Файҙаланыу даирәһе киңәйә

30-03-2013, 01:47 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға
Башҡортостан ғаиләләргә әсәлек капиталы тапшырыу буйынса бөгөн дә алдынғылар рәтендә. Төбәктә барлығы 151 796 сертификат бирелгән, йәғни ил буйынса — икенсе, ә Волга буйы федераль округында иң юғары күрһәткескә өлгәшелгән.

Былтыр республикала 59 мең сабый донъяға килде, 25 500 ғаилә сертификатлы булды. Ғөмүмән, закон ҡабул ителгәндән алып Башҡортостанда 56 мең ғаилә әсәлек капиталы ярҙамында торлаҡ кредиттарын тулыһынса йәки өлөшләтә ҡапланы, 24 311-е торлаҡ шарттарын яҡшыртты, 1539-ы дәүләт ярҙамын балаларын уҡытыуға тотондо, 51 әсә ғаилә капиталын буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөн формалаштырыуға йүнәлтте. Түләүҙәрҙең дөйөм күләме 26 миллиард һумдан ашты.
Законға ярашлы, 2016 йылдың 31 декабренә тиклем ғаиләлә икенсе һәм артабанғы сабыйҙың донъяға килеүе әсәлек капиталына хоҡуҡ бирә. Әммә сертификатты алыу һәм аҡсаны тотоноу ваҡыты сикләнмәгән, уны 2016 йылдан һуң да файҙаланырға мөмкин.
Әсәлек капиталы йыл һайын индексациялана. Уның күләме 2007 йылда 250 мең һум булһа, быйыл 409 мең һумға яҡын тәшкил итә. Өҫтәүенә файҙаланылмаған өлөшө лә йыл да арттырылып килә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо йылдың 1 майына ҡәҙәр әсәлек капиталын йоғонтолораҡ итеү һәм уны файҙаланыу йүнәлештәрен киңәйтеү буйынса законға үҙгәрештәр индерергә ҡушты.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан
буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.