Өләсәйҙең моңо әйҙәйИшле ғаиләлә өләсәһе Хапазаның әкиәттәрен, мөнәжәттәрен, риүәйәттәрен тыңлап үҫкән Зөләрәм. Бала сағындағы ошо моң, рух күңеленә мәңгелеккә уйылған.

Бындай тәрбиә уҡығанында ла дауам итә: Зөләрәмгә Раевка башҡорт мәктәп-интернатында талантлы педагог, республикала танылыу яулаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Т.Ш. Ғәбитованан белем алыу бәхете насип була. Ҡыҙҙа остазы кеүек булыу теләге уяна. Маҡсаты тормошҡа аша уның: юғары белемле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын алып, Дәүләкән ҡалаһының 3-сө урта мәктәбендә эш башлай. Әле лә ошонда арымай-талмай хеҙмәт итә.
Дәрестәрҙе ифрат ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрә Зөләрәм Снегирева. Бынан тыш, балалар менән берлектә башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнә, уларҙы төрлө конкурсҡа әҙерләй. Һөҙөмтә һөйөндөрмәй ҡалмай: уҡыусылары, "Аҡмулла вариҫтары" республика бәйгеһендә ихлас ҡатнашып, юғары уңыштарға өлгәшә. Шулай уҡ төрлө эпостарҙы өйрәнеп, улар буйынса ҡыҫҡа сценарийҙар яҙып ҡарайҙар.
Зөләрәм Рәүеф ҡыҙы — күп яҡлы талант эйәһе. Ҡобайырҙар, шиғырҙар ҙа ижад итә, "Дим" әҙәби берекмәһенең ағзаһы. Ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, күп тапҡыр ҙур еңеүҙәргә өлгәште. Ҡаҙаныштары менән риза булып, тыныс ултырмай ул, һәр саҡ эҙләнеү юлында. "Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре" исеме, Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан тапшырылған бихисап Рәхмәт хаты, грамоталар, уҡыусыларының сикһеҙ ихтирамы — Зөләрәм Рәүеф ҡыҙының тырыш хеҙмәте сағылышы. Өләсәһенең күңел моңо кешелеккә изгелек орлоҡтарын сәсеүҙән туҡтамаҫҡа әйҙәй кеүек.