Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Инвалидлыҡ билдәләү ябайлаштырыла
Рәсәйҙә инвалидлыҡ билдәләүҙе ябайлаштырырға уйлайҙар. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы медицина учреждениеларынан медик-социаль экспертиза бюроһына мәғлүмәт тапшырыуҙы автоматлаштырырға ниәтләй. Ябайлаштырыу шулай уҡ №088/у-06 формаһына – йүнәлтмә өсөн төп документҡа ла ҡағыласаҡ. Әлегә Рәсәйҙә инвалидлыҡ билдәләү күп ҡағыҙ йыйыуҙы һәм ваҡыт сарыф итеүҙе талап итә.

Яңылыҡтар ҡабул ителһә, үҙгәрештәр ауырыуҙарҙың хәлен нисек еңеләйтер? Әле Рәсәйҙә 12,5 миллиондан ашыу инвалид теркәлгән. Һәр береһе инвалид­лыҡ төркөмөн билдәләү өсөн ете-һигеҙ табипты үтеп, белешмә йыйған, аҙаҡ бүлек мөдиренән йәки баш табиптан раҫлатҡан. Бынан һуң медицина картаһы һәм обходной ҡағыҙы бөтә өҫтәмә белешмәләр менән медик-социаль экспертиза бюроһына тапшырыла. Ҡағиҙә булараҡ, ай дауамында кешегә комис­сияның ҡабул итеү көнөн билдәләйҙәр. Тап ошонда һинең артабанғы яҙмышың хәл ителә.

Инвалидлыҡ билдәләү процедураһын еңеләйтеү тәҡдиме менән 2018 йылдың ғинуарында Рәсәй Президенты В. Путин сығыш яһағайны. Унан алда дәүләт етәксеһе, йәмәғәт ойошмалары вәкил­дәре менән осрашып, мәсьәләнең айышына төшөнгәйне. Инвалидтар билдәле ваҡыттан һуң яңынан комиссия үтергә бурыслы. II һәм III группа билдәләнгәндәр – йыл һайын, ә I группалағылар ике йыл һайын тикшеренеү үтә. Ҡаты сирлеләр өсөн ошондай ҡат-ҡат тикшеренеүҙәр үтеү ауыр һынауға әүерелде. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры М. Топилин әйтеүенсә, тәүге тапҡыр даун, фенилкетонурия, балалар церебраль фалижының ауыр формалары, нәҫел һәм иммун сирҙәре, һуҡырлыҡ һәм һаңғыраулыҡ кеүек сирҙәр менән мөрәжәғәт иткәндә, срокһыҙ инвалидлыҡ тәғәйенләү – медик-социаль эксперти­заның бурысы.

Сирҙең ауырлыҡ дәрәжәһенә ҡарап комиссия инвалидлыҡ группаһын билдәләй. Категорияны билдәләү тәртибе, шулай уҡ уның һөҙөмтәһенә дәғүә белдереү Хөкүмәт ҡарарында күрһәтелгән. Комиссияның ҡарары менән риза булмаған хәлдә Баш бюро бәхәсте хәл итә. Бының өсөн ай эсендә ғариза биреп өлгөрөргә кәрәк. Баш эксперт комиссияның яңы составын раҫлағас, ҡабаттан ултырыш үткәрелә. Баш бюроның ҡарарына риза булмағанда мәсьәләне бары өҫтәге инстанция – Федераль бюро хәл итә. Дәғүәсенең ғаризаһы бер ай эсендә ҡаралырға тейеш. Шулай уҡ Бюроның хөкөмөнә дәғүәләрҙең судта ла ҡаралыуы мөмкин.

Инвалидтарҙың хоҡуғын сикләгән тағы бер нәмә бар: илдә әлегә тиклем бойон­дороҡһоҙ медик-социаль экспертиза булдырылмаған. Шуға күрә күптәр үҙҙә­ренә ҡуйылған инвалидлыҡ группа­һына риза булмай дәғүәләрен белдереп ҡара­ғанда төрлө ҡаршылыҡтарға осрай. Юристар ҙа әлегә инвалидлыҡ билдә­ләгәндә етешһеҙлектәр булыуын йәшермәй.

