Иң ҡәҙерлеһе — туғандарың

31-01-2013, 03:29 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Иң ҡәҙерлеһе — туғандарыңБалаларға кесе йәштән үк ғаилә, олатай-өләсәй, атай-әсәй, атай-апайҙың иң ҡәҙерлеһе, яҡыны икәнлеген аңлатып үҫтереү мөһим. Был йүнәлештә ойошторолған иң сағыу сараларҙың береһе — Шәжәрә байрамы.
Беҙ уны балалар баҡсаһында йыш үткәрәбеҙ. Кескәйҙәр тәүҙә ата-әсәһенең, туғандарының исемен әйтергә, үҙе менән таныштырырға өйрәнә. Унан быуындар бәйләнеше, нәҫел ебе кеүек төшөнсәләрҙе үҙләштерә. Ошо ваҡытта уҡ сабыйҙың күңелендә өлкән быуын кешеләренә ихтирам тойғоһо арта, ғаилә тарихына ҡыҙыҡһыныу уяна.
Шәжәрә байрамдары йылдан-йыл йөкмәткелерәк, күңеллерәк үтә. Ата-әсәләрҙең дә был сараға етдиерәк ҡарай башлауы һөйөнөслө. Байрамда төрлө милләт вәкилдәре бер туғандай ҡатнашҡанлыҡтан, уларға халыҡ-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек тойғолары һалына.
Сираттағы ошондай сара айырыуса йәнле үтте. Балалар үҙ нәҫеленең шәжәрә ағасы менән ихлас таныштырҙы, ғаилә ҡомартҡыларының, иҫтәлекле Иң ҡәҙерлеһе — туғандарыңваҡиғаларҙың серен систе. Мәҫәлән, Арина Әхмәтованың нәҫел ептәре Емельян Пугачевҡа барып тоташа икән. Ҡыҙсыҡ әсәһе менән "Дворян ояһы" тип аталған торт та бешереп алып килгән.
— Ғаиләбеҙ, туғандарыбыҙ менән йыш ҡына бергә йыйылабыҙ, — тип һөйләне Әхмәтовтар. — Был тортты ҡарт өләсәйебеҙҙең рецебы буйынса бешерҙек. Уны сырмалсыҡҡа оҡшаған биҙәк уратып алыуы ла үҙенә күрә бер мәғәнәгә эйә: был үҫемлек ауырлыҡтарға бирешмәй, сыҙамлы, тиҙ таралыусан. Бындай сифаттар ныҡлы ғаилә ҡороу, туғандарҙың күп булыуы өсөн бик мөһим.
Шәжәрә байрамдарын үткәреп, кескәйҙәрҙә генә түгел, ата-әсәлә лә тамырҙарына ҡыҙыҡһыныу уята алырбыҙ, эҙләнеү эштәренә этәргес бирербеҙ, тип ышанабыҙ.
 




Курсы электрогазосварщиков по материалам lstroi.ru.