Белем усаҡтары әҙерме?

31-08-2012, 00:31 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Яңы уҡыу йылының башланыуы — илдәге һәр кем өсөн, оломо ул, кесеме, тулҡынландырғыс гүзәл бер мәл. Мәғариф тармағы хеҙмәткәрҙәре быйыл да Белем көнөн лайыҡлы ҡаршылау өсөн ҙур әҙерлек эштәре башҡарҙы.
Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев мәғариф тармағындағы тап ошо мөһим әҙерлек мәсьәләләренә арналған видеоконференция үткәрҙе. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Быйыл төбәктәрҙәге мәғариф тармағын яңыртыуға 60 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә 35 меңгә яҡын мәктәпкә ремонт үткәрелгән. 1 сентябргә тиклем өр-яңы 63 дөйөм белем биреү мәктәбе ишектәрен асасаҡ.
— Мәғариф системаһын яңыртыуҙың төп маҡсаты — йәш быуындың өҙлөкһөҙ аң һәм ижади үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу, был бурысты бары комплекслы рәүештә — мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙан алып һәм университеттар менән тамамлағанда ғына — хәл итергә мөмкин, — тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе.
Видеоконференцияла балалар баҡсалары менән тәьмин итеү мәсьәләһенә лә ҡағылдылар. Дмитрий Медведевтың әйтеүенсә, алдағы өс йылда төбәктәрҙәге балалар баҡсаларында 590 меңдән ашыу өҫтәмә урын булдырыласаҡ. “Аҙаҡ өс йәштән кесерәк сабыйҙар өсөн сиратты бөтөрөү менән шөғөлләнәсәкбеҙ”, — тине Хөкүмәт Рәйесе.
Кәңәшмәлә быйыл урта мәктәп уҡытыусыларының эш хаҡы былтырғынан 6 мең һумдан ашыуға артыуы билдәләнде. Йыл аҙағына ул төбәк буйынса уртаса эш хаҡына ярашлы буласаҡ.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.