Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел йылыһы барыһына ла етә
– Медицина тикшеренеүе үтергә тип дауаханаға бер нисә тапҡыр барырға тура килде. Әмәлгә ҡалғандай, һәр саҡ аҡ халатлыларҙың бәләкәй генә ҡыҙ баланы күтәреп йөрөгән сағына осрайым. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, тоттом да һораным: “Ул баланың ата-әсәһе юҡмы ни? Ғүмере дауаханала үтә бит. Өй йылыһын күрмәгәс, тиҫтерҙәренән дә артта ҡала торғандыр”.

Аңлаттылар. Сабый ата-әсәһенә кәрәкмәй, хатта тыуыу тураһында таныҡлығы ла юҡ. Балалар приютына ебәреү өсөн медицина тикшеренеүе үтергә дауаханаға һалғандар. Документты әҙерләүгә ваҡыт та кәрәк бит, шуны көтәләр икән…

Фәнүзә тулҡынланыуҙан йәшләнгән күҙҙәрен һөрткөләп алды ла һүҙен дауам итте:
– Бахыр баланы үҙемдең ғаилә мөхитендә тыуып үҫкән ҡыҙҙарым һәм улым менән сағыштырып ҡарайым да сабыйҙы йәлләүҙән йөрәк һыҙлай башлай. Ярар, приютта рәнйетмәҫтәр ҙә. Өҫтө-башы бөтөн, тамағы туҡ булыр. Ә аҙаҡ кем менән аралашыр, кәңәшләшер? Ғүмере буйы күңеле китек булыр төҫлө.

Түҙмәнем, иремә сабыйҙың хәлен аңлаттым да: “Әллә шул баланы тәрбиәгә алайыҡмы, нисек уйлайһың?” – тинем. Йомшаҡ күңелле Илдус бер һүҙһеҙ риза булды.

Яйлап өйөбөҙгә йәм индергән ике йәшлек ҡыҙсыҡҡа өйрәнеп киттек. Хәҙер инде Сафияға туғыҙ йәш. Үҙебеҙҙең өс ҡыҙыбыҙ ҙа – Гөлшат, Зөһрә, Гөлфиә – айырым йәшәй. Йортта улыбыҙ Илсур һәм ҡыҙыбыҙ Сафия менән донъя көтәбеҙ.

Сабитовтар – Меңйетәр ауылындағы ишле, уңған ғаиләләрҙең береһе. Йорт хужабикәһе Фәнүзә оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Тормош иптәше – механизатор. “Ураҡ осоро тамамланмайынса өйҙә уны тап итеүе ауыр”, – ти ҡатыны.

Үктәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Мөҙәрисов Сабитовтарҙың күптәргә өлгө булыуын, биләмәләге 38 ишле ғаилә араһында хеҙмәт һөйөүсәнлеге, өлгөрлөгө, ауырлыҡтарҙы зарланмай күтәрә белеүе менән айырылып тороуын билдәләне.

Әсәй, өләсәй, ир ҡатыны, йорт хужабикәһе… Ошо хәтлем йөктө үҙ өҫтөнә алған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, ысынлап та, маҡтауға лайыҡ. Әгәр ҙә ҡура тулы мал-тыуарың, оло урамыңды ҡаплап алырҙай йөҙ бройлер тауығың, тиҫтәләгән ҡаҙың булһа, нисек барына өлгөрмәк кәрәк? Ә беҙҙең геройыбыҙ өлгөрә – “уңғандарҙың ҡулы етәү” тигәндәре дөрөҫтөр. “Йомортҡа, һуған, тауыҡ, ит һатып, байтаҡ аҡса эшләйбеҙ. Сафия ҡыҙыбыҙ ҙа беҙҙең хеҙмәт уртаһында ҡайнағаныбыҙҙы күреп үҫә”, – тип һөйөнә әсә.

Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы
Район: Иглин районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Заманса реабилитация үҙәге төҙөләсәк

Заманса реабилитация үҙәге төҙөләсәк 20.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика Йортондағы был осрашыу ғәҙәти булмағанса сәй табыны артында, йылы мөнәсәбәттә үтте....

Тотош уҡырға 37

Эшһеҙҙәргә ... 8000 һум

Эшһеҙҙәргә ... 8000 һум 20.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Ил Хөкүмәте киләһе йылға эшһеҙлек буйынса пособие күләмен билдәләне....

Тотош уҡырға 82

Ҙур хеҙмәт хаҡын ҡайҙа түләйҙәр?

Ҙур хеҙмәт хаҡын ҡайҙа түләйҙәр? 20.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Ышаныслы вакансиялар порталын ҡарарға кәрәк...

Тотош уҡырға 64

Дарыу өсөн аҡсаны ҡайтарасаҡтар

Дарыу өсөн аҡсаны ҡайтарасаҡтар 19.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Стәрлетамаҡ ҡала прокуратураһы судта икенсе төркөм инвалидының бушлай дауаланыуға хоҡуғын яҡлап,...

Тотош уҡырға 52

Был проблема хәл ителәсәк

Был проблема хәл ителәсәк 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһындағы 35-се...

Тотош уҡырға 63

Туймазыла балалар поликлиникаһы асыласаҡ

Туймазыла балалар поликлиникаһы асыласаҡ 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Туймазы ҡалаһында сменаһына 300 кеше ҡабул итерлек балалар поликлиникаһы төҙөлөшө тамамлана....

Тотош уҡырға 62

Туймазы районындағы эсәр һыу мәсьәләһен айырым кәңәшмәлә тикшерәсәктәр

Туймазы районындағы эсәр һыу мәсьәләһен айырым кәңәшмәлә тикшерәсәктәр 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Иҫке Туймазы һәм Ғәфүр ауылдары халҡын борсоған төп проблема - эсәр һыуҙың сифаты насар булыу. Ул...

Тотош уҡырға 53

Яңы үҙәк асырға ниәтләйҙәр

Яңы үҙәк асырға ниәтләйҙәр 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Республикала Ҡала мөхите мәсьәләләре буйынса компетенциялар үҙәген асыу планлаштырыла....

Тотош уҡырға 45

Медицина белгестәрен дәртләндереүгә – 125 миллион һум

Медицина белгестәрен дәртләндереүгә – 125 миллион һум 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда уҙған “Сәләмәтлек сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бик кәрәкле медицина...

Тотош уҡырға 40

Пособие тураһындағы хәбәр – ялған

Пособие тураһындағы хәбәр – ялған 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә эшләп йөрөгән граждандар телефонына 115 мең һум пособие түләү тураһындағы хәбәр килә....

Тотош уҡырға 78

Алданғандарға бушлай ярҙам

Алданғандарға бушлай ярҙам 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһының айырым...

Тотош уҡырға 51

Лилиә Ғүмәрова – әсәлек йыйынында

Лилиә Ғүмәрова – әсәлек йыйынында 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары,...

Тотош уҡырға 39