Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәфү итергә ярамай тыйырға

Өтөрҙө ҡайҙа ҡуйыу мәсьәләһен Кәримовтар әлегә хәл итә алмай.

– Һуңғы ваҡытта һис тыңлашмай башланылар. Һәр насар ҡылыҡтарын ғәфү итергәме, әллә яза бирергәме? Ҡайһы юл дөрөҫөрәк? Шул тиклем көтөп алдыҡ үҙҙәрен, үҙебеҙҙеке итеп, бөтә йөрәк йылыһын һалып тәрбиәләйбеҙ ҙә кеүек. Тыңлаусан, изге, саф күңелле балалар үҫтерәсәгебеҙгә ныҡ ышана инек...

Тәүге йылда аңлашып йәшәнек, бәләкәйҙәр ине – ҡыҙыбыҙға ете, улыбыҙға алты йәш. Һәр әйткән һүҙҙе ҡолаҡтарына элеп, әйткәнде тыңлап, ҡушылғанды үтәп кенә торҙолар. Ике-өс йыл үтеүгә, күҙгә күренеп үҙгәрҙеләр, уларға идара итергә лә, тыңлатырға ла әмәл юҡ. Үҙебеҙҙең генә көсөбөҙ, белемебеҙ етмәгәс, тәжрибәле педагог һәм психологтарға мөрәжәғәт итергә булдыҡ, – тип үҙҙәренең ни өсөн тап ошонда – Республика етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәгенә килеүҙәрен аңлатты Иглин ҡасабаһынан Кәримовтар.

Һәр аҙымыңды үлсәп баҫ

– Психологтар әйтеүенсә, әгәр ҙә бала тыңлашмай, киреләнә икән, тимәк, уның ниндәйҙер сәбәбе бар. Ҡаршылыҡ булғас, нимәнелер дөрөҫ эшләмәйбеҙ, күрмәйбеҙ, иғтибар итмәйбеҙ, күрәһең, – тип икеләнеүе менән уртаҡлаша атай кеше.

– Былтыр йәй күмәкләп ошо үҙәктә булып, сенсор бүлмә­һендә психолог Зәлиә Нәзир ҡыҙы менән аралашҡандан һуң ниндәйҙер еңеллек тойоп, бындай етди проблемаларҙың беҙҙә генә түгел, ә башҡа ғаиләләрҙә лә йыш осрағанын күреп, үҙебеҙҙең көсөбөҙгә ышаныс менән ҡайтҡайныҡ. Бына тағы килдек әле, – тип өҫтәне әсә лә.

Ғәфү итергә ярамай тыйырға. Был һөйләмдә өтөрҙө ҡайҙа ҡу­йыу мәсьәләһен Кәримовтар әле­гә хәл итә алмай. Әммә үҙҙәре­нең яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән, ата-әсә һөйөүен яңыртҡан ҡыҙҙары һәләк булғандан һуң ҡайҙа барып һуғылырға, буш­лыҡты нимә менән тултырырға белмәй ыҙаланған Кәримовтар тап ошо кескәйҙәргә рәхмәт уҡый. “Улар беҙҙең тормошҡа яңынан йән өрҙө, йәшәү йәмен тойорға, бер-беребеҙҙең ҡәҙе­рен, ҡайғы­ны еңә белергә өй­рәтте. Бәлки, беҙ күптән инде айырылышып, яҡты донъяла йәшәүҙән төңөлгән дә булыр инек, ошо балаларҙы тәрбиәгә алырға тәүәккәл­ләмәһәк”, – ти йорт хужабикәһе.

