадионынан башланған.

Үкенескә ҡаршы, бығаса спорт комплексына тейешле иғтибар булмай. Мәҫәлән, 1989 йылда төҙөлгән “Дельфин” бассейны ошоғаса капиталь ремонт күрмәгән. Шуға ла комплекстың “Башҡорт­остандың 100 йыллығына – 100 объект” исемлегенә индерелеп, бөгөн бындағы төҙөкләндереү, яңыртыу эштәренең барышын ҡала халҡы шатланып күҙәтә.

Стадиондың директоры Светлана Валерьевна Полина беҙҙе бассейн менән таныштыра.

– Бассейнды әҙер тиергә лә була, – ти ул, стеналарға йәбештерелгән сағыу кафелдәрҙе күрһәтеп. – Дөрөҫөн әйткәндә, бөтәһен дә тулыһынса яңырттыҡ, елләтеү, кибенеү системалары, заманса һыу йылытҡыстар ҡуйылды. Әле күҙәтеү органдары билдәләгән һуңғы иҫкәрмәләр теүәлләнә.
Грек-рим көрәше залы ла танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, бөтә нәмә балҡып тора, иҙән, тәҙрәләр яңыртылған, эскәмйәләр ҡуйылған. Ремонт эштәре барһа ла, спортсылар күнекмәләрҙе туҡтатмаған, уларға төҙөлөш колледжының залында шөғөлләнеү мөмкинлеге бирелгән.

– Беҙҙең тәрбиәләнеүселәр төрлө ярыштарҙа тәүге урындарҙы яулай, араларында олимпия йыйылма командаһы ағзалары бар. Яңы залда тағы ла яңы уңыштарға өлгәшербеҙ, – тип һүҙен дауам итә директор.

Унан йүгереү трассаһына, футбол майҙансығына йүнәләбеҙ. Тирә-яғын ҡарағай урман ҡаплап торған ҙур майҙанда эштең ҡыҙған мәле, машиналар гөжләй. Икенселәр электр бағаналары ултыртып, ут үткәреү хәстәрен күрә. Шулай уҡ саңғы-роллер базаһы төҙөләсәк. Был урын тулыһынса заман шарттарына яраҡлы итеп ҡулайлаштырыла, эскәмйә­ләр ҡуйыласаҡ, асфальт түшәләсәк. Ҡыш көнө – саңғыла, йәйгеһен роликлы саңғы менән йөрөргә мөмкин. Бынан тыш, скандинав таяҡтары менән йөрөү өсөн дә уңайлы буласаҡ.

Тотош быяланан торасаҡ спорт залы тулыһынса яңыртыла. Иретеп йәбеште­реүсе Эрнест Алькин менән уның ярҙам­сыһы Салауат Мостафин нигеҙ өсөн ҡулайламалар хәстәрләй. Шундай мөһабәт бинаға үҙ өлөшөн индереүгә сикһеҙ шат улар. Эш хаҡын ваҡытында түләгәс, кәйефтәре лә шәп.
Төҙөүселәр менән хушлашып, ихатаға сыҡҡас, ейәнен етәкләп килгән апайға тап булдыҡ. “Был көндө күптән көттөк, ейән-ейәнсәрҙәремде ошонда йөрөткәс, ҡотһоҙланып бөткән стеналарҙы күреп, кәйеф төшә ине. Хәҙер шул тиклем матурлағандар, рәхмәт инде”, – тип үҙенең ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Яңы йылға ҙур бүләк

Яңы йылға ҙур бүләк 09.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан, ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалһалар ҙа, улар яңғыҙ түгел....

Тотош уҡырға 47

Урыҫбайҙа - социаль-мәҙәни үҙәк

Урыҫбайҙа - социаль-мәҙәни үҙәк 09.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Хәйбулла районының Урыҫбай ауылында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Реаль эштәр” проекты...

Тотош уҡырға 31

Ун кеше бушлай фатир алды

Ун кеше бушлай фатир алды 09.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Мәләүез ҡалаһының Ленин урамындағы 18-се йортта күптән түгел ун кешегә фатир асҡысы тапшырҙылар....

Тотош уҡырға 101

“Һаулыҡ һаҡлауҙы кешеләргә яҡынайтыу”

“Һаулыҡ һаҡлауҙы кешеләргә яҡынайтыу” 07.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Сираттағы “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә Радий Хәбиров власть алдына ошондай уртаҡ бурыс ҡуйҙы. 1 – 6...

Тотош уҡырға 55

Фельшерҙарға яңы вәкәләт бирелә

Фельшерҙарға яңы вәкәләт бирелә 07.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бер...

Тотош уҡырға 78

Ауыл ерендә эшләнеңме? Пенсияға өҫтәмә ал!

Ауыл ерендә эшләнеңме? Пенсияға өҫтәмә ал! 06.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Яңы 2019 йылдан ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса пенсия алған ауыл эшсәненә билдәләнгән түләмдең 25...

Тотош уҡырға 125

Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ташлама

Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ташлама 06.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Күп балалыларҙан тыш, Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә транспорт һалымынан азат...

Тотош уҡырға 85

“Һаулыҡ һағында  осраҡлы кешеләргә урын юҡ”

“Һаулыҡ һағында осраҡлы кешеләргә урын юҡ” 05.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ауылда ғына түгел, ҡалала ла табиптар етешмәй. 1-се клиник дауахана ҡаланың 56 мең кеше йәшәгән...

Тотош уҡырға 88

Өйлө булыу — ҙур бәхет

Өйлө булыу — ҙур бәхет 04.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Сибай ҡалаһында йәшәгән 20 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тәғәйенләнгән социаль таныҡлыҡ...

Тотош уҡырға 114

Радий Хәбиров – Белоретта сәфәрҙә

Радий Хәбиров – Белоретта сәфәрҙә 04.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Белорет районында...

Тотош уҡырға 141

Ә дәүләт ҡайҙан һатып ала?

Ә дәүләт ҡайҙан һатып ала? 04.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Теләһә ниндәй эште башҡарыу ҙа матди сығымдарға нигеҙләнә, шул иҫәптән дәүләт органдары үтәргә...

Тотош уҡырға 76

Яҡын булыуына һөйөнәләр

Яҡын булыуына һөйөнәләр 04.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Балалар баҡсаһы 150 урынға иҫәпләнгән. Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу уңайынан төрлө...

Тотош уҡырға 53