Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡын булыуына һөйөнәләр

Балалар баҡсаһы 150 урынға иҫәпләнгән.


Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу уңайынан төрлө объекттар төҙөлә. Исемлектә белем биреү усаҡтары ла бар. Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһында өр-яңы балалар баҡсаһы һалына.

– Йәй миҙгелендә тышта байтаҡ эште тамамланыҡ, хәҙер эскә күстек, – тип һөйләй “Главспецстрой” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәтенең участка начальнигы Артем Давыдов. – Тәҙрә урын­дарын уйып һәм уларҙы ҡуйып бөттөк, ишектәрҙе урын­лаштырҙыҡ. Беҙҙә һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡарағас, ҡы­тыршылыҡтарға һәм аңлашыл­маусанлыҡтарға юл ҡуйылмай. Хәйер, хеҙмәткәр үҙенә йөкмә­телгән заданиены тамамлауға сираттағыһын ала. Үҙ сиратында шуның нигеҙендә эш хаҡы түләнә. Стимул булдырғас, һәр береһе тырыша. Көн үтһә, шул еткән тиеүселәр арабыҙҙа юҡ.

Төҙөлөш тәңгәлендә йәмғиәт­тең тәжрибәһе ҙур. Быға хәтлем уңғандар Бөрйән районының Иҫке Собханғол, Тәтешле райо­нының Үрге Тәтешле ауылдарында, Ағиҙел, Октябрьский һәм Дәүләкән ҡалаларында ошоға оҡшаш балалар баҡсаһы ҡалҡытҡан. Бәләбәйҙән тыш бер үк ваҡытта Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡта ла төҙөлөш йылдам алып барыла.

Артем Алексеевичтың һүҙ­ҙәренә ҡарағанда, объекттарҙы өлөшләтә төҙөү уларға хас түгел, нигеҙ ҡороуҙан алып асҡысты хужаһының ҡулына тапшырыу – отошло эш алымы.


Төҙөлөш ҡаланың Горохов урамында спорт-һауыҡтырыу комплексы янында бара. Май­ҙаны – 1 740 квадрат метр, бер ҡыйыҡ аҫтында ашхана, медпункт, спорт һәм тамаша залдары, алты төркөм өсөн бүлмәләр буласаҡ. Балалар баҡсаһы бөтәһе 150 урынға иҫәпләнгән.
Белем биреү усағы киләһе йыл көҙ кескәйҙәрҙе ҡабул итәсәк, тип ышандырҙы әңгәмәсем.

Горохов урамында йәшәгән дүрт бала әсәһе Наташа Максимова һөйләүенсә, ул киләһе йылдан ҡыҙын һәм улын йорттары эргәһендә генә урынлаш­ҡан балалар баҡсаһына йөрөтә башла­ясаҡ. Юғиһә иртәнсәк ғәзиздәрен оҙатып ҡуйыуға күп ваҡыт китә. “Яҡын булыуы үҙе бәхет, етмәһә, ул заманса йыһазлан­дырыласаҡ, тинеләр”, – тип өҫтәне ул.

– Төҙөлөш тармағы һеҙҙең өсөн нимә? – тип һораныҡ Артем Давыдовтан.

– 16 йәштән төҙөлөш майҙан­сығындамын, үҙем теләп Өфө дәүләт нефть техник универ­ситетының төҙөлөш факультетына уҡырға индем, вузды уңышлы тамамланым. Һеҙҙең һорауға килгәндә, бөтә эште бөтөрөп, ситтән ҡарау – иң күңелле мәл. Ҡыҫҡаһы, шуның менән йәшәйем, – тине ул.

Автор: Венер ИСХАҠОВ, Илдар АҠЪЮЛОВ
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Хәлебеҙҙе белә килделәр

Хәлебеҙҙе белә килделәр 16.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала дауахананы яптылар. Бынан биш йыл элек булды был хәл. Унан...

Тотош уҡырға 22

Теште ҡайҙа дауалайҙар?

Теште ҡайҙа дауалайҙар? 15.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ишембай районының Петровский ауылында Радий Хәбиров амбулатория менән танышты. Поликлиникала ни...

Тотош уҡырға 147

Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды

Мәсьәләгә нөктә ҡуйылды 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фельдшерҙарға эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙҙары һәм дарыуҙарға рецепттар яҙыу...

Тотош уҡырға 84

Эшкә ҡайтығыҙ!

Эшкә ҡайтығыҙ! 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре...

Тотош уҡырға 52

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ

Ваҡытынан алда тапшырыласаҡ 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфө районының Чесноковка ауылында 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә....

Тотош уҡырға 46

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә

Ауылдар буйлап... мобилле модулдә 13.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәре “Диагностика” мобилле модулендә...

Тотош уҡырға 55

Йәш ғаиләләр ерле булды

Йәш ғаиләләр ерле булды 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырҙы....

Тотош уҡырға 71

Йәнә 217 автобус...

Йәнә 217 автобус... 12.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда 242 миллион һумға 217 мәктәп автобусы һатып алынды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 52

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ

Бәлә менән яңғыҙ ҡалмағыҙ 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөлә бығаса үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан кешеләр менән эшләгән психиатрҙар күп, ә бына ошоно...

Тотош уҡырға 47

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы

Халыҡ һаулығы – милләт байлығы 11.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Ҡыйғы районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе бер быуатҡа яҡын тарихҡа эйә. Һынылышлы, халыҡ өсөн ауыр 1921...

Тотош уҡырға 76

Бушҡа ...автомобиль!?

Бушҡа ...автомобиль!? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда йәшәгән 16 кеше бушлай автомобиль аласаҡ....

Тотош уҡырға 113

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй?

Капремонт өсөн кемдәр түләмәй? 10.12.2018 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда капиталь ремонт өсөн түләүҙән азат ителгәндәр даирәһе киңәйә....

Тотош уҡырға 74