Балаларҙың бәләкәй саҡта тыңлашмауы фажиғә түгел, тип аңлата психологтар. Бары са­быйҙы сабырлыҡ менән яҡшыны – ямандан, аҡты ҡаранан айы­рырға өйрәтергә, һәр аҙы­мыңды үлсәп, уйлап баҫырға, теләктә­рең­де дөрөҫ еткерергә кәрәк. Ата-әсәнең бер һүҙле булып ныҡ тороуы, сабыйҙың һәр мыжыуы­на эйәреп, уның көйөнә “бейе­мәүе” был осраҡта бик мөһим. Бәләкәй сағында ата-әсә иғтиба­ры етешмәгән баланы үҙ яйына ҡуймай, буш ваҡытын ҡыҙыҡлы шөғөл йә сараға йүнәлтеү – дөрөҫ аҙымдарҙың береһе. Сабый ғаиләлә кемдең “баш”, “донъя тотҡаһы” икәнен тойһон һәм аңлаһын өсөн дә тырышлыҡ һалаһы бар. Ғөмүмән, тыңлаш­мау, киреләнеү, баш бирмәҫкә ты­рышыу кеүек үҫеш этабын­дағы был ҡатмарлы мәлде барлыҡ сабыйҙар ҙа кисерә.

Аҙым һайын “ярамай” тип баланы тыйыу менән йонсотоу ҙа ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырыуы ихтимал. Ул ғына ла түгел, артабан баланың яуапһыҙ, үҙаллы ҡарар ҡабул итә һәм бәйле­лектән ҡотола алмаған шәхескә әүерелеүе мөмкин, тип иҫкәртә психолог Зәлиә Хамматова.

Бар ата-әсәнең дә бурысы – һау-сәләмәт, үҙаллы, гармониялы шәхес тәрбиәләү. Дөрөҫ йүнәлеш биреү, мәңгелек ҡиммәттәрҙе тапшырыу менән бергә улар тормош тәжрибәһе туплаһын өсөн бер аҙ ситкә китеп тороу ҙа ҡамасауламаҫ. Нисек кенә яратһағыҙ ҙа, балалары­ғыҙҙың тормошо менән йәшәргә ярамай, тип киҫәтә ошо өлкәне энәһенән ебенә тиклем өйрәнгән педагогтар. Аҡыл, ғәҙеллек, хәс­тәрлек һәм һөйөүгә ҡоролған ғаиләлә һиллек, бәхет, гармония ҡасан да булһа хакимлыҡ итәсә­генә һис шик юҡ!

Бала уйынсыҡ түгел

Бынан тиҫтә йыл самаһы элек республикала балалар йорттары бер-бер артлы ябыла башлағас, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәх­рүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу эшен үҙ өҫтөнә ал­ған өр-яңы үҙәк барлыҡҡа килде.

Балалар йорттарының кәме­үе, етемдәрҙе тәрбиәгә ғаиләгә би­реү – бер эш, ә бына ата-әсә­ләрҙе һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ауыр яҙмышлы балалар күңеленә юл табырға кем өйрәтер, етем­дәр­ҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен кем яҡлар, опека һәм попечителлек органдарына балаларҙы ғаиләгә тәрбиәгә, уллыҡҡа, опекаға биреүҙә кем ярҙам ҡулы һуҙыр? Опекун­дарҙың, уллыҡҡа алыусыларҙың үҙҙәрен дә уҡытырға, тәрбиә серҙәренә өйрәтергә, хәлдәренә инә белергә кәрәк. Көн талабына ярашлы, бынан тап ун йыл элек эш башлаған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәгенең бөгөн Ишембай һәм Туймазы райондарында филиалдары ла бар. 21 педагог һәм бер юрист-консультанттан торған үҙәктең алдағы йылда тағы ла киңәйеүе, штаттың ике тапҡырға тиерлек артыуы көтөлә.

