Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өй туйлауҙар туҡтамаясаҡ әле...
Өй туйлауҙар туҡтамаясаҡ әле...Төбәктә авария хәлендәге йорттарҙан күсереү программаһы уңышлы эшләй.

Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү, иҫкергән һәм авария хәлендәге йорттарҙы һүтеү һәм башҡа мөһим мәсьәләләр бер ваҡытта ла республика, район етәкселеге иғтибарынан ситтә ҡалмай. Был юҫыҡта, шөкөр, беҙҙә байтаҡ маҡсатлы эштәр башҡарыла. Бөгөн күп кенә граждандар яңы йорттарға күсеп, заманса һәм бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙарҙа йәшәй, республика етәкселегенә рәхмәтле.

Яңауыл районында ла был тәңгәлдә эштәр яҡшы ҡуйылған, иҫкергән йорттар урынына бына тигәндәре ҡалҡып сыға. Граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү адреслы федераль программаһында район ете йыл ҡатнаша.

Күптәр, адреслы федераль программаға ярашлы, үҙҙәренең көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға өмөт итә. Әйткәндәй, был программаның беренсе этабы республиканың алты ҡалаһында үтә. Яңауыл районының авария хәлендәге йорттарҙан күп фатирлы яңы йорттарға күсереү адреслы программаһында ҡатнашыуы юҡҡа түгел. Төбәктә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларын үҙгәртеү, энергия ресурстарын һаҡлау, уңайлыҡтар тыуҙырыу буйынса ҙур эш башҡарыла.

Район биләмәһендә, мәҫәлән, бөгөн 1561 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өмөт итә, шуларҙың 867-һе фатир алыуға дәүләт ярҙамы көтһә, бер тапҡыр бушлай бирелә торған ер майҙаны алыу өсөн 694 ғаилә сиратта тора. Шуныһы ҡыуаныслы: 2017 йылда 83 ғаилә өй туйлаған. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бүленгән дөйөм сертификат хаҡы — 48 158 мең һум. Ошо осорҙа төрлө программа нигеҙендә яңы ғаилә ҡорған йәштәрҙең 70 проценты торлаҡ мәсьәләһен хәл иткән. Быйыл иһә ауыл ерендә йәшәгән алты йәш ғаилә, бынан тыш Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының туғыҙ тол ҡатыны “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” програм­маһына ярашлы торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

— 2010 йылдан мөһим социаль бурысты тормошҡа ашырыуға барлығы 650 миллион һум аҡса тотонолған. Шул иҫәптән 240 миллионы – федераль, 352 миллионы — республика, 58 миллионы төбәк бюджетынан, — ти Яңауыл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Ғилмәев. — Авария хәлендәге күп фатирлы йорттар һүтелеп, байтаҡ ғаилә бөтә уңайлыҡтары булған торлаҡҡа эйә булды. Әлбиттә, бындай изге эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк, сөнки халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу – беҙҙең мөҡәддәс бурыс.

Етәкселек билдәләүенсә, программаның ыңғай яҡтары әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Яңауыл ҡалаһының төньяғында — Кирзавод урамында күп фатирлы һигеҙ йорт, 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа ингән. Яңы “Көньяҡ” биҫтәһендә лә бөгөн был тәңгәлдә матур эштәр башҡарыла, граждандарға яңы йорттар бүленә. Әйткәндәй, социаль мәсьәләләр менән бер рәттән, ҡаланы матурлау, йәшелләндереү саралары күрелә. Яңы скверҙар, балалар баҡсалары янында йәмәғәт урындары барлыҡҡа килгән. “Геострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән йорттар бөгөн ҡаланың йөҙөн һәр яҡлап матурлап ултыра, йәмғиәт эшсәндәре йорт төҙөп кенә ҡалмай, ә уның тирә-яғын да төҙөкләндереп, асфальт юлдар һалыу менән мәшғүл. Бынан тыш, ошо уҡ йәмғиәт тарафынан “Көньяҡ” биҫтәһендә сауҙа-күңел асыу комплексы төҙөлә.

Ете йыл эсендә ҡалала өс, дүрт, биш ҡатлы күп фатирлы йорттар ҡалҡып сыҡҡан. Авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү ваҡыты 2018 йылдың 31 декабрендә тамамлана.

