Һөҙөмтәләрҙең ҡайтанан ҡаралыуы ихтимал

31-05-2012, 02:02 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
— Дәүләт имтиханындағы баһа мәктәптә уҡыу осорондағы уртаса күрһәткестәрҙән байтаҡҡа юғарыраҡ булған осраҡта Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренең ҡайтанан ҡаралыуы ихтимал, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов БЮТ телеканалындағы “Власть менән һөйләшеү” тапшырыуында.

Бынан тыш, Салауат Сәғитов имтихан тапшырыу шарттарын боҙған өсөн штрафтың 200 мең һумға тиклем арттырылыуы һәм йәмәғәт күҙәтеүселәренең күбәйеүе хаҡында хәбәр итте.
— Федераль Рособрнадзор вәкилдәре республикала Берҙәм дәүләт имтиханын күҙәтә. Уҡытыусылар һәм мәктәп директорҙары ҙур эш башҡарҙы, етешһеҙлектәр булмаҫҡа тейеш. Берҙәм дәүләт имтиханының маҡсаты — дөрөҫ мәғлүмәт туплау, — тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары.
“Урыҫ балалары тарафынан башҡорт телен мотлаҡ өйрәнеү программаһы юҡҡа сығарыласаҡмы?” — тип ҡыҙыҡһыныусылар ҙа булды.
— Быйылғы уҡыу йылында яңы дәүләт мәғариф стандарттары үҙ көсөнә инде, — тине Салауат Тәлғәт улы. — Туған телдәрҙе өйрәнеү сәғәттәре кәметелде. Киләһе уҡыу йылында I һәм II класс уҡыусылары яңы стандарт буйынса уҡыясаҡ, ә III — ХI кластар башҡорт телен раҫланған программа буйынса өйрәнеүҙе дауам итәсәк. Уҡытыу методикаһын һайлау һәм ниндәй телде — әҙәбиме, әллә һөйләш теленме — өйрәтеү — уныһы башҡа мәсьәлә. Иң мөһиме — уҡыу ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү әлегә тиклем бәхәс тыуҙыра. Кеше башҡа халыҡтың телен өйрәнә икән, ул ошо халыҡтың мәҙәниәтенә, йолаларына төшөнәсәк. Башҡорт телен өйрәнеү башҡа фәндәрҙе уҡытыуҙы ҡыҫҡартмаясаҡ.
Ата-әсәләрҙе дәреслек мәсьәләһе лә борсой. “Мәктәп китапханаһында кәрәкле дәреслектәр юҡ икән, нимә эшләргә?” — тигән һорау бирелде.
— Йыл һайын бер уҡыусыға республика бюджетынан 600 һум аҡса бүленә, — тине Салауат Сәғитов. — Балаларҙы төп компонентҡа ҡараған дәреслектәр менән тәьмин итеү өсөн ошо аҡса етә. Уҡытыусы үҙ методикаһы буйынса эшләй икән, китаптарҙы һатып алыу тураһындағы мәсьәлә ата-әсәләр йыйылышында хәл ителергә тейеш.
Л. ФӘРИТОВА.