– Үҙегеҙ беләһегеҙ, балалар­ҙы тәрбиәгә алған атай-әсәйҙәргә талаптар арта бара. Ни өсөн тигәндә, былай ҙа яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған сабый­ҙарға йәнә бер бәхетһеҙлекте кисереү үтә ауыр, уларҙың психикаһы боҙола, кешегә ышанысы ҡаҡшай. Шуға күрә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы әҙерлекһеҙ, бала психологияһын аңламаған, ауыр­лыҡтарҙы күҙ алдына килтер­мә­гән ғаиләләргә биреү яғында түгелбеҙ. Балаларҙы кире ҡай­тарыу осраҡтары булды, әле лә осрап тора, – ти үҙәктең начальник урынбаҫары Ирина Григорьева. – Ошондай күңелһеҙ хәл­дәр­ҙе иҫкәртеү һәм булдырмау өсөн эшләйбеҙ ҙә инде.

Бала магазиндағы матур, сағыу, ымһындырғыс уйынсыҡ түгел. “Миңә зәңгәр күҙлеһе, аҡ йөҙлөһө кәрәк” йәки “иң аҡыллы һәм һәләтлеһен алам” тип һайлау мөмкинлеге юҡ. “Беҙ ғаилә өсөн бала һайламайбыҙ, ә бала өсөн яратыу, йылылыҡ хөкөм һөргән ғаилә эҙләйбеҙ”, – ти Ирина Николаевна.

2019 йылдың 1 ғинуарына алынған мәғлүмәттәрҙән күрене­үенсә, республикала 12 мең 772 етем иҫәпләнә. Шуларҙың 91 проценты ғаиләләргә тәрбиәгә бирелгән. Бушап ҡалған Дүр­төйлө балалар йорто ла ябылыу алдында тора. Әммә сабыйҙарҙы ғаиләләргә тараттың да эш бөттө тигән һүҙ түгел, ҙур бурысты үҙ иңенә алырға ҡыйыулығы еткән ата-әсәләрҙе, педагогтарҙың үҙен даими уҡытырға, закон нескәлектәрен аңлатырға, талаптар үтәлешен тикшерергә һәм, иң мөһиме, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торорға кәрәк. Былтыр үҙәк өс меңдән ашыу кешегә психологик-педагогик хеҙмәт күрһәтһә, быйыл пландар тағы ла ҙурыраҡ.

Ғүмерҙең иң татлы миҙгеле

– Ирина Николаевна, былтыр үҙәктең эшмәкәрлеген киңәйтеү буйынса саралар пла­нын раҫлау тураһында Мәғариф министр­лығының бойороғо донъя күрҙе. Ниндәй һөҙөмтә көтәһегеҙ?
– Барыһынан да элек тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙең күбәйе­үенә һәм сабыйҙарҙы дәүләт учреждениеһы ҡарамағына кире ҡайтарыу осраҡтарын кәметеүгә өмөт тотабыҙ. Бойороҡҡа ярашлы, Бөрө, Благовещен, Нуриман, Архангел, Дәүләкән райондары­ның етемдәрҙе үҙ ҡосағына алған ғаиләләре лә беҙҙең ҡарамаҡҡа күсте. Ә быйыл тағы ла республиканың һигеҙ райо­нында тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә түләүһеҙ юридик, психологик ярҙам күрһәтеү мәшәҡәттәре өҫтәлде.

– Ҙур теләк менән, төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп, әллә күпме документтар туплап, етем баланы үҙ ҡанаты аҫтына алған, тәү ҡарамаҡҡа өлгөлө тойолған ата-әсәнең күпмелер ваҡыттан уны кире ҡайтарыуы – башҡа һыймаҫ­лыҡ хәл.

