Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һау сабыйҙарҙан көнләшәм...
Рәсәйҙә, дөйөм алғанда, 700 мең самаһы инвалид бала иҫәпләнә. Башҡортостанда ундайҙар һаны – 16 меңдән ашыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һандар көндән-көн үҫә. Һаулығында кәмселектәре булған балаларҙы тәрбиәләгән ғаиләләр нисек йәшәй, уларҙы ниндәй ауырлыҡтар борсой икән?

Светлана, 46 йәш, Ғафури ра-йоны:
– 41 йәшем тулғас, бәпес һағындым тип, ҙурайған балаларым янына тағы берҙе табып алғайным. Уның даун сирле булып тыуырын алдан уҡ белдек, тик көтөп алған сабыйҙы донъяға килмәҫ элек үлтерергә ҡулым барманы. Сирле тип ҡыҙыбыҙҙы бер кем дә ҡырға типмәй, киреһенсә, бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ. Инвалидмы, түгелме, ул бит беҙҙең бала, мөхәббәт емеше. Аллаһ шулай итеп яратҡан икән, ҡабул иттек. Ауырлыҡтар бар, әлбиттә. Еңел булыр тип көтмәнем дә, быға әҙер инем. Һәүетемсә генә йәшәйбеҙ шөкөр.

Резидә, 21 йәш, Өфө ҡалаһы:
– Инвалид бала менән нисек ауыр икәнлеген һау бала тәрбиә­лә­гәндәр күҙ алдына ла килтерә алмай. 19 йәшемдә генә таптым уны. Туҡтауһыҙ дауаханалар, реабилитация үтеү­ҙәр... Файҙаһы булманы, ике йыл үт­кәс, түҙмәй ирем ташлап китте. Әлдә атай-әсәйем беҙ­ҙе ҡабул итте, әле улар менән торабыҙ. Һау балалы кешеләргә көнләшәм. Улар: “Эй балалар тынғы­һыҙ, арып бөттөм”, – тип һөйләй башлаһалар, шул тиклем йәнем көйә. Әйҙә һикерһен, көлһөн, шаяр­һын, донъяның аҫтын-өҫкә кил­терһен, тик һау ғына булһын бала, шуны аңламайҙар. Берәй заман яҡшы кешегә кейәүгә сығып сәләмәт бала табырға хыялланам. Әлбиттә, быныһын ташлау тураһында һүҙ ҙә юҡ. Иңемә төшкән һынауҙы ғүмер буйы тартырға әҙермен.

Ралина, 35 йәш, Борай районы:
– Игеҙәктәр тыуа тигәс, шат­лығымдан ни эшләргә лә белмәнем. Тик уларҙың береһе инвалид. Нин­дәй булһа ла, үҙемдекеләр. Бер кемдән дә кәмһетергә ирек бир­мәйем. Баламды мин яҡлашмаһам, яратмаһам, кем ҡурсалар, кем аңлар? Һау һыңары ла туғанын ярата, ғөмүмән, беҙҙең ғаиләлә бер кем дә уның кәмселектәрен күрмәй. Атайҙары ла һәр ваҡыт ярҙам итеп тора, сирлеһен хатта яҡыныраҡ та күрә кеүек тойола. Ҡыҙымды инвалид тип өйҙә тотмайбыҙ, унан оялмайбыҙ, кеше араһына алып сығабыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Иҡтисади һөҙөмтә бирһә...

Иҡтисади һөҙөмтә бирһә... 21.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Республика бюджетында тыуымды дәртләндереү программаларына йүнәлтерлек аҡса бар, тип белдерҙе...

Тотош уҡырға 59

Ҡайҙа икән ул эш?..

Ҡайҙа икән ул эш?.. 21.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Рәсәйҙә эшһеҙҙәр һаны бер аҙна эсендә 2,3 процентҡа артҡан....

Тотош уҡырға 57

Балаларың күп икән, ярҙам ал!

Балаларың күп икән, ярҙам ал! 20.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләләге беренсе һәм икенсе балаға...

Тотош уҡырға 139

Эш урынында табип ярҙамы алыу уңайлы

Эш урынында табип ярҙамы алыу уңайлы 20.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Хеҙмәткәрҙәрҙең ваҡыты ла, көсө лә сарыфланмай....

Тотош уҡырға 56

Тағы ла бер яңы ФАП

Тағы ла бер яңы ФАП 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды....

Тотош уҡырға 69

“Улым йыш-йыш күҙ йомғолай…”

“Улым йыш-йыш күҙ йомғолай…” 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Беҙ бөтәбеҙ ҙә минутына 15-20 тапҡыр күҙ йомғолайбыҙ. Күҙҙең һаҡланыу реакцияһын һиҙмәйбеҙ ҙә...

Тотош уҡырға 68

Памперстарҙың зарары юҡ

Памперстарҙың зарары юҡ 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Хәҙерге заман әсәйҙәре подгузник, памперс тип йөрөтөлгән сабыйҙар өсөн бик кәрәкле гигиена...

Тотош уҡырға 81

Етемдәргә ниндәй өҫтәмә гарантиялар ҡаралған?

Етемдәргә ниндәй өҫтәмә гарантиялар ҡаралған? 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса ҡаралған өҫтәмә...

Тотош уҡырға 136

Хәҙер табип үҙе килә

Хәҙер табип үҙе килә 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Нуриман районында тәүге тәгәрмәсле ФАП эшләй башланы....

Тотош уҡырға 86

“Беҙгә баланың күңел тыныслығы  бик ҡиммәт”
Йәшенә ҡарама... табиптың

Йәшенә ҡарама... табиптың 19.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап эшкә ҡайтҡан йәш табиптар бөгөн Мәләүез район...

Тотош уҡырға 63

Иҫке Сибай балалары яңы мәктәптә белем аласаҡ

Иҫке Сибай балалары яңы мәктәптә белем аласаҡ 15.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында балалар емерек мәктәптә уҡыған....

Тотош уҡырға 99