Мин — мәғариф ветераны. Ҡырҡ йылға яҡын ғүмеремде балаларға белем, тәрбиә биреүгә арнаным. Беҙҙең заманда компьютеры ла, интерактив таҡтаһы ла, Интернеты ла булманы һәм был, минең ҡарашҡа, яҡшы ла ине. Бала белемде, аң-зиһенде — китаптан, гәзит-журналдарҙан, ә тәрбиәне ыңғай өлгөнән алып үҫте. Ә бөгөн нисек? Компьютер уйындары баланың аңын томаланы, Интернет уның булмышын виртуаль донъяға күсерҙе. Уҡытыусы абруйы хаҡында һөйләп тә тораһы түгел...
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһе ныҡ үҙгәрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ыңғай яҡҡа тип әйтә алмайым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1255 тапҡыр // Тотош уҡырға
Федераль Дәүләт статистика хеҙмәте 2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы. 2002 йылдан алып Рәсәй халҡы 2,3 миллионға кәмегән. Рәсәй Федерацияһында 142 миллион 857 мең кеше йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә илдә 8,5 мең ауыл юҡҡа сыҡҡан.
Рәсәй Федерацияһы донъяла халыҡ һаны буйынса Ҡытай (1 миллиард 335 миллион кеше), Һиндостан (1 миллиард 210 миллион), АҠШ (309 миллион), Индонезия (238 миллион), Бразилия (191 миллион), Пакистан (165 миллион), Бангладештан (147 миллион) ҡала һигеҙенсе урынды биләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 947 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бергә йәшәргә өйрәнәйек“Асыҡ мөхит” программаһы бар. Ә үҙебеҙ инвалидтарға асыҡбыҙмы?
Әле республикала 315 меңдән ашыу инвалид йәшәй. Үкенескә ҡаршы, уларҙың 14,5 меңе — балалар. Араларында үҙаллы хәрәкәтләнә алмау сәбәпле, фатирҙарынан сыға алмай йәшәгәндәре лә, коляска менән йөрөү өсөн махсус юлдар булмау арҡаһында йәмғиәттән айырылып көн итергә мәжбүр булғандары ла байтаҡ. I группа инвалидтары — 7 процент, II группаға ҡарағандары 40 процент самаһы тәшкил итеүе генә лә мәсьәләнең ни тиклем етди булыуына инандыра.
Инвалидтарға башҡалар кеүек үк йәнле тормош менән йәшәү, хоҡуҡтарынан файҙаланыу һәм әүҙемлектәрен арттырыу өсөн нимәләр ҡамасаулай һуң? Улар осрашҡан ҡаршылыҡтар киләсәктә юҡҡа сығырмы, тейешле шарттар тыуҙырылырмы? Һорауҙар күп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1049 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙҙең һандуғас”Шаранда Андрей Соловьевты белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Район үҙәк дауаханаһында теш табибы булып эшләй ул.
Һәр кешегә яҡты сырайлы, яғымлы, ипле һүҙле егетте бөтәһе лә хөрмәт итә.
Буш ваҡыттарында Андрей район мәҙәниәт йортона ашыға. Сыуашса ла, татарса ла бик матур йырлай. Уны “Беҙҙең һандуғас” тип кенә йөрөтәбеҙ. Бер ваҡыт Стәрлебашта үткән йәштәр һабантуйында ошондай мәрәкә лә була. Андрей йырлай башлағас, бөтә халыҡ, был бит мутлаша, Айҙар Ғәлимовтың яҙмаһын ҡуйған да үҙе ауыҙын асып-ябып ҡына тора, ти.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1071 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң яҡшы уҡытыусыларҙы дәртләндереүгә Башҡортостан Республикаһы 2012 йылда федераль бюджеттан 7,4 миллион һум аҡса аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин ошондай бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Иң яҡшы уҡытыусыларға премия биреү өсөн Рәсәй бюджетында барлығы 200 миллион һум аҡса ҡаралған. Әммә төбәктәрҙең барыһы ла субсидияны тигеҙ күләмдә алмаясаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1583 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙем — Дәүләкән үҙәк район дауаханаһының физиотерапия бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре хаҡында. Ҡала халҡы ла, ауылдарҙа йәшәүселәрҙең дә байтағы сәләмәтлеген ошо бүлексәлә нығыта. Уларҙың ярҙамына мөрәжәғәт итеүселәр күп, һәм һәр кем үҙ эшенең ысын оҫталары менән осраша.
Юлиә Шарапова етәкселек иткән бүлексәлә лазер һәм магнит терапияһы, дауалау физкультураһы, массаж яһау хеҙмәттәре күрһәтелә.