– Үрҙә әйтелгәнсә, һуңғы осорҙа сабыйҙарҙы ғаиләгә тәрбиәгә биреү буйынса талаптар ҡәтғиләнде. Ата-әсә мотлаҡ уҡыу программаһын үтә, танытма ала, психологтар менән әңгәмәләшә, көнкүреш шарттары тикшерелә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күңелһеҙ хәлдәргә шаһит булып торабыҙ. Кемдер эскелек, аслы-туҡлы йәшәү, көн дә йәберләнеү шарттарында йәшәгән баланың психология­һын, кисерештәрен аңлап бөтә алмай, шуға күрә хаталы аҙым яһай, бала менән мөнәсәбәт ялғанмай. Ҡайһы берәүҙәр балалары үҫеп таралышып бөткәс, ҙур өйҙәре бушап, донъя һүнеп ҡалғандай тойолғас, ошо һиллектән ҡотолоу өсөн тәрбиәгә бала алырға ниәт итә. Ә үҙ балаларының ғаиләһе ишәйеүе, ейән-ейәнсәрҙәренең олатай-өләсәй һөйөүенә мохтажлығы, донъя мәшәҡәттәре артыуы йыш ҡына тәрбиәгә алынған сабый яҙмышын ситкәрәк этәрә. Инде был ғаиләлә етемгә ҡарата һөйөү ҙә, иғтибар ҙа кәмей, ата-әсәне уның артабанғы яҙмышы ҡыҙыҡ­һындырмай. Хәҙер бындай кү­ңел­һеҙ хәлдәр кәмене, ата-әсә беҙгә икеләнеүһеҙ, аныҡ маҡсат ҡуйып, үҙәк хеҙмәткәрҙәренең сетерекле, ҡыйын мәлдәрҙә мотлаҡ терәк буласағына йөҙ тотоп, ышанып килә.

– Райондарҙа ата-әсәләр, педагогтар өсөн даими ойош­то­ролған семинарҙар һөҙөмтә бирәме?
– Әлеге көндә үҙәккә рес­публиканың 28 районы берке­телгән. Бала тәр­биәләнгән ғаи­ләнең һәр береһендә ниндәйҙер проблема, аңлашыл­маусанлыҡ булыуы сер түгел. Өйөнән ҡас­ҡан, урлашҡан, иптәштәре менән низағлашҡан, насар билдә ал­ған… Был саҡта бәләне йәшер­мәй, уртаға һалып һөйләшеүҙән дә яҡшыһы юҡ.

Хәтеремдә, тәүҙәрәк ата-әсәләр йыйындарында “алтындай ваҡытыбыҙҙы әрәм итеп ниңә беҙҙе йыйҙығыҙ инде”, “ниндәй файҙаһы булыр бындай осрашыуҙарҙан” тигәндәй, битараф ҡына ултырған өлкәндәр аҙаҡ йәнләнеп китеп, үҙҙәренә ҡағылған проблемаларға ла яуап ишетеп, борсоған һорауҙарын яуҙыра башлай, лекциянан һуң эргәгә килеп рәхмәт белдерә, киләһе осрашыуҙарға темалар билдәләй. Семинарҙар, форумдар, ата-әсә мәктәбе, ышаныс телефоны ғаиләне контролдә тотоу маҡсатын ҡуймай бит, ә уның ныҡлығын, татыулығын тәьмин итеү, кәрәккәндә ярҙам ҡулы һуҙыуҙы күҙ уңында тота.

– “Ҡауҙы көнө” (“День аиста”) тип аталған социаль проект республикала ҙур танылыу яуланы. Хатта сәләмәтлек мөм­кинлек­тәре сикләнгән, тәрбиә­гә ауыр бирелгән сабый­ҙар өсөн дә оло тормошҡа “юллама” бирә алған мөһим проект икәнен аҡлай алды.

