Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡасан шығайҙар яңы мәктәптә уҡыр?

Йәштәр ауылда ҡалһын өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк.

“Бөгөн йәштәр бүтән төбәктәргә эшкә китә, ауылдарҙың 60 проценты ғына һыу һәм газ менән тәьмин ителгән. Меңәрләгән ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Ошо проблемаларҙы республика хәл итәсәк”, – тигәйне Радий Хәбиров ауыл хужалығы эшсәндәре байрамында. Республика етәксеһе белдереүенсә, йәштәрҙе ауылға йәлеп итеү өсөн яңы юлдар, йорттар, социаль инфраструктура объекттары төҙөләсәк. Мәсьәләләр булыуға ҡарамаҫтан, ауылда инициативалы кешеләр күп йәшәй, улар үҙ бизнесын үҫтерә, тине Радий Хәбиров.

Ысынлап та, республикаға яңы етәксе килгәс, ауыл ерендә лә йәнлелек тойола, киләсәктә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булыр, тип өмөтләнә халыҡ. Белорет, Бөрйән, Ғафури райондарына командировкала халыҡ менән осрашҡан мәлдә лә беҙ ошо йәнлелекте тойҙоҡ.

Белорет районының Шығай ауылын­дағы осрашыу мәлендә ер кешеһенең йәшәйеше, тын алышы хаҡында “түңәрәк өҫтәл” янында һөйләштек. Унда Шығай ауыл биләмәһе башлығы Хәлим Юлдаш улы Ғәлиастанов, мәктәп директоры Исмәғил Хәлфә улы Әбүталипов, дирек­торҙың уҡыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Айгиз Ғәзиз улы Ҡанафин, математика уҡытыусыһы Филүзә Рәшит ҡыҙы Нурмө­хәмәтова, тәрбиәсе Ғәлим Ғәлимйән улы Баһауетдинов һәм башҡалар ҡатнашты.

– Исмәғил Хәлфә улы, ошо уҡыу йылында республика телевидениеһы һеҙҙең мәктәптән X класс уҡыусы­һының уҡырға йөрөмәүе хаҡында репортаж күрһәткәйне. Ни өсөн был хәл килеп тыуҙы? Кем ғәйепле?

Исмәғил ӘБҮТАЛИПОВ:
– Х класҡа ете бала уҡырға барғанда, уны һаҡлап ҡалып булыр ине. Бөгөнгө нормативтарға ярашлы, класс тулы комплект булып тупланһа ғына, уны асабыҙ. Мәғариф идаралығының баш бухгалтеры класты туплау мәсьәләһе менән шөғөлләнә. Бәлки, киләсәктә хәл үҙгәрер, республика Мәғариф министрлығына яңы етәксе килде бит.

Ғәҙәттә, ҡайһы бер ата-әсәләр 1 сентябрь алдынан ғына ғариза яҙа. Был юлы ла шулай булды: дүрт баланың ата-әсәһе ғаризаны һуңлатып алып килде. Әле ике уҡыусыны мәктәп автобусы Сермәнгә уҡырға йөрөтә.

Беҙҙең мәктәптә 98 бала белем ала, 16 уҡытыусы эшләй, күбеһе юғары категорияға эйә. Быйыл I класҡа 12 уҡыусы килде. Ауылда мәктәпкәсә тиклемге йәштәге кескәйҙәребеҙ күп. Әле беҙҙең ауылдан һигеҙ уҡыусы ситтә белем ала. Ата-әсәләре балаларын ни өсөн ситкә ебәргәндәрен аңлатмай. Дөйөм алғанда, ауылда балалар һаны тотороҡло.

Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, әле улар уҡыған бинаның торошо шәптән түгел. Яңы мәктәп һалыу мәсьәләһе 1989 йылдан бирле күтәрелеп килә. Әле лә беҙгә яңы мәктәп вәғәҙә итмәйҙәр. Бер ниндәй ҙә нормативтарға ла үтә алмайһығыҙ, тиҙәр. Әле ике ҡатлы интернат бинаһын мәктәп итеп ҡулайлаштырҙыҡ.

Быйыл “Реаль эштәр” программаһы буйынса белем усағының санузелын яңырттыҡ, ингән ерҙәге ишектәрҙе алмаштырҙыҡ. Әлеге мәлдә бинаға капиталь ремонт талап ителә: тәҙрә-ишектәр, йылытыу системаһы ныҡ иҫкергән.

Яңы йылда асыҡ спорт ҡорамалы тө­ҙөү өсөн федераль программа буйынса бер миллион һум бүленәсәк. Ябыҡ спортзал төҙөлһә, әлбиттә, яҡшы булыр ине.

