Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмерен мәғарифҡа арнаны
Тормошта шундай кешеләр була: бормалы һуҡмаҡтарҙан атлап, яҙмыш һынауҙарына бирешмәйенсә, үҙенән һуң ерҙә яҡты эҙ ҡалдырһа ла, үҙҙәре тураһында бик һөйләп бармайҙар. Ғүмерен мәғарифҡа, уҡытыусылыҡ эшенә арнаған Хәтип Сәлимгәрәев нәҡ ана шундайҙарҙан. Йәрмәкәйҙә уны белмәгән кеше бик һирәктер, моғайын.
Ул үткән юлдарға әйләнеп, йылдар ағышына күҙ һирпеп ҡарағанда ваҡыт даръяһының шаулы һәм тынғыһыҙ булыуына инанаһың. Бәләкәйҙән эш яратҡанға, башланғыс класта уҡығанда уҡ Хәтип колхоз фермаһы һарыҡтарын көтә. Дуҫы Миңлевәли Хәсәнов та ярҙамлаша уға. Аслыҡ, фәҡирлек үҙен бик ныҡ һиҙҙерә. IV класты тамамлағас, Хәтип бер йыл уҡымай тора, сөнки күрше ауылға йөрөп белем алыу мөмкинлеге булмай. Йәйен-көҙөн 12 йәшлек малай молотилкаға егелгән ат менән баҫыуға эшкә йөрөй. Шул уҡ ваҡытта аслыҡ елегенә үтеп ингән йәш үҫмер бойҙай, борсаҡ ашау тураһында ла ҡайғырта, күрәһең. Ҡул араһына ингән балаһына бер көндө Ямалетдин ағай былай ти: "Инде, балам, эшкә өйрәндең, көтөү ҙә көттөң, бәлки, быйыл да был кәсепте дауам итерһең..." Ә белемгә сарсаған малай үҙе күрше Рәтамаҡ ауылындағы мәктәпкә бара һәм документтарын тапшыра. Бик яҡшы уҡый. Аслыҡ ваҡыты булһа ла, белем алырға тип үҙ алдына изге маҡсат ҡуйған егет данлыҡлы Бәләбәй педагогия училищеһына юллана. Бында ла ул үҙен бик тырыш, талапсан уҡыусы итеп күрһәтә, юғары стипендия ала. Һөҙөмтәлә ҡыҙыл дипломға өлгәшә. Бындай теремек, белемгә ынтылған егет училище дипломы менән ҡәнәғәтләнәме һуң? Ул үҙенә Өфө ҡалаһын яуларға маҡсат ҡуя һәм мораҙына ирешә лә. Мәшәҡәтле, тынғыһыҙ студент йылдары ла шаулап-гөрләп үтеп китә.
1956 йылда Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Хәтип Сәлимгәрәев Иҫке Турай мәктәбендә физиканан уҡыта. Кластарҙа нисек тәртип урынлаштырырға, уҡыусыларҙы нисек үҙеңә ҡаратырға? Йәш уҡытыусы ана шул хаҡта уйлана. Был турала ул саҡтағы мәктәп директоры ла баш вата һәм радио түңәрәге ойошторорға тигән ҡарарға килә. Күп тә үтмәй, улар икәүләп поезд менән Өфөгә барып, баҙарҙан төрлө деталдәр һатып алалар. Педагогия училищеһында уҡығанда детекторлы радио тураһында ҡыҙыҡһынып йөрөгән Хәтип Сәлимгәрәев үҙенең хыялын тормошҡа ашыра. Түңәрәк ойоштороп, балаларҙы ла быға ылыҡтыра. Төшкә тиклем — дәрестәр, ә сәғәт 5-тә башлыса интернатта йәшәгән уҡыусылар өсөн түңәрәк алып бара. Балалар тәүҙә уҡытыусыны йотлоғоп тыңлай, һуңынан ағайҙары менән бергәләп радио деталдәрен йыя. Бында уларға беренсе радиоалғысты уйлап тапҡан ғалим Поповтың асыштары ярҙамға килгәндер, бәлки. Хатта лампалы көсәйткесте монтажлап, мәктәптәге кластарҙы радиолаштыралар. Көсәйткес аша ҡайһы класта уҡыусылар нимә эшләгәнен, ҡайһыһында тәртип йә тауыш сыҡҡанын самалап булған. Бик мауығып китеп, балаларҙың өйөнә һуңыраҡ ҡайтҡан саҡтары ла булғылаған.
Алты йылдан һуң уҡыусы күңеленә асҡыс табырға ынтылған, тәжрибә туплай башлаған, педагогтар коллективында аҙмы-күпме абруй ҡаҙанған уҡытыусыны Йәрмәкәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Билдәле, ойоштороу, хужалыҡ эштәре лә уның елкәһендә була. Директорҙың үҙенә урманға барып утын киҫешергә лә, тейәп алып ҡайтырға ла тура килә. Етәкселек эше Хәтип Ямалетдин улының күңеленә бер нисек тә ятмай, шуға ул үҙенә яҡын уҡытыусылыҡ эшенә кире күсә һәм районда беренселәрҙән булып физика кабинетын ойоштора.
Спорттағы уңыштары ла аҙ түгел, тик ул был хаҡта һөйләп бармай. Ә район уҡытыусылары араһында, шулай уҡ шахмат буйынса зона ярыштарында еңеү яулауын бөгөн дә хәтерләүселәр бар.
Шундай йылғыр, теремек кеше Хәтип ағай. Йәрмәкәй урамдарына ла туҙан төшөрмәй. Уҙаманды йыраҡтан уҡ сәләмләйҙәр, ҡайҙа ла ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Хаҡлы ялдамын тип тормай, ҡасандыр үҙе уҡытҡан мәктәпкә йыш бара, балалар менән аралаша, фәһемле кәңәштәрен бирергә ашыға.

