Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Хаҡлы ялдағыларҙы яңы һөнәрҙәргә өйрәтеү – иң тәьҫирле юл.

Өлкән йәштәгеләрҙең һаны артыуы дәүләт алдына стратегик бурыс ҡуя – уларҙың тормош сифатын яҡшыртыу, ғүмер оҙайлылығын арттырыу. Республикала 2017–2020 йылдарға иҫәпләнгән төбәк саралар планы ла эшләнгән. Ул өлкән быуындың бөтә тормош эшмәкәрлеген сағылдырған ете өҫтөнлөклө йүнәлеште үҙ эсенә ала.

Яңыраҡ Өфөлә үткән һуғыш ветерандары, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының Баш­ҡорт­остан республика йәмәғәт ойошмаһының IV пленумында ошо хаҡта эшлекле һөйләшеү булды. Һуңғы демографик мәғлүмәт­тәргә ярашлы, донъяла һәр унынсы кеше 60 йәштән өлкән, ә күҙаллауҙар буйынса 2050 йылда һәр бишенсе кеше ошо йәштә буласаҡ.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников әйтеүенсә, 2017 йылда илдә уртаса ғүмер оҙайлығы тарихи 72,5 йылға етте. Республикабыҙҙа ла илдәге кеүек өлкәндәр һаны арта, 2010 йылда уларҙың өлөшө 19,8 процент тәшкил итһә, быйыл ул 24 процентҡа етте. Киләһе ун йылда уларҙың 27 процентҡа етеүе күҙаллана.

Министрлыҡ етәксеһе ете йүнәлештең һәр береһенә ентекле туҡталды. Әлеге көндә 200 меңдән ашыу пенсионер (хаҡлы ялдағы­ларҙың 20 проценты) төрлө тармаҡта эшләй. Ошо йылдың ун айында эш эҙләп пенсия алдында торған 9718 граждан Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән (61 процентҡа яҡыны урынлашты­рылған).

– Эшһеҙҙәрҙе һәм пенсионер­ҙарҙы профессиональ уҡытыу халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә – иң тәьҫирле юл, – тине Юрий Мельников. – Быйылғы туғыҙ айҙа 111 пенсионер һәм пенсияға сығыу алдында торған 80 кеше һаҡсы, оператор, ашнаҡсы һөнәрҙәренә уҡы­тылған. Муниципаль программаларға ярашлы, меңдән ашыуы өҫтәмә белем алған. Айырыуса Нефтекама, Бөрө, Сибай ҡалалары, Әбйәлил, Дүртөйлө, Мишкә, Кушнаренко, Туймазы һәм Хәйбулла райондары был эштә әүҙемлек күрһәтте.

Социаль хеҙмәтләндереүҙең төрлө заманса формаларын үҫтереү буйынса республика алдынғылар сафында. Хеҙмәтләндереүгә мохтаж һәр кем тулыһынса тәьмин ителгән тип әйтергә мөмкин.

Социаль туризм программаһынан файҙаланырға теләүселәр артҡан­дан-арта. Быйыл бер меңгә яҡын граждандың ялын йөкмәткеле итеп ойоштороу ҡаралған. “Мин һине яратам, тормош!” тип аталған фестиваль республика мәҙәниәт тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерел­де. “50 плюс” күргәҙмә-форумын йыл да үткәреү көтөп алынған матур йола.

Ете йүнәлештән торған республика программаһы, һис һүҙһеҙ, оло кеше тормошона ҡағылған финанс менән тәьмин итеү, мәғлүмәт биреү, һөнәргә өйрәтеү, эшкә урынлаштырыу, өҫтәмә белем биреү, хеҙмәт йәрминкәләре ойоштороу, кәңәшсе-тәрбиәсе институты булдырыу кеүек күп яҡлы мөһим эштәрҙе үҙ эсенә алған. Хаҡлы ялдағыларҙың йә иһә пенсияға сығыу алдында торған кешеләрҙең билдәләнгән йүнәлеш­тәрҙә әүҙемлегенә, ауырлыҡтарҙа албырғап ҡалмай, ветерандар хәрәкәтендә ҡатнашыуына, яңы һөнәрҙәр үҙләштереп, хеҙмәт баҙарында юғалып ҡалмауына өмөт тотабыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Болоттар ҡуйырғандан-ҡуйыра…

Болоттар ҡуйырғандан-ҡуйыра… 16.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Салауат бала табыу йорто тирәләй хәбәрҙәр ҡуйырғандан-ҡуйыра....

Тотош уҡырға 46

Йорттар ғына түгел, күңелдәр ҙә йылына

Йорттар ғына түгел, күңелдәр ҙә йылына 16.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөгөн ауыл ерендә утын яғып, электр плитәһендә аш-һыу бешереү тарихта ғына ҡала бара....

Тотош уҡырға 34

Ҡартайһаң, түләмәйһең

Ҡартайһаң, түләмәйһең 15.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда пенсия йәшенә етеп килгән граждандарға хәҙер күп ҡатлы торлаҡ йорттарҙа капиталь...

Тотош уҡырға 72

Аҙыҡ-түлеккә хаҡ арта

Аҙыҡ-түлеккә хаҡ арта 14.01.2019 // Социаль мәсьәлә

“Руспродсоюз” аҙыҡ-түлекккә хаҡтың яҡынса һигеҙ процентҡа артыуын күҙаллай....

Тотош уҡырға 68

Учалы фажиғәһе: оҙайлы ял эҙемтәһе

Учалы фажиғәһе: оҙайлы ял эҙемтәһе 14.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров фекеренсә, Учалы ауылындағы...

Тотош уҡырға 248

Йәш таусыларға  — фатир

Йәш таусыларға — фатир 14.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Илдең төҫлө металлургияһы флагманы һаналған Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ...

Тотош уҡырға 57

Льготалы исемлеккә индерелде

Льготалы исемлеккә индерелде 14.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Шәкәр сире менән яфаланыусыларҙы быйыл һәйбәт яңылыҡ көтә: инсулин ҡаҙау өсөн ҡулланылған амбулатор...

Тотош уҡырға 66

Ҡыш һалҡынын да һиҙмәй, Күгәрсендәр гөрләй!

Ҡыш һалҡынын да һиҙмәй, Күгәрсендәр гөрләй! 12.01.2019 // Социаль мәсьәлә

“Барыһы ла беҙҙә – балаларға!” Был һүҙҙәр һәр заман өсөн дә көнүҙәк. Күгәрсен районында бер юлы ике...

Тотош уҡырға 69

Йөрөгән аяҡҡа йүрмә…

Йөрөгән аяҡҡа йүрмә… 11.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Хәбәр итеүебеҙсә, яңы йылдың 10 ғинуарында Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә тәүге вакансиялар...

Тотош уҡырға 55

Ҡасан шығайҙар яңы мәктәптә уҡыр?

Ҡасан шығайҙар яңы мәктәптә уҡыр? 11.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Йәштәр ауылда ҡалһын өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк....

Тотош уҡырға 242

Һаулыҡ һаҡлауға — 16 миллиард һум

Һаулыҡ һаҡлауға — 16 миллиард һум 11.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Алдағы алты йылда Башҡортостанға федераль бюджеттан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 16...

Тотош уҡырға 73

Бында операциялар яһарға иртә әле

Бында операциялар яһарға иртә әле 10.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Благовещен үҙәк район дауаханаһының хирургия корпусында ремонт эштәре бара....

Тотош уҡырға 62