Йорттарын авария хәлендә тип таныуҙы һораған кешеләрҙән район хакимиәтенә мөрәжәғәттәр әленән-әле килеп тора. Әле күп фатирлы 21 йорт муниципалитет контролендә тотола. Иң мөһиме — Яңауыл районы программаның бер этабында ла “төшөп ҡалмаған”, сөнки барлыҡ структуралар эшен ваҡытында һәм еренә еткереп башҡарған: кәрәкле документтар әҙерләү, һатып алыу, халыҡты күсереү эштәре, фатирҙар үҙ ваҡытында сафҡа индерелгән.

Шуныһын билдәләргә кәрәк: программа сиктәрендә дәүләт ярҙамы саралары быйыл да дауам итәсәк. Тимәк, граждандар яңы йорттарға күсенеп, матур итеп йәшәйәсәк һәм, әлбиттә, тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтәсәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Заманса реабилитация үҙәге төҙөләсәк

Заманса реабилитация үҙәге төҙөләсәк 20.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика Йортондағы был осрашыу ғәҙәти булмағанса сәй табыны артында, йылы мөнәсәбәттә үтте....

Тотош уҡырға 37

Эшһеҙҙәргә ... 8000 һум

Эшһеҙҙәргә ... 8000 һум 20.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Ил Хөкүмәте киләһе йылға эшһеҙлек буйынса пособие күләмен билдәләне....

Тотош уҡырға 82

Ҙур хеҙмәт хаҡын ҡайҙа түләйҙәр?

Ҙур хеҙмәт хаҡын ҡайҙа түләйҙәр? 20.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Ышаныслы вакансиялар порталын ҡарарға кәрәк...

Тотош уҡырға 64

Дарыу өсөн аҡсаны ҡайтарасаҡтар

Дарыу өсөн аҡсаны ҡайтарасаҡтар 19.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Стәрлетамаҡ ҡала прокуратураһы судта икенсе төркөм инвалидының бушлай дауаланыуға хоҡуғын яҡлап,...

Тотош уҡырға 52

Был проблема хәл ителәсәк

Был проблема хәл ителәсәк 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһындағы 35-се...

Тотош уҡырға 63

Туймазыла балалар поликлиникаһы асыласаҡ

Туймазыла балалар поликлиникаһы асыласаҡ 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Туймазы ҡалаһында сменаһына 300 кеше ҡабул итерлек балалар поликлиникаһы төҙөлөшө тамамлана....

Тотош уҡырға 62

Туймазы районындағы эсәр һыу мәсьәләһен айырым кәңәшмәлә тикшерәсәктәр

Туймазы районындағы эсәр һыу мәсьәләһен айырым кәңәшмәлә тикшерәсәктәр 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Иҫке Туймазы һәм Ғәфүр ауылдары халҡын борсоған төп проблема - эсәр һыуҙың сифаты насар булыу. Ул...

Тотош уҡырға 53

Яңы үҙәк асырға ниәтләйҙәр

Яңы үҙәк асырға ниәтләйҙәр 17.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Республикала Ҡала мөхите мәсьәләләре буйынса компетенциялар үҙәген асыу планлаштырыла....

Тотош уҡырға 45

Медицина белгестәрен дәртләндереүгә – 125 миллион һум

Медицина белгестәрен дәртләндереүгә – 125 миллион һум 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика йортонда уҙған “Сәләмәтлек сәғәте”ндә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бик кәрәкле медицина...

Тотош уҡырға 40

Пособие тураһындағы хәбәр – ялған

Пособие тураһындағы хәбәр – ялған 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә эшләп йөрөгән граждандар телефонына 115 мең һум пособие түләү тураһындағы хәбәр килә....

Тотош уҡырға 78

Алданғандарға бушлай ярҙам

Алданғандарға бушлай ярҙам 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһының айырым...

Тотош уҡырға 51

Лилиә Ғүмәрова – әсәлек йыйынында

Лилиә Ғүмәрова – әсәлек йыйынында 16.11.2018 // Социаль мәсьәлә

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары,...

Тотош уҡырға 39