Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ике шатлыҡ бергә килде

Краснокама районының Арлан ауылында йәмәғәт үҙәген һәм төҙөкләндерелгәндән һуң өр-яңы төҫ алған балалар баҡсаһын асыу тантанаһы үтте. Был төҙөлөштәр “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль программаһына ярашлы алып барылды. Шулай итеп, федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡса иҫәбенә Арлан ауылының “Көнбайыш” биҫтәһен төҙөкләндереү буйынса махсус проект эшләнеп, ул уңышлы тормошҡа ашырылды.

Әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултырған мөһабәт йәмәғәт үҙәгендә фельдшер-акушерлыҡ пункты, моделле китапхана, 200 урынға иҫәпләнгән мәҙәниәт йорто урын алған. Шулай уҡ бейеү класы һәм төрлө түңәрәктәр өсөн айырым бүлмәләрҙең булыуы – ата-әсә һәм балалар өсөн айырыуса ҙур ҡыуаныс.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡ кәрәкле медицина ҡорамалдары һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. “Уңайлы шарттар халыҡты хеҙмәтләндереү кимәлен бермә-бер арттырырға яңы мөмкинлектәр аса”, – ти ауыл фельдшеры Илшат Шәйхетдинов.

Төҙөкләндерелгән балалар баҡсаһы икенсе тыуған көнөн билдәләне тиергә лә мөмкин – ул хәҙер барлыҡ заманса талаптарға яуап бирә. Төкөтмә төҙөгәндән һуң бөгөн бында 50 бала йөрөй ала. Баҡсаның аҙыҡ-түлек блогы, электр ҡаҙанлығы тулыһынса үҙгәртеп ҡоролған.

Шулай уҡ үрҙә әйтелгән проектҡа ярашлы ауылдың “Көнбайыш” биҫтәһендә 5,9 кило­метрға тиң газ селтәре, 4,5 саҡрымлыҡ һыу үткәргес һуҙылған, 4,5 километр юл һалынған.

– Киләсәктә Арлан ауылының көнбайыш өлөшөндә яңы йорттар ҡалҡып сығыр, уларҙа бәхетле ғаиләләр йәшәр, тип ышанам. Йәмәғәт үҙәге халыҡтың яратып йөрөгән урынына әйләнер, балалар баҡсаһы бәләкәстәрҙең шат тауыштарынан гөрләп торор. Ә фельдшер-акушерлыҡ пунктына мөмкин тиклем һирәк йөрөргә, барған хәлдә лә сәләмәтлегегеҙҙе тикшертеү, төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында ғына мөрәжәғәт итергә яҙһын, – тине үҙенең сығышында хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Дабир улы Ғилфанов.

Социаль әһәмиәтле объекттарҙы асыу тантанаһында шулай уҡ республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Байтуллин, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Булат Йомаҙилов, әлеге төҙөлөштәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә атҡарып сығыуға өлгәшкән ойошмалар етәкселәре ҡатнашты.

Был ваҡиғаны Арлан ғына түгел, күрше Можары ауылы халҡы ла түҙемһеҙлек менән көтөп алды, сөнки уларҙың араһын “Дүртөйлө – Нефтекама” автомобиль юлы ғына айырып тора. Яңы асылған йәмәғәт үҙәгендәге фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана һәм мәҙәниәт йорто күрһәткән хеҙмәттәр менән можарылар ҙа рәхәтләнеп ҡуллана аласаҡ.

– Бөгөн Арлан ауылында 288 шәхси хужалыҡ иҫәпләнеп, уларҙа 734 кеше йәшәй. Можарыла 273 йорт, халыҡ һаны – 504. Күреүегеҙсә, улар икеһе лә – ҙур ғына ауылдар. Һуңғы ике йыл эсендә күп балалы, инвалид бала тәрбиәләгән, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ сиратта торған ғаиләләргә 77 ер участкаһы бүленде. Шуға күрә бындай үҙәккә һәм яңы балалар баҡсаһына ихтыяж ҙур ине. Әле ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ, – тип ҡыҫҡаса төбәк халҡының йәшәйеше менән таныштырҙы ауыл биләмәһе башлығы Раиса Сатаева.

Киләһе йылда ла Арлан ауылының “Көнбайыш” биҫтәһен төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк. Күптән түгел ике яңы урамға электр уты үткәрелгән. Кешеләр тыуған төйәгенә тоғролоҡ һаҡлап ауылда ҡала икән, улар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу – беҙҙең төп бурыс, тигән фекерҙә урындағы етәкселек.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Хәлебеҙҙе белә килделәр

Хәлебеҙҙе белә килделәр 16.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала дауахананы яптылар. Бынан биш йыл элек булды был хәл. Унан...

Тотош уҡырға 22

Теште ҡайҙа дауалайҙар?

Теште ҡайҙа дауалайҙар? 15.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылында Радий Хәбиров амбулатория менән танышты. Поликлиникала ни...

Тотош уҡырға 147

Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды

Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фельдшерҙарға эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙары һәм дарыуҙарға рецепттар яҙыу...

Тотош уҡырға 84

Эшкә ҡайтығыҙ!

Эшкә ҡайтығыҙ! 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре...

Тотош уҡырға 52

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфө районының Чесноковка ауылында 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә....

Тотош уҡырға 46

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре “Диагностика” мобилле модулендә...

Тотош уҡырға 55

Йәш ғаиләләр ерле булды

Йәш ғаиләләр ерле булды 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырҙы....

Тотош уҡырға 71

Йәнә 217 автобус...

Йәнә 217 автобус... 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда 242 миллион һумға 217 мәктәп автобусы һатып алынды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 52

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөлә бығаса үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан кешеләр менән эшләгән психиатрҙар күп, ә бына ошоно...

Тотош уҡырға 47

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ҡыйғы районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе бер быуатҡа яҡын тарихҡа эйә. Һынылышлы, халыҡ өсөн ауыр 1921...

Тотош уҡырға 76

Бушҡа ...автомобиль!?

Бушҡа ...автомобиль!? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда йәшәгән 16 кеше бушлай автомобиль аласаҡ....

Тотош уҡырға 113

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй?

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙән азат ителгәндәр даирәһе киңәйә....

Тотош уҡырға 74