Мин хәҙер алтмышты ашатлап үткән кеше. Ғүмер буйы эргәмдә тәмәке тартҡан кешеләр булды, ләкин үҙем бер ваҡытта ла был яман ғәҙәткә ылыҡманым. Әле йәштәрҙең тәмәкене күпләп тартыуы бигерәк борсой. Айырыуса өй мөйөштәрендә ҡыҙҙар көйрәтеп торһа, енем ҡуба. Шул ваҡытта гел: “Ауыҙығыҙҙы торонбаш менән өтөр кеше юҡ икән!” – тип әсенәм. Ошоға бәйле бынан илле йыл элек булған ваҡиға хаҡында гәзит уҡыусыларға бәйән итмәксе булдым. Бәлки, кемгәлер һабаҡ булыр.

Һаҡмар ҡуйынына һыйынып ҡына ятҡан бәләкәй ауылда тыуып үҫтем. Бөтөн ауыл малайҙары бергә уйнаныҡ. Ҡыш булһа, сана шыуабыҙ, саңғынан төшмәйбеҙ. Яҙ етеп, ер асылһа, тотош донъя беҙҙеке – ҡырҙан ҡайтмайбыҙ.
Миңә нисә йәш булғандыр, хәҙер аныҡ ҡына иҫләмәйем, йыйылышып ҡырға сыҡтыҡ. Яңы ҡарҙан әрселгән Оло Тау башында уйнап туйғас, беҙҙән өлкәнерәк малайҙарҙы эләкләп, “тәмәке” төрөргә булдыҡ. Кипкән ҡуян тиҙәгенә былтырҙан ҡалған ҡоро үлән ҡушып тәмәке яһаныҡ.
Эңер төшкәс ауылға ҡайтып индек. Өй эсе ҡараңғы, әсәйем ут яҡҡан да мейескә утын өҫтәп ултыра. Мин, йүгереп инеп, башымдағы кепканы урындыҡ өҫтөнә һелтәнем. Ул осоп барып ятты. Әсәйем ултырған яҡҡа ла нимәлер “шап” итеп ҡалды.
– Нимә ул был? – тип һораны әсәй. Эргәһенә килеп ҡарап ебәрҙем дә, тән семерҙәп китте: кепка эсендә теге “тәмәке”ләр ятҡанын онотҡанмын!
Әсәйем ҡараңғы өйҙә ағарып ятҡан кәзә тояҡтарын алып, иғтибар менән тикшереп сыҡты ла мейес ауыҙына ырғытты.
– Тартаһыңмы?
“Юҡ” тип әйтеп булмай, өндәшмәйем. Икебеҙ ҙә өнһөҙ торабыҙ. Артабан ни булғанын аңғармай ҙа ҡалдым. Әсәйем ҡулындағы йәмкәһе менән яртылаш янған бер торонбашты эләктереп алды ла ауыҙға төрттө:
– Мә, тарт улай булғас…
Был ваҡиғаға илле йыл самаһы ваҡыт үткән. Ә мин уны һаман кисәге кеүек хәтерләйем. Әсәйемдең һәр хәрәкәте, һүҙе күңелгә һеңеп ҡалған. Ауыҙыма ни булғандыр – бештеме, юҡмы, күпме тырышһам да, иҫкә төшөрә алмайым. Ошо ваҡиғанан һуң тәмәкене башҡа ауыҙға алманым. Минән һуң үҫкән өс ҡустым да тартманы.
Фәрит ӘХМӘРОВ.
Сибай ҡалаһы.