Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бөгөнгө йәмғиәттең үҫеше йәш быуындың тормошҡа ҡарашына ҙур йоғонто яһай. Сер түгел, проблемалы һәм имен булмаған ғаиләлә үҫкән, тейешле тәрбиә алмағандар йәшәгән мөхитебеҙгә кире яҡтан тәьҫир итеүсән. Ваҡытында күрһәтелгән ярҙам, иғтибар ғына ундай балаларҙың яҙмышын билдәләй, ыңғай һөҙөмтәгә килтерә. Ошо яуаплы эште бөгөн социаль педагогтар башҡара.

Изгелекле һөнәр эйәләре мәктәп­тәрҙә, интернаттарҙа, балалар йорттарында, реабилитация үҙәктәрендә һ.б. хеҙмәт итә. Социаль педагог — ауыр тормош хәлендә ҡалған, имен булмаған ғаиләлә көн күргән, психик йә физик тайпылышы булған балаларҙың иң яҡын ярҙамсыһы, таянысы. Шундайҙарҙың береһе – Эльвира Маннанова.

Ул Учалы районының Ишкен ауылында тыуып үҫә. Әсәһе Римма Әүхәҙи ҡыҙы башланғыс кластарҙа белем бирә, ғаилә күрше Уральск ҡасабаһына күсеп килгәс, өс тиҫтә йылға яҡын балалар баҡсаһында тәрбиәсе була. Дәрестәрҙән һуң, юл ыңғайы әсәһенең эш урынына гел инеп сығыр була ҡыҙ. Ошо арала кескәйҙәр менән тиҙ генә уртаҡ тел табып өлгөрә. Балалар ҙа яғымлы тауышлы, тыныс холоҡло апайҙарын үҙ итә. Шулай мәктәптә уҡыған йылдарынан уҡ тормошон балалар тәрбиәләүгә бағышларға ҡарар итә Эльвира.

Аттестат алғас, күп уйлап тормай, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Тап ошонда балалар менән эшләү алымдарына, педагогика серҙәренә ныҡлап төшөнә лә инде. Училищены тамамлағас, белемен камиллаштырыу маҡсатында хәҙерге Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология һәм педагогика факультетын һайлай.

Хеҙмәт юлын Эльвира Бүләкбай ҡыҙы 1996 йылда Учалы ҡалаһында асылған 12-се башҡорт лицейында психолог булараҡ башлай.

– Мәктәптә практика үткән саҡта уҡ һөнәремде дөрөҫ һайлағаныма инандым, – ти ул. – Балалар менән эшләү, уларҙың эске донъяһын, ҡарашын өйрәнеү үҙемә бик оҡшай ине. Тормош булғас, төрлөһө була. Шөкөр, тулы ғаиләлә бәхетле үҫкән балалар бихисап. Шул уҡ ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, имен булма­ғандары ла күп шул. Ундай ғаилә­ләрҙә үҫкән сабыйҙар күҙ ҡарашынан уҡ айырылып тора. Күптәре үҙ-үҙенә бикләнеп, тиҫтерҙәре менән арала­шыуҙан тартына, уҡыуҙа ла әллә ни һөҙөмтә күрһәтмәй. Шундай балалар­ҙың асылыуын, күҙҙәрендә әҙерәк кенә осҡон ҡабынғанын күреп, тырышлығымдың юҡҡа булмауына шатлана инем.

2002 йылда Учалыла ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар өсөн “Өмөт” приюты асыла. Ярайһы педагогик тәжрибә туплаған белгесте, райондың бәлиғ булмағандар комиссияһы кәңә­ше буйынса, учреждение етәкселеге үҙенә саҡыра.

Бер нисә йыл психолог булып эшләгәндән һуң Эльвира Маннанованы социаль педагог итеп тәғәйенләйҙәр.

– Һәр кеше тормошон үҙе төҙөй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмышына хужа була алмаған “кәкүк” әсәйҙәр, атайҙар осрай. Уларҙың тәртипһеҙ тормош алып барыуы, алкоголь менән дуҫлығы сәбәпле, балалар приютҡа килеп эләгә, – ти белгес. – Мәҫәлән, тәрбиәләнеүселәребеҙҙең береһенең атаһы үлгәс, әсәһе икенсегә кейәүгә сыға. Малайға иғтибар кәмей, үҫмер үҙен кәрәкһеҙ итеп тоя, өйгә ҡайтмауы йышая, мәктәпкә йөрөмәй башлай. Ғаиләлә аңлау һәм яҡлау тапмайынса, Данил үҙе теләп приютҡа килә. Бына шундай ауыр хәлдә ҡалған балаларҙың тормошон еңеләйтеү, үҙен кәмһетелгән, яңғыҙ итеп тоймаһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ.

Социаль педагогтар оло һәм кесе быуын араһында үҙенсәлекле аралашсы ла булып тора, бигерәк тә ауыр холоҡло үҫмерҙәр булған осраҡта.
– Ата-әсә менән даими эш алып барабыҙ. Аңдарына килеп, насар ғәҙәттәрен ташлап, балаларын ғаилә­ләренә ҡайтарыуҙы юллап, яңы тормош башлағандар бихисап. Шундай­ҙар өсөн сикһеҙ ҡыуаныс кисерәм, – ти Эльвира Бүләкбай ҡыҙы.

Әммә балаларын яҙмыш ҡосағына ташлағандар ҙа осрай шул. Ун алты йыллыҡ эш дәүерендә приюттың буш торғаны юҡ, ошо арауыҡ эсендә учреждение мең ярымға яҡын баланы ҡабул иткән. Бөгөн унда тәрбиәләнгәндәрҙең һаны – 28.

