Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дарыуҙар мәсьәләһе һаман да башты ауырттыра
Республика етәксеһе Радий Хәбиров сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте” форматындағы кәңәшмә үткәрҙе. Видеоконференция рәүешендә барған сарала муниципалитеттар һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.

Тәүҙә халыҡ мөрәжәғәттәре ме­нән эш буйынса төркөм етәксеһе Елена Прочаковская төбәк етәксеһенең шәхси аккаунттарына, граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эш буйынса идаралыҡҡа килгән һаулыҡҡа ҡағылған мәсьәләләргә туҡталды. Үткән аҙнала 75 мөрәжәғәт теркәлгән, күбеһе Сибайҙағы хәл-ваҡиғалар менән бәйле. Башҡа темалар ҙа бар — тар белгестәр һәм матди-техник ҡорамалдар етешмәүе, медицина учреждениелары торошо, дарыуҙар менән тәьмин итеү.

Шул мәсьәләләрҙең береһе Стәрлетамаҡ поликлиникаһында бер нисә йыл элек сафтан сыҡҡан флюорография аппаратына ҡағы­ла. Уны ремонтлау мөмкин бул­мағас, “КамАЗ” автомобиле база­һында күсмә флюорография комплексын ойошторғандар. Стәрле­тамаҡтар ҡышҡыһын һыуыҡта сиратта тороуға зарлана. Радий Хәбиров яңы стационар флюорографты монтажлауҙы 1 июлгә тиклем тамамларға ҡушты.
* * *
Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин киҫкен коронар синдромы менән бәйле үлем осраҡтарын кәметеү мөмкинлектәре тура­һында һөйләне. Етәксе әйтеүенсә, бөгөн ошондай сиргә юлыҡҡан ауырыуҙарға махсус кардиология ярҙамы 12 ангиографик ҡоролма урынлаштырылған 18 тәүге ҡан тамырҙары бүлексәһендә һәм алты төбәк ҡан тамырҙары үҙәгендә күрһәтелә.

Былтыр республика ҡаҙнаһы иҫәбенә биш яңы ангиограф һатып алынған. Уларҙың өсәүһе Ғ. Ҡы­уатов исемендәге республика клиник һәм 21-се ҡала дауаха­наларындағы, Республика кардиология үҙәгендәге иҫкереп сафтан сыҡҡан ҡорамалдарға алмаштырылды. Тағы ла икәүһе 1 марттан Өфөнөң 18-се һәм Нефтека­малағы дауаханаларҙа эшләй башлаясаҡ. Быйыл шулай уҡ Белоретта ангиографты монтажлау эше планлаштырыла.
Радий Хәбиров Урал аръяғы төбәгендә ангиограф кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Киләһе “Сәләмәтлек сәғәте”ндә уны һатып алыу варианттары һәм сроктары тураһында һүҙ барасаҡ. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Сибайҙа һанлы флюорографты сафҡа индереүҙе тиҙләтеүҙе һәм 1 мартҡа тиклем бөтә тейешле эште тамамларға ҡушты.

Һуңғы биш йылда республикала киҫкен коронар синдром осраҡта­рында яһалған операциялар күләме һиҙелерлек артты. Шунтлау операциялары һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәренең тәүге бише иҫәбендә.

Максим Забелиндың билдә­ләүенсә, киҫкен коронар синдромы осраҡтарында үлемде кәметеү резервтары етерлек: матди-техник базаны артабан нығытыу, медицина персоналын уҡытыу, халыҡ­ҡа йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен диагностикалау буйынса мәғлүмәт биреү. Ошо ауыр сирҙе үткәргән һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы менән дауаланған пациенттарҙы 12 ай дауамында дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү бик мөһим. Радий Хәбиров был ярҙам сараһын 2019 йылдың икенсе яртыһынан уҡ ҡулланыу өсөн хәҙерҙән мәсьәлә өҫтөндә эшләргә ҡушты.
Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы граждан­дарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе ойоштороуға туҡталды.

Тәүге йүнәлеш — дауаха­наларҙа, клиникаларҙа, диспан­серҙарҙа һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреж­дение­ларын­дағы пациенттарҙы дарыуҙар менән дауалау. Ул Мотлаҡ медицина страховкаһы, федераль һәм республика бюджеттары, бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә тормош­ҡа ашырыла. Былтыр ошо маҡсат­ҡа 7,3 миллиард һум аҡса тото­нолған.

