
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты үткәргән сара шул турала уйланырға мәжбүр итте. Уны йәштәрҙең “Минең профессиональ киләсәгем” тип аталған кадрҙар форумы сиктәрендә ойошторҙолар. Бындай сараларҙы факультеттың егәрле етәксеһе Луиза Сәмситова тәүге тапҡыр ғына үткәрмәй. Был аңлашыла ла: сығарылыш студенттарының башын ауырттырған төп һорау – ҡулға диплом алғас,

Дүртенсе һәм бишенсе курс студенттары алдында дәүләт хеҙмәте, ғилми мәғлүмәт-методика үҙәгенең милли мәғариф бүлеге, матбуғат вәкилдәре сығыш яһаны. Улар үҙ һөнәре, уның абруйы, ҡуйылған талаптар тураһында һөйләне.
Бер сәғәтлек осрашыуҙа хеҙмәт баҙарының мөмкинлектәрен иңләп-буйлап сығыу мөмкин түгел, әлбиттә. Ләкин бында бер нәмә һағайта: студенттар яғынан үҙҙәренең һөнәри яҙмышына ҡағылышлы һорауҙар булманы ла тиерлек. Йәшлек шауҡымымы, әллә оялсанлыҡ ҡамасауланымы... Ә бит хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте ишетеп-белеп йөрөйҙәр. Шулай ҙа бер студент ҡыҙҙың “Төпкөл ауылға эшкә барғас, унда беҙгә һөнәри үҫеш өсөн мөмкинлектәр булырмы икән?” тигән һорауы күп нәмәне аңғарта. Тимәк, эш урыны булған хәлдә лә, уны киләсәк яҙмышы ҡыҙыҡһындыра. Факультет әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары барыһы ла үҙ һөнәре буйынса эшләй алырмы? Әйткәндәй, барыһы ла теләрме? Бөгөнгө аҡса һанау заманында икенсе бер табышлыраҡ тармаҡҡа ынтылмаҫтармы? Бер сығышта әйтелгәнсә, “тыуған яғығыҙҙың патриоты булһағыҙ, ҡайтып, мәктәбегеҙҙе һәм ауылығыҙҙы күтәрешегеҙ”, тип ауылдарҙың юҡҡа сығыуын туҡтатыуҙы ошо йәштәр иңенә йөкмәтеү дөрөҫ булырмы? Ә бит (әйҙәгеҙ, дөрөҫлөккә тура ҡарайыҡ!) бәләкәй ауылдар юҡҡа сығып бара, сөнки эш хаҡы алырлыҡ урын юҡ. Баҙар иҡтисадына күсеү-күсмәүҙе беҙҙән һорап торманылар... Йәштәр ҡалмағас, балалар ҙа булмаҫ, ә унда хеҙмәт юлын яңы башлаған педагогтар ҡайҙа барыр? Бәләкәй мәктәпте быйыл һаҡлап ҡалырҙар, ә артабан? Райондағы мәшғүллек хеҙмәте лә ярҙам итә алмаҫ, ә төрлө предприятие һәм ойошма етәкселәре эш табып бирешергә бурыслы түгел. Айырыуса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына. Өфө лә уларҙы көтөп тормай: быға хәтлем баш ҡалала 800-ҙән артыҡ башҡорт теле уҡытыусыһы эшләһә, әле улар 600-ҙән ашыуыраҡҡа ғына ҡалған икән. Нисек кенә тимә, башҡорт теленең яҙмышын хәл итеү урыны төпкөл ауылдарҙан ҡалаға күсә бара. Ә ҡаланы беҙ “урыҫ телле мөхит” тип ҡарарға күнеккәнбеҙ. Быны аңларға һәм хәлде үҙгәртә башларға кәрәкмәйме ни? Һорауҙар, һорауҙар...