Юлиә Нәүис ҡыҙы дауа һөҙөмтәле булһын өсөн шәфҡәт туташтарынан табип күрһәтмәләренә иғтибарлы булыуҙы талап итә, теге йәки был дауа килешмәгән осраҡта мотлаҡ үҙенә мөрәжәғәт итеүҙе үтенә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1192 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уйландыра ауылым яҙмышы“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция! Һеҙгә Хәлил ауылы халҡы ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итә. Беҙҙә ике ҡатлы врач-амбулатор пункты файҙаланыуға тапшырылғас, халыҡ ныҡ ҡыуанғайны. Табиптарға күренергә тип күрше ауылдан ғына түгел, хатта Баймаҡ районы халҡы ла килде. Тик ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы. Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, “балнис”тың хәле мөшкөлләнде, врачтар ҙа китергә мәжбүр булды. Ә халыҡ тейешле медицина хеҙмәтенән мәхрүм ҡалды.
Бөгөн шәфҡәт туташтары ауыл халҡына ярҙам күрһәтеүен-күрһәтә, әммә тәжрибәле табиптарға мохтажлыҡ кисерәбеҙ. Ҡаты сирлеләр район дауаханаһына мөрәжәғәт итә. 40 саҡрым алыҫлыҡтағы район үҙәгенә ауырыу кешегә йөрөүе үтә ҡыйын, транспорт табырға кәрәк, ҡайһы саҡ барып та врачҡа инергә форсат булмай. Беҙҙе дауахананың киләсәге борсой, ике ҡатлы бина гел шулай буш торормо? Беҙҙең аһ-зарҙы кем ишетер?
Ком: 0 // Уҡынылар: 1436 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә йәшәүсе Ольга Люкина, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, шәфҡәтлелек акцияларында ихлас ҡатнаша, дуҫтарын да изгелек ҡылырға өндәй. Быйыл августа ул “Бала бәхете” фондын булдыра һәм үҙе лә мәрхәмәтлек сараларын ойоштора башлай. Йәмғиәт ҡарауһыҙ ҡалған, юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән, хәмер ҡолона әүерелгән балалар һәм үҫмерҙәрҙә даими хәстәрләй. Дүрт ай эсендә Ольга шуны асыҡларға өлгөргән: баҡһаң, мәрхәмәтлек ойошмалары үҙҙәре үк ярҙамға мохтаж икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 908 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яратҡан эш — ярты бәхет...Гәзиттәрҙе асып ҡараһаң, эшкә саҡырыусы белдереүҙәр йыш күҙгә салына. Урамдағы һәр бағана, һәр подъезд “юғары эш хаҡы” һәм “уңайлы шарттар” вәғәҙә иткән, хеҙмәттәшлеккә саҡырған иғландар менән сыбарланған. Әммә арабыҙҙа эшһеҙҙәр етерлек. Ярай әле, ҡалала бик тырышҡанда, ныҡышмалылыҡ күрһәткәндә, күңелеңә оҡшаған хеҙмәткә урынлашҡансы “әүрәп” торорлоҡ эш табырға була. Ауыл ерендә иһә халыҡтың яртыһы тиерлек ошо мәсьәлә менән көн дә осраша, аҡса табыуҙың төрлө юлдарын эҙләп аҙаплана.
Һуңғы арала йәш белгестәрҙең дә үҙ һөнәре буйынса урынлаша алмауы, йә дипломды һандыҡ төбөнәрәк һалып ҡуйып, башҡа төрлө эштәргә тотоноуы ғәҙәти күренешкә әүерелә бара. Нисә йыл буйы атай-әсәйеңдең аҡсаһын туҙҙырып, түҙемлек һәм сабырлығыңды һынап уҡы-уҡы ла дипломыңдың изгелеген күрә алма әле. Хаҡлыҡ юҡ, әлбиттә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1251 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ришүәтселектән Европа варианты ғына ҡотҡарырмы?Коррупцияға ҡаршы көрәш өлкәһендә Рәсәй ҡануниәтен камиллаштырыу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн Рәсәй коррупция рейтингында 143-сө урында, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, бер баҫҡысҡа юғарыраҡ. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ойошторолған "түңәрәк өҫтәл"дә лә тап ошо сетерекле мәсьәлә өйрәнелде. "Власть органдарында һәм урындағы үҙидаралыҡтарҙа коррупцияға ҡаршылыҡ күрһәтеү" тигән темаға үткән һөйләшеү башлыса коррупцияға ҡағылышлы закондарҙың аҙ булыуына ҡайтып ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1165 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 120 121 122 123 124 125 126 127 128 ... 131 Алға
Бит башына