"Урал батыр" танылыу яулаймы, әллә төҫһөҙләнәме?

31-01-2013, 02:29 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
"Урал батыр" эпосы — милләтебеҙҙең рухи хазинаһы. Шундай әҫәребеҙ булғанға, сикһеҙ ғорурбыҙ. Ул хәҙер донъя кимәленә сыҡты тип әйтергә мөмкин: бер нисә телгә тәржемә ителеп, китап булып баҫылды.

Эпосыбыҙға йәш быуын да битараф түгел. Уларҙың араһында әҫәрҙе ятлау буйынса бәйгеләр ойошторола, еңеүселәр билдәләнә. Шуныһы мөһим: уны хәҙер 12 телдә ятлайҙар. Тимәк, рухи хазинабыҙ сит тарафтарҙа ла танылыу яулай. Ғорурланырлыҡ бит!
Әммә күптән түгел ишеткән һүҙ "миҙал"дың икенсе яғының барлығына ышандырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының телде һәм рухи мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү комиссияһы ултырышында күренекле ғалим, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүр, "Урал батыр" эпосының төрлө телдә ятланыуы сәбәпле, баһаһының төшөү ихтималлығы хаҡында һүҙ ҡуҙғатты.
— Әлбиттә, әҫәребеҙҙең киң таралыуы яҡшы, — тине ул. — Әммә, интернационализмға ныҡ бирелеп китеп, телдең сафлығы хаҡында онотоп ебәрәбеҙ түгелме? Мәҫәлән, "Ҡөрьән"де башҡортсаға тәржемә итһәк тә, аяттарҙы үҙебеҙҙең телдә уҡый алмайбыҙ бит. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеүе мөһим. Башҡорт телен нисек кенә яратһаҡ та, аяттарҙы ғәрәпсә уҡырға тейешбеҙ.
"Урал батыр" ҙа — Хоҙайҙан бирелгән изге әҫәр. Уны төрлө телгә тәржемә итеп, әһәмиәтен бөтөрәбеҙ түгелме? Өҫтәүенә, тотош донъяға грамотаһыҙлыҡ таратабыҙ. Әйтәйек, "эпосты бала төрөксә йәиһә инглизсә дөрөҫ, тап-таҙа һөйләне" тип әйтерлек эксперттар бармы?
Рәшит Закир улының борсоулы уйҙары күңелдә хафа тыуҙырмай ҡалманы. Эпосыбыҙҙы донъя кимәленә сығарабыҙ тип, ысынлап та, уға зыян килтермәйбеҙме? Әйҙәгеҙ, ошо хаҡта фекер алышайыҡ.
 

Яҙҙы: Рияз Мәсәлим

31 ғинуар 2013 13:25 // цитировать
Мин хосусан хөрмәтле һәм данлыҡлы ғалим-шағирыбыҙ Рәшит Шәкүрҙең фекеренә ҡаршымын. Сөнки ул хаҡлы түгел. "Урал батыр" эпик әҫәребеҙҙе "Әл-Ҡөрьән" менән, йәғни дин китабы менән тиңләүен әйтәм. Дини, сакраль әҫәрҙәр дингә мөҡиббән булғандарға ғына иҫ киткес ҡиммәт, хатта бер һүҙен дә тәржемә итергә ярамай. Ә фәнни фекерләүсе кешегә, хатта шул "Әл-Ҡөрьән" тигән мосолмандар өсөн ғәйәт изге һүҙ бер ябай ғына "Уҡыу китабы" тигәнде генә аңлата. Уның ни изгелеге булһын башҡорт өсөн. Шул ғәрәптәр үҙҙәре изге китаптары ҡанундары буйынса йәшәһендәр! Ә беҙҙең Конституциябыҙ бар.

итмәһәк, уның хаҡында донъяла информация тараясаҡ.

Икенсенән, әгәр "Урал батыр" эпосын сит телдәргә тәржемә итмһәк, уның хаҡында информация донъяла тараясаҡ.

Яҙҙы: Раушания

11 февраль 2013 09:28 // цитировать
Башҡорт милләте өсөн йәнен бирергә әҙер Рәшит ағай бик тәрән уйлай , әммә мин уның фекере менән ризалашмайым, сөнки “Урал батыр” эпосы төрлө телдәргә тәржемә ителеп баҫылыуы, донъя кимәлендә танылыуы - ҙур ғорурлыҡ, тип уйлайым! Башҡа халыҡтар туған телдәрендә беҙҙең эпосты уҡып, иҫ китмәле башҡорт эпосы булыуына таң ҡалһын! Үҙ балаларыбыҙ ҙа уны башҡа телдәрҙә һөйләүе оло ҡыуаныс ҡына. Әгәр, әҫәрҙе яттан һөйләүселәр бәйгеләрендә, тик башҡорт телендә һөйләргә тиһәң, туған телен белгән балалар ятлар ул, ә башҡа милләт кешеләре нисек ятлаһын һәм нисек уның эстәлеге менән танышһын. Шуға күрә, ошо рухи хазинабыҙҙы донъяға таратыу өҫтөндә эшләгән апай-ағайҙарға мең рәхмәт!!!