Приюттың уҡыусы йәшендәге балалары Учалы ауылының Ә. Хөснөт­динов исемендәге мәктәбендә белем ала. Яҡшы өлгәшеүе, төрлө конкурс­тарҙа ҡатнашыуы менән ҡыуанды­ралар. Мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр­ҙе тәжрибәле, оло йөрәкле тәрбиә­селәр, уларҙың ярҙамсылары ҡарай. Эште бөтөн күңелде һалып башҡарыу өсөн приютта уңайлы шарттар булдырылған: спорт залы, ашхана, уйын, дәрес әҙерләү һәм түңәрәктәр үткәреү бүлмәләре заманса йыһаз­ландырылған. Балаларҙы көнөнә алты тапҡыр туҡландырыу ҡаралған, улар емеш-еләктән, йәшелсәнән өҙөлмәй.

Әлбиттә, хеҙмәткәрҙәр ни тиклем генә тырышмаһын, ата-әсә наҙын алмаштыра алмай. Ғаилә – баланың тә­би­ғи йәшәү мөхите. Тап унда кешенең йән һәм тән сәләмәтлеге ни­геҙ­ҙәре һалына. Баланың төп хоҡуҡтарының береһе – ғаиләлә тәрбиәләнеү.

– Өйҙәге мөхит һәм үҙ-ара мөнә­сәбәт – бала өсөн иң ҡәҙерле тө­шөнсә, уны башҡа бер нәмә менән дә алмаштырып булмай. Шуны онот­маһаҡ ине, – ти хеҙмәте маҡтау ҡа­ғыҙҙары, почет грамоталары менән баһаланған педагог, ике бала әсәһе Эльвира Маннанова. – Әгәр ҙә миңә, һеҙҙең учреждениеғыҙҙың бынан ары кәрәге юҡ, ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар булмау сәбәпле ул ябыла, тиһәләр, сикһеҙ шатлыҡ тойғоһо кисерер инем.

Халыҡ-ара социаль педагогтар көнө, баш­ҡалар менән сағыштырғанда, йәш байрам, быйыл ул туғыҙынсы тапҡыр уҙа. Уны бил­дә­ләү тураһындағы ҡарар 2009 йылда социаль педагогтарҙың Копенгагенда үткән ха­лыҡ-ара конферен­ция­һында ҡабул ителә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Заманса реабилитация үҙәге төҙөләсәк

Заманса реабилитация үҙәге төҙөләсәк 20.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика Йортондағы был осрашыу ғәҙәти булмағанса сәй табыны артында, йылы мөнәсәбәттә үтте....

Тотош уҡырға 37

Эшһеҙҙәргә ... 8000 һум

Эшһеҙҙәргә ... 8000 һум 20.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Ил Хөкүмәте киләһе йылға эшһеҙлек буйынса пособие күләмен билдәләне....

Тотош уҡырға 82

Ҙур хеҙмәт хаҡын ҡайҙа түләйҙәр?

Ҙур хеҙмәт хаҡын ҡайҙа түләйҙәр? 20.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Ышаныслы вакансиялар порталын ҡарарға кәрәк...

Тотош уҡырға 64

Дарыу өсөн аҡсаны ҡайтарасаҡтар

Дарыу өсөн аҡсаны ҡайтарасаҡтар 19.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Стәрлетамаҡ ҡала прокуратураһы судта икенсе төркөм инвалидының бушлай дауаланыуға хоҡуғын яҡлап,...

Тотош уҡырға 52

Был проблема хәл ителәсәк

Был проблема хәл ителәсәк 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһындағы 35-се...

Тотош уҡырға 63

Туймазыла балалар поликлиникаһы асыласаҡ

Туймазыла балалар поликлиникаһы асыласаҡ 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Туймазы ҡалаһында сменаһына 300 кеше ҡабул итерлек балалар поликлиникаһы төҙөлөшө тамамлана....

Тотош уҡырға 62

Туймазы районындағы эсәр һыу мәсьәләһен айырым кәңәшмәлә тикшерәсәктәр

Туймазы районындағы эсәр һыу мәсьәләһен айырым кәңәшмәлә тикшерәсәктәр 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Иҫке Туймазы һәм Ғәфүр ауылдары халҡын борсоған төп проблема - эсәр һыуҙың сифаты насар булыу. Ул...

Тотош уҡырға 53

Яңы үҙәк асырға ниәтләйҙәр

Яңы үҙәк асырға ниәтләйҙәр 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Республикала Ҡала мөхите мәсьәләләре буйынса компетенциялар үҙәген асыу планлаштырыла....

Тотош уҡырға 45

Медицина белгестәрен дәртләндереүгә – 125 миллион һум

Медицина белгестәрен дәртләндереүгә – 125 миллион һум 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда уҙған “Сәләмәтлек сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бик кәрәкле медицина...

Тотош уҡырға 40

Пособие тураһындағы хәбәр – ялған

Пособие тураһындағы хәбәр – ялған 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә эшләп йөрөгән граждандар телефонына 115 мең һум пособие түләү тураһындағы хәбәр килә....

Тотош уҡырға 78

Алданғандарға бушлай ярҙам

Алданғандарға бушлай ярҙам 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһының айырым...

Тотош уҡырға 51

Лилиә Ғүмәрова – әсәлек йыйынында

Лилиә Ғүмәрова – әсәлек йыйынында 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары,...

Тотош уҡырға 39