Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Киләһе йылдан Башҡортостанда ишле ғаиләләр 600-шәр мең һум аҡса алыуы ихтимал: “Газель” микроавтобусы урынына бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡарала.

Был мөмкинлеккә һигеҙ һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр хоҡуҡлы. Тейешле закон проекты 2 октябрҙә республика Хөкүмәте идаралығы ултырышында хуплау тапты һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ҡарауға индерелә.

Ултырышта Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, быға ҡәҙәр микроавтобус йәки тейешле түләү алыу хоҡуғы ун һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә бирелде. Һуңынан ошондай социаль ярҙам сараһына туғыҙ һәм унан күберәк балалары булған ғаиләләр иҫәп тота алды. Хәҙер был кимәлде тағы ла төшөрөү һәм бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе һигеҙ һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә биреү күҙаллана.

Йыл һайын ошондай түләү­ҙәргә сығым Башҡортостанда 23,6 миллион һум тәшкил итәсәк.

Әлеге ваҡытта республикала һигеҙ һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиә­ләгән 47 ғаилә иҫәпләнә.

“Башҡортостан Респуб­ли­каһында күп балалы ғаилә­ләр­гә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы закон үҙ көсөнә ингән мәлдән бындай льготаны Башҡорт­останда 85 ғаилә алды.

Бөтә республика буйынса әле 45 мең ишле ғаилә йәшәй. Уларҙан яҡынса 24 меңе төрлө социаль ярҙам саралары менән файҙалана.

Автор: Ғ. ХӘБИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өй туйлауҙар туҡтамаясаҡ әле...

Өй туйлауҙар туҡтамаясаҡ әле... 16.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Төбәктә авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһы уңышлы эшләй. Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү,...

Тотош уҡырға 16

Халыҡ һаулығы – ил байлығы

Халыҡ һаулығы – ил байлығы 15.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә оператив...

Тотош уҡырға 52

Кризис үҙәге асылды

Кризис үҙәге асылды 10.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Ауырғазы районында ауыр хәлгә тарыған йөклө ҡатындарға һәм әсәләргә ярҙам күрһәтелә. Өйөндә...

Тотош уҡырға 35

Эш хаҡына ҡарап һайларғамы,  күңелгә оҡшағанынмы?

Эш хаҡына ҡарап һайларғамы, күңелгә оҡшағанынмы? 02.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Хеҙмәт баҙарын аңлаған һәм әҙерләнгән кеше һәр саҡ урын таба. Мәшғүллек һәр заманда ла дәүләттә...

Тотош уҡырға 72

Ярҙамсы һәм таяныс

Ярҙамсы һәм таяныс 02.10.2018 // Социаль мәсьәлә

Бөгөнгө йәмғиәттең үҫеше йәш быуындың тормошҡа ҡарашына ҙур йоғонто яһай. Сер түгел, проблемалы һәм...

Тотош уҡырға 85

Уҡыусыларҙы ла пенсия ҡыҙыҡһындыра

Уҡыусыларҙы ла пенсия ҡыҙыҡһындыра 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Йәш саҡта кем пенсия хаҡында уйлана тиерһегеҙ? Бер кем дә көслө, матур сағында ҡартайырмын,...

Тотош уҡырға 59

Гүргә илтер бер йотом

Гүргә илтер бер йотом 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ғүмерҙең бер генә икәнен оноталармы?.. Йыл һайын илебеҙҙә алкоголь һәм ялған араҡы менән...

Тотош уҡырға 70

Күңел йылыһы барыһына ла етә

Күңел йылыһы барыһына ла етә 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

– Медицина тикшеренеүе үтергә тип дауаханаға бер нисә тапҡыр барырға тура килде. Әмәлгә ҡалғандай,...

Тотош уҡырға 67

Ирекмәндәргә  тик ятырға ирек юҡ

Ирекмәндәргә тик ятырға ирек юҡ 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Өкөнөң өлкәндәр тормошона ни ҡыҫылышы бар? Ғүмер буйы кеше араһында, хеҙмәттә янып-көйөп эшләгән...

Тотош уҡырға 66

Өйҙәребеҙ йылы булһын

Өйҙәребеҙ йылы булһын 28.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Төбәктәргә зәңгәр яғыулыҡ килә. Ауыл уртаһында йәшәгән бабайыма хәл белешергә индем. “Беҙҙең хәл...

Тотош уҡырға 56

Борсолорға урын юҡ

Борсолорға урын юҡ 26.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Пенсия өлкәһендәге ҡануниәткә үҙгәрештәр социаль ярҙам саралары менән тығыҙ бәйле. Элек был...

Тотош уҡырға 72

Пенсия ҡануниәте: эштән ебәргәнгә – енәйәт яуаплылығы

Пенсия ҡануниәте: эштән ебәргәнгә – енәйәт яуаплылығы 25.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Рәсәй Дәүләт Думаһы пенсия алды йәшендәге граждандарҙы эшкә алмаған йә эштән ебәргән өсөн енәйәт...

Тотош уҡырға 69