– “Ауыл мәктәптәре йәш кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә, унда уҡытыу сифаты түбән” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Бөгөн йәштәр ата-бабалар нигеҙенә ҡайтһын өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылырға тейеш? Ниңә ауыл мәктәптәрендә күрһәткестәр түбән?

Айгиз ҠАНАФИН:
– Үҙем сығышым менән Ҡарайылға ауылынан. Белорет педагогия колледжын, Мәскәү эшҡыуарлыҡ институтын тамамланым. Мәктәп эше оҡшай, әле Шығай мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡытам. Бөгөн балаларҙа белемгә ынтылыш бар, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ көслө. Улар төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, бейеү, ҡумыҙ түңәрәктәренә йөрөй.

Ҡала мәктәптәрендә уҡыусыларҙы Х класҡа имтихан менән генә ҡабул итәләр. Улар, белемлеләрҙе генә өлкән кластарҙа ҡалдырып, ошоноң менән үҙҙәренең уҡыу сифатын күтәрә. Һынау үтә алмағандар беҙгә кире килергә мәжбүр. Беҙ баланың белеме түбән булһа ла, уны урамға сығарып ебәрмәйбеҙ. Уларға: “Һин уҡый алмайһың”, – тип тә әйтмәйбеҙ. Ошондай уҡыусылар дөйөм күрһәткестәрҙе түбәнәйтә лә инде. Ауылда мәғарифты үҫтереү өсөн уҡытыусылар бөтәһен дә эшләй, ә матди база, бина торошо беҙгә бәйле түгел. Әле ауыл мәктәбенә эшкә ҡайтҡанға бер ҙә үкенмәйем.

Әлбиттә, ауыл халҡын борсоған мәсьәләләр етерлек. Эш урындары юҡ, шуға ла күптәр ситкә китергә мәжбүр. Райондың ҡайһы бер ауылдарында клубтар ҙа юҡ. Мәҫәлән, Ҡарайылға ауылындағы мәктәпте 2008 йылда яптылар. Хәҙер балалар ҡалаға йөрөп уҡырға мәжбүр. Унда юл мәсьәләһе лә асыҡ ҡала. Ул бер кемдең дә балансында тормай, шуға ла ҡышын уны таҙартмайҙар. Ҡарайылға аша күпер ҙә авария хәлендә. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек, файҙа юҡ. Ҡалаға йөрөп эшләгәндәргә ауыр.

Төҙөлөшкә ағас алыу ҙур мәсьәлә булып ҡала, сират ҙур. Мәҫәлән, әсәйемдең ағас һорап ғариза яҙыуына өс йыл үтте. Хөкүмәт ауылға эшкә ҡайтҡан табиптарға бер миллион һум аҡса бирә, ә уҡытыусылар өсөн ундай программа юҡ. Хеҙмәткә төшкәндә бары 25 мең һум ғына бирелә, уның өсөн өс йыл уҡытырға тейешбеҙ. Ауылға эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға һәм башҡа белгестәргә төҙөлөш өсөн ерҙе, ағасты сиратһыҙ бирһәләр, йәш белгестәр ҙә тыуған еренә эшкә ҡайтасаҡ.

Филүзә НУРМӨХӘМӘТОВА:
– Ауылда рәхәтләнеп эшләргә була. Балалар ҙа, ҡала менән сағыштырғанда, тәртипле, тыйнаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханына, Дөйөм дәүләт имтиханына бәйле проблемалар бар. Бигерәк тә IX класта уҡыусыларға һынау үтеүе ауыр, сөнки улар был имтихандарҙың етдилеген аңлау кимәленә үҫеп етмәгән. Урта мәктәп булғас, нисә уҡыусы класта ултырыуына ҡарамаҫтан, унда бөтә клас­тар ҙа эшләргә тейеш. Әле Х класты асмауҙары сәбәпле, бер нисә бала ситкә йөрөп уҡырға мәжбүр.

Йөрөтөп уҡытыуы ла ауыр, сөнки бала көн дә иртә менән тороп, сит ауылға уҡырға юллана. Юл йөрөүе лә хәүеф тыуҙыра, “Иҫән-һау ҡайтһын инде”, – тип, йөрәгеңде усыңда тотоп, балаңды көтөп ултыраһың. Ҡайһы саҡта мәктәп автобусының бензины ла булмай, ундай мәлдәрҙә бала дәрестәрҙе ҡалдырырға мәжбүр.

Шығай – ҙур ауыл, әммә әле һаман тәбиғи газ үткәрмәйҙәр. Был осраҡта: “XXI быуатта йәшәйбеҙ түгелме?” – тигән һорау тыуа. Һайлау алдынан депутаттар килеп, вәғәҙә бирә, әммә эш шуның менән туҡтап ҡала.

– Йәштәрҙе спортҡа, сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырыу өсөн ауылда шарттар бармы?

