Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Табиптың абруйы юғары булһын
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы “Һаулыҡ һаҡлау сәғәтен” үткәрҙе: үҙенсәлекле йолаға әүерелгән сарала муниципалитет башлыҡтары, медицина учреждениелары етәкселәре, төбәктәге һаулыҡ һаҡлау тармағына бәйле иң сетерекле, көнүҙәк проблемаларҙы уртаға һалып тикшерҙе, уларҙы хәл итеүҙең тәьҫирле юлдарын билдәләне.

Был юлы йәмәғәтселектең иғти­бар үҙәгендә Сибай ҡалаһы булды. Һүҙ иҫке карьерҙа быҫҡып ятҡан руда тоҡомо ятҡылығынан һауаға таралған көкөрт диоксиды миҡ­дарының кимәлдән артыуы, уның кеше­ләрҙең сәләмәтлегенә йо­ғонтоһо тураһында барҙы. Мәғлүм булыуынса, йыл аҙағынан бирле Сибайҙа әүҙем әҙерлек режимы ғәмәлдә ҡала. Ҡалала әленән-әле көкөрт еҫен тоялар, социаль сел­тәр­ҙәрҙә лә ҡырҡыу еҫле томанға зарланалар. Шул уҡ ваҡытта күсмә лабораториялар һулар һауала зарарлы матдәләр миҡдарын даими тикшереп хәбәр итә, медицина учреждениелары ла халыҡ һаулығын хәстәрләү йәһәтенән даими һаҡта тора. Ошо көндәрҙә иһә Сибайға БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева бер төркөм табиптар менән махсус командировкаға барған. “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә билдәле булыуынса, ике көн эсендә баш ҡала белгестәре 350-нән ашыу кешене ҡабул иткән. Табиптар фекеренсә, тын алыу ағзалары сирҙәренә зарланыусылар һаны етди артмаған, ҡала дауаха­наһында, урындағы дарыуха­наларҙа медицина препараттарына ҡытлыҡ юҡ. Әлбиттә, баш ҡала табиптары килә тигәнде ишеткәс, халыҡ тикшерелергә ағылған, дөйөм алғанда, ҡалала медицина хеҙмәтләндереүе буйынса хәл тотороҡлана. Был йәһәттән Радий Хәбиров:
– Сибайҙа йәшәүселәр медицина өлкәһе йәһәтенән иғтибарҙы тойоуы бик мөһим, улар квалификациялы ярҙамды оператив алырға тейеш. Урында тейешле эште ойошторор өсөн ошо йүнәлешкә яуаплы министр урынбаҫарының 1 февралгә тиклем ҡалала ҡалыуы фарыз. Сираттарҙы бөтөрөргә кәрәк. Талап ителгән осраҡта өҫтәмә ҡабул итеү кабинеттары асыласаҡ, – тип билдәләне.

Шулай уҡ аҙна башынан Сибайға Республика балалар клиник дауаханаһы белгестәре лә юлланасаҡ, төрлө йүнәлешле табиптар балаларҙы ҡабул итәсәк. Башҡорт дәүләт медицина университеты тарафынан Сибайға барасаҡ педиатрҙар иһә тағы ла оҙағыраҡ ваҡытҡа ҡалып, төплө тик­шереүҙәр үткәрәсәк тип күҙал­лана.

Был юҡтан түгел: ғөмүмән, республикала йәшәүселәр төбәк етәксеһе аккаунттарына, башҡа ресурстарҙа һаулыҡ һаҡлау тарма­ғына йыш зарлана, Сибайҙағы хәл дә социаль селтәрҙәрҙә – популяр тема. Мөрәжәғәттәр асылда тар йүнәлешле белгестәрҙең булмауына, бигерәк тә балалар табиптары етмәүенә ҡайтып ҡала. Шул уҡ ваҡытта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән оператив хеҙмәттәшлек булдырылған, хәлдең үҙенсәлектәре асыҡланған, уны яҡшыртыу буйынса эштәр алып барыла. Ғөмүмән, табип­тарҙың һәм фельдшерҙарҙың етмәүе Сибай өсөн генә хас күренеш түгел, беренсел ҡабул итеү белгестәренә республиканың башҡа район-ҡалаларында ла ихтыяж бар.

“Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә тағы ла мөһим көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – төбәктә онкологик сирҙәр­ҙе иртә асыҡлау системаһын үҫтереү проблемаһы ла телгә алынды. Йәшерен-батырыны юҡ – һуңғы йылдарҙа тап яман шеш сире халыҡ үлеме күрһәткестә­рендә тәүге урындарҙың береһен биләй. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелин белдереүенсә, ошо күр­һәткес һуңғы биш йылда төбәктә кире динамикала күҙәтелә, тәүге сиратта сирҙәрҙе иртә асыҡлау системаһы яйға һалынмағанлыҡ­тан. Ғөмүмән, Башҡортостанда диагностика кимәле сифаты Рәсәй­ҙең уртаса күрһәткесенән түбән.

Әлбиттә, 2018 йылда диагностика системаһын камиллаштырыу йәһәтенән етди саралар ҙа күрел­гән. Миҫал өсөн, иммунохимик тестар ярҙамында колоректаль яман шеште иртә асыҡлау йәһәте­нән махсус проект тормошҡа ашырыла башлаған. Ошо ғына арауыҡта сирләп китеү ихтималлығы юғары булған 6,8 мең пациент асыҡлан­ған. Улар араһында артабан скрин­нингтың икенсе этабы үткәрелеп, 200 яман шеш менән сирләүсе кеше, 1,3 мең яман шеш алдын­дағы ауырыуға дусарҙар билдә­ләнгән.

Шулай уҡ ошо уҡ осорҙа төбәктең 41 медицина ойошмаһы базаһында 94 мең ҡатын балаятҡы муйынтығындағы яман шеште иртә асыҡлау буйынса тикшерелеү үткән. Һөҙөмтә түбәндәгесә: 500 яман шеш алды ауырыуына дусар кеше һәм 83 яман шеш менән сирләүсе ҡатын-ҡыҙ асыҡланған. Уларҙың 77 проценты – иртә стадияла, тимәк, дауаланыу һәм тулыһынса һауығыу ихтималлығы күпкә юғары.

Әлбиттә, сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау, ғөмүмән, һаулыҡҡа бәйле проблемаларҙы билдәләү йәһәте­нән киң таралған ысул булып, тәүге сиратта, диспансерлаштырыу һәм халыҡты профилактик тикшереү тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был саралар ғына халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау йәһәтенән һәм мәғлүмәти яҡтан да һөҙөмтәле тип атап булмай, унан тыш, табиптарҙың компетентлыҡ кимә­лен күтәреү фарыз. Бигерәк тә был яман шеш сирҙәрен асыҡлауға ҡағыла. Онкологик йәһәттән һағайыу тигән сифат булырға тейеш – бына ошондай талап ҡуйыла заман табиптарына. Артабан заман диагностика ҡоролмаларының – флюорограф, маммограф, эндоскоп һәм башҡа­ларҙың булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Быларҙың барыһы ла сирҙәрҙе башланғыс стадияла уҡ асыҡларға ярҙам итә.

Киләсәктә иһә “Һаулыҡ һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә онкологик сирҙәр менән көрәш буйынса комплекслы программа әҙерләнәсәк. Радий Фәрит улы был йәһәттән эштең тәүге этабында уҡ иң көнүҙәк проблемаларға иғтибар итергә саҡырҙы:
– Ябай ғына мәсьәләләр бар. Беренсе звенола сирҙәрҙе асыҡлау кимәле бик түбән. Уларҙың тәрән диагностика талап иткәнен аңлай­быҙ. Әммә “онкологик йәһәттән һағайыу” терминын ҡулланғанға күрә, ул да беҙҙә етерлек түгел тип әйтер инем. Шуға ла мин белгестәр араһында ошо сифатты арттырыу мәсьәләһен хәл итеү йәһәтенән тәҡдимдәр ишеткем килә, – тине.

Төбәк етәксеһе онкология сирҙәре артыу проблемаһының уғата мөһим икәнлеген билдәләне, республиканың медицина учреждениелары табип-онкологтар менән ниндәй кимәлдә тәьмин ителеүе хаҡында ҡыҙыҡһынды. Унан һуң БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Республика клиник онкология диспансеры менән берлектә киләһе “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”нә ошо тема буйынса тулы мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты, шулай уҡ бер айҙан халыҡтың онкологик ярҙам менән файҙалана алыу мөмкинлеге хаҡында ла һораясағын белдерҙе.

“Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә шулай уҡ Өфө районында медицина хеҙмәтләндереүен камиллаштырыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Максим Забелин белдереүенсә, район халҡының күбеһе квалификациялы медицина ярҙамын баш ҡалала алырға тырыша, ә муниципалитет биләмәһендә тулы сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе ойоштороу өсөн өҫтәмә медицина учреждениелары төҙөү фарыз. Бының сәбәбе ябай: район үҫешә, уның биләмәһендә халыҡ һаны артыуы күҙәтелә, шуға ла яңы полик­ли­ни­каға, өҫтәмә фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ихтыяж ҙур.

Өфө районы хакимиәте башлы­ғы Вилорий Угаров видеобәйләнеш аша районда ике ФАП-ты үҙ финанс сараларына төҙөргә ниәтләгән­дәрен белдерҙе. Унан тыш, әлеге ваҡытта эшләгән пункттарҙа ремонт талап ителә: тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе алмаштырыу, мебелде яңыртыу һәм башҡа эштәр бар. Улар ҙа муниципалитет иҫәбенә башҡары­ласаҡ. Ә поликлиника төҙөү мәсьәләһен Радий Хәбиров киләһе “Төҙөлөш сәғәте” повесткаһына индерергә ҡушты.

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов медик профессияһын популярлаштырыуға арналған мәғлүмәт кампанияһының ағымда­ғы һөҙөмтәләре менән таныштыр­ҙы, баҫма һәм электрон матбуғат сараларында заманса дауалау алымдарын ҡулланған белгестәр, тәжрибәле табиптар тураһында 200-ҙән ашыу мәҡәлә донъя күреүен билдәләне. Был эш артабан да дауам итәсәк.

Радий Фәрит улы билдәләүенсә, медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ыңғай мөнәсәбәтле мөхит булдырыу, уларҙың хеҙмәтенең мөһим­леген күрһәтеү зарур.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Сибайҙың төтәүе етмәгән, өҫтәүенә мәктәп емерек...

Сибайҙың төтәүе етмәгән, өҫтәүенә мәктәп емерек... 15.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында балалар емерек мәктәптә уҡыған....

Тотош уҡырға 46

Хеҙмәт “терапияһы” алғандар тормошҡа яраҡлаша
Бындай баһа – беҙгә генә!

Бындай баһа – беҙгә генә! 14.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан социаль өлкәне һәм социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә өлөш...

Тотош уҡырға 45

"Тәгәрмәсле"  табип килде

"Тәгәрмәсле" табип килде 14.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Красноусол (Ғафури районы) үҙәк район дауаханаһында күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй....

Тотош уҡырға 79

Кемдәр теләй, үтеп бөттөләр

Кемдәр теләй, үтеп бөттөләр 14.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибайҙың үҙәк дауаханаһында ҡала халҡын Өфөнән килгән бер төркөм табиптар хеҙмәтләндереүе тураһында...

Тотош уҡырға 68

Ҡулдарҙа – бәхет асҡысы!

Ҡулдарҙа – бәхет асҡысы! 12.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибайҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалып буй еткергән һигеҙ йәш кешегә бөгөн яңы фатир...

Тотош уҡырға 83

Ләйсәндең киләсәге өсөн тырышалар

Ләйсәндең киләсәге өсөн тырышалар 12.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тормошта еңелдән түгел, уларға...

Тотош уҡырға 107

“Ысыҡҡай”ҙа өмөт осҡондары ҡабына

“Ысыҡҡай”ҙа өмөт осҡондары ҡабына 12.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Балалар реабилитация үҙәгендә сәләмәтлекте нығыталар....

Тотош уҡырға 77

Хаҡлы ялдағылар хаҡында хәстәрлек күреү фарыз
Бурысты “бишле”гә үтәү мөһим

Бурысты “бишле”гә үтәү мөһим 12.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Етәкселек эшләмәгәнгә халыҡ яфа сигергә тейеш түгел....

Тотош уҡырға 77

Социаль ташлама Мәләүездә башлана

Социаль ташлама Мәләүездә башлана 11.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Был көндө Мәләүез районы хакимиәтендә ғәҙәти булмаған йәнлелек хөкөм һөрә ине: алты йәш ғаилә...

Тотош уҡырға 77

Йомағужа яңы талаптар ҡуя

Йомағужа яңы талаптар ҡуя 11.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Күгәрсен районының Йомағужа ауыл Советы биләмәһендә үткәрелгән күсмә кәңәшмәлә район хакимиәте,...

Тотош уҡырға 59