Йәрмәкәй районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Иҫке Сибай балалары яңы мәктәптә белем аласаҡ

Иҫке Сибай балалары яңы мәктәптә белем аласаҡ 15.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында балалар емерек мәктәптә уҡыған....

Тотош уҡырға 83

Хеҙмәт “терапияһы” алғандар тормошҡа яраҡлаша
Бындай баһа – беҙгә генә!

Бындай баһа – беҙгә генә! 14.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан социаль өлкәне һәм социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә өлөш...

Тотош уҡырға 53

"Тәгәрмәсле"  табип килде

"Тәгәрмәсле" табип килде 14.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Красноусол (Ғафури районы) үҙәк район дауаханаһында күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй....

Тотош уҡырға 95

Кемдәр теләй, үтеп бөттөләр

Кемдәр теләй, үтеп бөттөләр 14.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибайҙың үҙәк дауаханаһында ҡала халҡын Өфөнән килгән бер төркөм табиптар хеҙмәтләндереүе тураһында...

Тотош уҡырға 81

Ҡулдарҙа – бәхет асҡысы!

Ҡулдарҙа – бәхет асҡысы! 12.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Сибайҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалып буй еткергән һигеҙ йәш кешегә бөгөн яңы фатир...

Тотош уҡырға 90

Ләйсәндең киләсәге өсөн тырышалар

Ләйсәндең киләсәге өсөн тырышалар 12.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тормошта еңелдән түгел, уларға...

Тотош уҡырға 114

“Ысыҡҡай”ҙа өмөт осҡондары ҡабына

“Ысыҡҡай”ҙа өмөт осҡондары ҡабына 12.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Балалар реабилитация үҙәгендә сәләмәтлекте нығыталар....

Тотош уҡырға 87

Хаҡлы ялдағылар хаҡында хәстәрлек күреү фарыз
Бурысты “бишле”гә үтәү мөһим

Бурысты “бишле”гә үтәү мөһим 12.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Етәкселек эшләмәгәнгә халыҡ яфа сигергә тейеш түгел....

Тотош уҡырға 84

Социаль ташлама Мәләүездә башлана

Социаль ташлама Мәләүездә башлана 11.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Был көндө Мәләүез районы хакимиәтендә ғәҙәти булмаған йәнлелек хөкөм һөрә ине: алты йәш ғаилә...

Тотош уҡырға 84

Йомағужа яңы талаптар ҡуя

Йомағужа яңы талаптар ҡуя 11.02.2019 // Социаль мәсьәлә

Күгәрсен районының Йомағужа ауыл Советы биләмәһендә үткәрелгән күсмә кәңәшмәлә район хакимиәте,...

Тотош уҡырға 64