Ғәлим БАҺАУЕТДИНОВ:
– 2017 йылдан мәктәптә милли көрәш буйынса тренер булып эшләйем. Шығайҙа – 10, Сермән мәктәбендә 27 бала шөғөлләнә. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ. Көрәште үҫтереү буйынса шарттар бар, әммә хәҙерге балалар телефонда, компьютерҙа уйнап ултырыуҙы хуп күрә.
Әле туризмды үҫтереү эшен йәйелдерҙек. Балалар-үҫмерҙәр туризмы үҙәге менән килешеү төҙөнөк. Республика кимәленә сығыу маҡсатын ҡуй­ғанбыҙ. 2014 йылда спорт йыһаздарына аҡса бүленгән. Бағыусылар ярҙам итә.
Әлбиттә, Шығай мәктәбендә ҡолас йәйеп шөғөлләнерлек, төрлө спорт төрҙәрен үҫтерерлек спорт залы юҡ, шулай булһа ла, эшләргә тырышабыҙ.

– Хәлим Юлдаш улы, әле һеҙ ауыл­даштарығыҙҙың фекерен ишеттегеҙ. Ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә ниндәй эш алып бараһығыҙ?

Хәлим ҒӘЛИАСТАНОВ:
– Мин ошо вазифала 2016 йылдан эшләйем. Унан алдағы хеҙмәт юлым мәктәп менән бәйле, математиканан уҡыттым.
Әле Шығай ауыл биләмәһендә 1998 кеше йәшәй. Уларҙың 700-ҙән ашыуын 18-гә тиклемге йәштәгеләр тәшкил итеүе ауылда йәштәрҙең ҡеүәтле көс булыуын сағылдыра. Әле күп балалы ғаиләләргә ер биреү өсөн 20-гә яҡын ер биләмәһенә документтар әҙерләнде. Беҙҙә 70-кә яҡын ғаилә ергә мохтажлыҡ кисерә. Ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе ауыл биләмәһе ерҙәренә күсереү буйынса эш алып барабыҙ. Суд аша 100 гектар майҙанды үҙебеҙгә алыуға өлгәштек. 15 гектар ерҙе ауыл биләмәһе майҙанын ҙурайтыу маҡ­сатында ҡулланасаҡбыҙ, ә ҡалғанын халыҡҡа бесәнлек итеп биреү планлаштырыла.
Тәбиғи газ үткәреү мәсьәләһенә килгәндә, 2020 йылға тиклем уны Сосновка ауылынан Шығайға тиклем һуҙыу ҡаралған.

– Әйткәндәй, яңыраҡ “Башҡорт­остан” гәзитенә Үҙәнбаш ауылынан хеҙмәт ветераны Гөлнур Ғүмәрова: “Беҙ телевизор ҡарай алмаясаҡбыҙ”, – тип зарланып шылтыратты...

Хәлим ҒӘЛИАСТАНОВ:
– Шығай ауыл хакимиәтенә ҡараған дүрт ауылда телевизор ҡарау буйынса һорауҙар юҡ. Үҙәнбаш ауылының тауҙар араһында ултырыуына бәйле, сигналдар барып етмәй, шуға ла өҫтәмә комплекс төҙөргә кәрәк. Был осраҡта мобиль телефондарҙың вышкаларына көсәйткес ҡорамалдар ҡуйырға кәрәк. Был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ.
Яңы йылдан трансляция һанлы форматта эшләй башланы, шул уҡ ваҡытта ауылда телевизорҙы кабелле интернет аша (IP-телевидение) ҡарарға мөмкин.

Әле иң ҙур мәсьәләләрҙең береһе – күп ауылдарҙа һыу үткәргестәр иҫкергән. Улар совет заманынан бирле яңыр­тылмаған, һәр бер ауылда етеш­һеҙлектәр бар. Шығайҙа ла һыу селтәрҙәренә капиталь ремонт талап ителә.
Юлды ҡарҙан таҙартыуға, ремонт­лауға, билдәләр ҡуйыуға йылына 620 мең һум бүленә. Былтыр Новобельский урамындағы юлдарҙы ремонтланыҡ. Быйыл Хөсәйен ауылында ҡырсынташ түшәйәсәкбеҙ. “Урындағы башланғыс­тарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Үҙәнбаш ауылында ҡойо ҡаҙҙырттыҡ, Үткәлдә хоккей ҡабы төҙөнөк. Быйыл Шығайға мобиль янғын комплексы алырға йыйынабыҙ.

Исмәғил ӘБҮТАЛИПОВ:
– Республиканың яңы етәксеһе үҙ эшен тәртип урынлаштырыуҙан башланы, был бик дөрөҫ алым. Уның халыҡ араһына сығып, көнитмеше менән яҡындан танышыуы оҡшай. Беҙгә лә мәктәпте заман шарттарына яуап бирерлек капиталь ремонт эшләтеүҙә, спорт залы төҙөүҙә ярҙам итһендәр ине, тигән үтенес бар.