“Мәҫәлән, табип сирҙең атамаһын яҙғанда уның ауырлыҡ дәрәжәһен, нисек үтеүен күрһәтмәй. Ҡайһы бер сирҙәрҙә ошо бәләкәй, әммә мөһим деталдәр категорияны дөрөҫ билдәләүгә ярҙам итә. Шуға күрә район комиссияһының эшенә дәғүә белдергәндә белгестәрҙең ни сәбәпле ошо ҡарарға килеүен асыҡларға кәрәк. Ғәҙәттә, табиптар был хаҡта аңлатып тормай. Тикшереү үткәреү тураһындағы протоколдың күсермәһе генә хәлгә асыҡлыҡ индерә ала. Был документта аныҡ рәүештә ни өсөн теге йәки был инвалидлыҡ группаһы бирелеүе күрһәтелә”, – тигән аңлатма бирә “Перспектива” белгестәре.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Их, түләтмәһәләр икән...

Их, түләтмәһәләр икән... 21.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Рәсәй халҡының коммуналь хеҙмәттәр өсөн ҡайтарылмаясаҡ бурыстарын ғәфү итеүҙәре ихтимал....

Тотош уҡырға 66

Арыҫландың вәғәҙә иткән видеоролигы әҙер!

Арыҫландың вәғәҙә иткән видеоролигы әҙер! 19.01.2019 // Яңылыҡтар / Социаль мәсьәлә

Яңы йыл алдынан Президент самолеты бортында булған 15 йәшлек Арыҫлан Ҡәйепҡолов шул сәфәре хаҡында...

Тотош уҡырға 106

"Ашығыс ярҙам" таулы районға ашыға

"Ашығыс ярҙам" таулы районға ашыға 19.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Күптән түгел Белорет һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына республика программаһы буйынса алты “Ашығыс...

Тотош уҡырға 59

Сибай балаларын “Хыял” көтә

Сибай балаларын “Хыял” көтә 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Социаль мәсьәлә

Сибайҙан барасаҡ 500 баланы Евпаториялағы “Хыял” шифахана комплексы ҡабул итәсәк. Был хаҡта Ҡырым...

Тотош уҡырға 73

“Иң мөһиме – борсолмағыҙ”

“Иң мөһиме – борсолмағыҙ” 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов...

Тотош уҡырға 138

Ҡыҫҡартабыҙ ҙа ҡыҫҡартабыҙ...

Ҡыҫҡартабыҙ ҙа ҡыҫҡартабыҙ... 18.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәрен яңы йылда йәнә ҡыҫҡартыуҙар көтә. Әле ҡулайлаштырыу буйынса “юл...

Тотош уҡырға 78

Ғаиләләргә ярҙамы тейерме?

Ғаиләләргә ярҙамы тейерме? 18.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Гайдар форумында Татьяны Голикова, Рәсәй Хөкүмәте ташламалы ипотека буйынса яңы саралар әҙерләгән,...

Тотош уҡырға 68

Табип абруйын нисек арттырырға?

Табип абруйын нисек арттырырға? 18.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Радий Хәбировтың шәхси аккаунттарына, шулай уҡ Граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү идаралығына...

Тотош уҡырға 89

Беҙгә бөгөн нимә ҡиммәт?

Беҙгә бөгөн нимә ҡиммәт? 18.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Медицина берекмәһе башбаштаҡлыҡтан яҡланырға тейеш....

Тотош уҡырға 50

Сирҙе аҙмаҫ элек “ауыҙлыҡларлыҡ” булһын!

Сирҙе аҙмаҫ элек “ауыҙлыҡларлыҡ” булһын! 17.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика етәксеһе Радий Хәбировты төбәк дауаханалары һәм поликлиникаларының табип-онкологтар...

Тотош уҡырға 58

Бала табыу йортоноң шәхси ҡулдарҙа булыуы яҡшымы?

Бала табыу йортоноң шәхси ҡулдарҙа булыуы яҡшымы? 17.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Белеүебеҙсә, Рәсәйҙең Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль Башҡортостанға сәфәре...

Тотош уҡырға 69

“Сибай халҡына медицина ярҙамы йылдам күрһәтелергә тейеш”

“Сибай халҡына медицина ярҙамы йылдам күрһәтелергә тейеш” 17.01.2019 // Социаль мәсьәлә

“Сәләмәтлек сәғәте” тәртибендәге кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 60