Икенсе йүнәлеш — амбулатор-поликлиник ярҙам күрһәтелгәндә льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү. Ҙур сығымлы нозологиялар буйынса ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡиммәтле дарыуҙар Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан федераль бюджет средстволары иҫәбенә һатып алына. 2019 йылға федераль льготаға эйә булыусыларҙы тәьмин итеү өсөн — 840 миллион һум, төбәк­тәге льготаға эйә булыусыларға 1,8 миллиард һум бүленгән.

Республика етәксеһенең билдә­лә­үенсә, граждандар үҙҙәренең мөрәжәғәттәрендә барыһынан да элек дауаханаларҙа ғәҙәти дарыуҙарҙың һәм медицина кәрәк-яраҡтарының етешмәүенә зарлана. Ул был хәлде анализларға һәм түләүһеҙ бирелергә тейешле дарыуҙарҙы табиптарҙың һатып алырға мәжбүр итеү осраҡтарын тамырынан бөтөрөргә ҡушты.

“Сәләмәтлек сәғәте”ндә шулай уҡ “Яҡтыкүл” шифаханаһы комплексын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Димдә балалар баҡсаһы төҙөлә

Димдә балалар баҡсаһы төҙөлә 19.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Өфөнөң Дим районындағы “Сағыу” биҫтәһендә мәктәп кенә түгел, балалар баҡсаһы ла төҙөү күҙаллана....

Тотош уҡырға 79

Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй

Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй 19.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибайҙа күптән түгел факоэмульсификатор (медицина ҡорамалы) сафҡа индерелде. Быйыл шулай уҡ яһалма...

Тотош уҡырға 84

Ауылда...  әммә үкенмәйбеҙ

Ауылда... әммә үкенмәйбеҙ 19.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәрҙе эш урыны, торлаҡ менән тәьмин итеү — республика...

Тотош уҡырға 83

Әлфир ауылға ҡайтҡан

Әлфир ауылға ҡайтҡан 19.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сәғит ауылында тыуып үҫкән Әлфир Ҡәйепов үткән йылдың аҙағында егеттәрсә тәүәккәл аҙым яһап, тыуған...

Тотош уҡырға 235

Поликлиникаңды исемлектән эҙлә: яҡшымы ул, насармы?

Поликлиникаңды исемлектән эҙлә: яҡшымы ул, насармы? 18.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы һәм иң насар...

Тотош уҡырға 139

Изге эштәр тағы ла ишәйер

Изге эштәр тағы ла ишәйер 18.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда “Республика ҡаҙанышы” йәмәғәт премияһына заявкалар ҡабул итеү башланды....

Тотош уҡырға 66

Биш йыл көткәнде – дүрт айҙа

Биш йыл көткәнде – дүрт айҙа 18.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Мәғлүм булыуынса, республикала ярайһы уҡ ҙур күләмдәге төҙөлөш эштәре алып барыла. Аҡса бүленә, эш...

Тотош уҡырға 115

Өләсәйҙәрҙең кәйефен күтәрҙеләр

Өләсәйҙәрҙең кәйефен күтәрҙеләр 15.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта бик яҡшы йола йәшәй....

Тотош уҡырға 113

Тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға була

Тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға була 15.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Үлем менән ҡайҙа һатыу итеүҙәрен хәбәр ит!” Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы көрәш акцияһына...

Тотош уҡырға 71

Йәш спортсыларға мәктәп кәрәк

Йәш спортсыларға мәктәп кәрәк 14.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Төбәгебеҙҙә инвалид балаларҙың ата-әсәһе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр яҡшы һөҙөмтә күрһәтә...

Тотош уҡырға 64

Кеше яҙмышын ҡайғыртып

Кеше яҙмышын ҡайғыртып 13.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Рәсәйҙә 2012 йылдан “Ауыл табибы” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла....

Тотош уҡырға 150

Медицина объекттары төҙөлөшөнә - финанс ярҙам

Медицина объекттары төҙөлөшөнә - финанс ярҙам 12.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Рәсәй парламентының юғары палатаһында Социаль сәйәсәт буйынса комитеттың киңәйтелгән ултырышы...

Тотош уҡырға 69