Бөгөн йәрминкәләрҙә ит һатыу ҙа ауыл кешеһе өсөн ҙур проблемаға әйләнде. Бөтә халыҡ та мал салыу цехына йөрөй алмай. Унда мал салған өсөн иттең килограмынан 12-шәр һум аҡса алалар. Мәҫәлән, бер баш мал 150 килограмм тартһа, 1800 һум аҡсаңды шунда ҡалдырып сығаһың. Етмәһә, малҡайҙы бысаҡлап салмайҙар, ток менән һуҡтыралар. Ҡаны сыҡмағас, ит ҡарая һәм уны йәрминкәлә һатыуы ауыр. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн күп балалы ғаиләләр нисек түләр икән? Бына шундай халыҡтың тормошон тағы ла ауырлаштырған ҡанундарҙы ҡабул итер алдынан, уның ниндәй эҙемтәләргә килтереүе өҫтөндә лә уйланһындар ине.

Шығайҙа осрашыу һәр ауылды борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреү менән тамамланды. Ә һеҙҙе ниндәй мәсьәләләр борсой? Саҡырығыҙ, һеҙҙең ауылға ла барып, “түңәрәк өҫтәл” янында уларҙы уртаға һалып һөйләшербеҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Болоттар ҡуйырғандан-ҡуйыра…

Болоттар ҡуйырғандан-ҡуйыра… 16.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Салауат бала табыу йорто тирәләй хәбәрҙәр ҡуйырғандан-ҡуйыра....

Тотош уҡырға 46

Йорттар ғына түгел, күңелдәр ҙә йылына

Йорттар ғына түгел, күңелдәр ҙә йылына 16.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Бөгөн ауыл ерендә утын яғып, электр плитәһендә аш-һыу бешереү тарихта ғына ҡала бара....

Тотош уҡырға 34

Ҡартайһаң, түләмәйһең

Ҡартайһаң, түләмәйһең 15.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда пенсия йәшенә етеп килгән граждандарға хәҙер күп ҡатлы торлаҡ йорттарҙа капиталь...

Тотош уҡырға 72

Аҙыҡ-түлеккә хаҡ арта

Аҙыҡ-түлеккә хаҡ арта 14.01.2019 // Социаль мәсьәлә

“Руспродсоюз” аҙыҡ-түлекккә хаҡтың яҡынса һигеҙ процентҡа артыуын күҙаллай....

Тотош уҡырға 68

Учалы фажиғәһе: оҙайлы ял эҙемтәһе

Учалы фажиғәһе: оҙайлы ял эҙемтәһе 14.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров фекеренсә, Учалы ауылындағы...

Тотош уҡырға 248

Йәш таусыларға  — фатир

Йәш таусыларға — фатир 14.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Илдең төҫлө металлургияһы флагманы һаналған Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ...

Тотош уҡырға 57

Льготалы исемлеккә индерелде

Льготалы исемлеккә индерелде 14.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Шәкәр сире менән яфаланыусыларҙы быйыл һәйбәт яңылыҡ көтә: инсулин ҡаҙау өсөн ҡулланылған амбулатор...

Тотош уҡырға 66

Ҡыш һалҡынын да һиҙмәй, Күгәрсендәр гөрләй!

Ҡыш һалҡынын да һиҙмәй, Күгәрсендәр гөрләй! 12.01.2019 // Социаль мәсьәлә

“Барыһы ла беҙҙә – балаларға!” Был һүҙҙәр һәр заман өсөн дә көнүҙәк. Күгәрсен районында бер юлы ике...

Тотош уҡырға 69

Йөрөгән аяҡҡа йүрмә…

Йөрөгән аяҡҡа йүрмә… 11.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Хәбәр итеүебеҙсә, яңы йылдың 10 ғинуарында Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә тәүге вакансиялар...

Тотош уҡырға 55

Һаулыҡ һаҡлауға — 16 миллиард һум

Һаулыҡ һаҡлауға — 16 миллиард һум 11.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Алдағы алты йылда Башҡортостанға федераль бюджеттан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 16...

Тотош уҡырға 73

Бында операциялар яһарға иртә әле

Бында операциялар яһарға иртә әле 10.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Благовещен үҙәк район дауаханаһының хирургия корпусында ремонт эштәре бара....

Тотош уҡырға 62

Ысын әсәй ташлағас...

Ысын әсәй ташлағас... 10.01.2019 // Социаль мәсьәлә

Күптән түгел генә Ишембай ҡалаһында “Беҙҙең балалар. Өфө ҡалаһы” хәйриә фонды башланғысы менән...

Тотош уҡырға 95