– Ысынлап та, өс йыл эсендә тап ошо сара һөҙөмтәһендә 72 сабыйҙы ғаиләгә урынлаш­тыр­ҙыҡ. Өсөнсө йыл инде ул – беҙҙә иң изге йолаларҙың бере­һе. Төп идеяһы – сабыйҙы тәр­биәгә алыр­ға ниәт иткән ата-әсәләргә балалар йорттарында тәрбиәлә­неү­селәр менән таны­шырға, ара­лашырға яҡшы, уңай­лы мөхит тыу­ҙырыу. Сара бала менән фо­то аша түгел, ә йәнле осрашыу барышында, ял, уйын мәлен­дә күҙгә-күҙ ҡарашып, һөй­ләшеп, бер-береһенә яҡына­йыр­ға ярҙам итә. Өҫтәүенә юридик, педагогик консультация, файҙа­лы мәғлү­мәт һәм методик ҡулланмалар бирелә.
Ҙур булмаған коллективыбыҙ менән һәр сабыйҙың ғаилә усағы булһын, күңеле ҡатмаһын, ғүмер­ҙәренең иң йәмле, иң татлы миҙ­гел­дәре йылы хәтирәләр генә ҡалдырһын өсөн күңелебеҙҙе һалып эшләйбеҙ. Хеҙмәтебеҙҙең ҡасан да булһа емеш биреренә, көтөп алынған һәр баланың һөйөү ҡосағында йәшәүенә бик тә ышанғы килә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Димдә балалар баҡсаһы төҙөлә

Димдә балалар баҡсаһы төҙөлә 19.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Өфөнөң Дим районындағы “Сағыу” биҫтәһендә мәктәп кенә түгел, балалар баҡсаһы ла төҙөү күҙаллана....

Тотош уҡырға 79

Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй

Баш ҡалаға барыу кәрәкмәй 19.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибайҙа күптән түгел факоэмульсификатор (медицина ҡорамалы) сафҡа индерелде. Быйыл шулай уҡ яһалма...

Тотош уҡырға 84

Ауылда...  әммә үкенмәйбеҙ

Ауылда... әммә үкенмәйбеҙ 19.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәрҙе эш урыны, торлаҡ менән тәьмин итеү — республика...

Тотош уҡырға 83

Әлфир ауылға ҡайтҡан

Әлфир ауылға ҡайтҡан 19.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Сәғит ауылында тыуып үҫкән Әлфир Ҡәйепов үткән йылдың аҙағында егеттәрсә тәүәккәл аҙым яһап, тыуған...

Тотош уҡырға 235

Поликлиникаңды исемлектән эҙлә: яҡшымы ул, насармы?

Поликлиникаңды исемлектән эҙлә: яҡшымы ул, насармы? 18.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы һәм иң насар...

Тотош уҡырға 139

Изге эштәр тағы ла ишәйер

Изге эштәр тағы ла ишәйер 18.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Башҡортостанда “Республика ҡаҙанышы” йәмәғәт премияһына заявкалар ҡабул итеү башланды....

Тотош уҡырға 66

Биш йыл көткәнде – дүрт айҙа

Биш йыл көткәнде – дүрт айҙа 18.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Мәғлүм булыуынса, республикала ярайһы уҡ ҙур күләмдәге төҙөлөш эштәре алып барыла. Аҡса бүленә, эш...

Тотош уҡырға 115

Өләсәйҙәрҙең кәйефен күтәрҙеләр

Өләсәйҙәрҙең кәйефен күтәрҙеләр 15.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта бик яҡшы йола йәшәй....

Тотош уҡырға 113

Тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға була

Тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға була 15.03.2019 // Социаль мәсьәлә

“Үлем менән ҡайҙа һатыу итеүҙәрен хәбәр ит!” Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы көрәш акцияһына...

Тотош уҡырға 71

Йәш спортсыларға мәктәп кәрәк

Йәш спортсыларға мәктәп кәрәк 14.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Төбәгебеҙҙә инвалид балаларҙың ата-әсәһе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр яҡшы һөҙөмтә күрһәтә...

Тотош уҡырға 64

Кеше яҙмышын ҡайғыртып

Кеше яҙмышын ҡайғыртып 13.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Рәсәйҙә 2012 йылдан “Ауыл табибы” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла....

Тотош уҡырға 150

Медицина объекттары төҙөлөшөнә - финанс ярҙам

Медицина объекттары төҙөлөшөнә - финанс ярҙам 12.03.2019 // Социаль мәсьәлә

Рәсәй парламентының юғары палатаһында Социаль сәйәсәт буйынса комитеттың киңәйтелгән ултырышы...

Тотош уҡырға 69