Аңлайышлы дәреслектәр кәрәк

31-07-2012, 04:06 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Аңлайышлы дәреслектәр кәрәкРафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогика фәндәре
докторы, БДУ профессоры:


— Мәғариф буйынса республика кимәлендәге һәр кәңәшмә алдынан шундай мәсьәлә күңелде өйкәй башлай: Башҡортостанда башҡорт телен өйрәтеүҙә алға китеш бармы? Уны дәүләт теле итеүгә ҙур ауырлыҡ менән өлгәштек. Был ҡаҙанышты һаҡлау һәм артабан үҫтереү йәһәтенән етерлек тырышлыҡ һалабыҙмы?
Уңыштар бар, әлбиттә. Әммә, минеңсә, һаман да бер урында тапанабыҙ, алға аныҡ йүнәлеш ала алмайбыҙ. Бының тәүге сәбәбен ҡайһы берәүҙәрҙең башҡорт телен дәүләт теле булараҡ танып етмәүендә күрәм. “Уны башҡа милләт балаларына көсләп уҡытабыҙ”, — тигән фекерҙе лә ишетергә тура килә. Бындай һүҙҙе ҡайһы бер билдәле милләттәштәребеҙҙең әйтеп ысҡындырыуы айырыуса ҡыҙғаныс. Республикабыҙҙың дәүләт телен һәр кем өйрәнергә, белергә тейеш.
Ә инде уны уҡытыуға килгәндә, хәл итәһе мәсьәлә бихисап. Тәүгеһе һәм иң киҫкене — дәреслектәрҙең ҡатмарлылығы. Башҡортса яңы өйрәнә башлаған сит милләт балаһына телдең грамматикаһы йә булмаһа күп составлы һөйләмдәр нимәгә хәжәт? Уларҙы ҡайҙа ҡулланһын ул? Беҙгә аралашыу рәүешендә төҙөлгән дәреслектәр кәрәк. Улар бала өсөн еңел аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы булырға тейеш.
Дәреслек авторҙары мәктәптәргә йышыраҡ йөрөһөн ине, тигән теләгем дә бар. Бала, педагог һәм уҡытыуҙың йөкмәткеһе араһында тығыҙ бәйләнеш, мөнәсәбәт булырға тейеш. Ә дәреслек авторҙарының күбеһе бөгөнгө белем биреү өлкәһе менән таныш түгел. Заман уҡыусыһына телде өйрәнеүгә этәргес бирерлек, педагогты үҙ аллы эшмәкәрлеккә әйҙәрлек, ижади фекерләүгә “ҡуҙ” һалырлыҡ әсбаптарға ҙур ихтыяж кисерәбеҙ. Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә ошо мәсьәлә иғтибар үҙәгенә алынырға тейеш, минеңсә.
Д. ИШМОРАТОВА
яҙып алды.