24 кешегә — автомобильПроизводствола бәхетһеҙ осраҡтан зыян күргән һәм һөнәри сирҙәр менән яфаланған кешеләр “ВАЗ-2107” автомобиле аласаҡ. Ошо көндәрҙә Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов уларға документтар пакеты тапшырҙы.
Махсус автомашиналарҙа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы булһын өсөн барыһы ла ҡаралған, тип хәбәр итәләр ведомствола. Ғәҙәттәге идара итеү рычагтарының булыуы, йәғни кәрәк булғанда инвалидты башҡа водитель алмаштыра алыуын күҙ уңында тотоу ҙа айырыуса мөһим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 817 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нур сәсеүсе йондоҙ һымаҡ– Һаумыһығыҙ!
Ауыл урамы буйлап ҡупшы кейенгән алсаҡ йөҙлө ҡыҙ атлай. Юлда осраған һәр береһе менән йылмайып, итәғәтле итеп иҫәнләшә. Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Айзилә Аллабирҙина ул.
Күкһел ҡая-тауҙары менән дан алған Бөрйән районының Тимер ауылында тыуып үҫә Айзилә. Кескәй саҡтан уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ ҡыҙ мәктәптән һуң Белорет педагогия колледжының инглиз теле бүлегенә һынау тота. Төплө белемле абитуриент имтихандарҙы “йырлап” бирә. Ә уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алғас, ошо ауылға эшкә килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1464 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғри күңелле Әбдрәш ҡыҙыСибай институтында 1996 йылдан алып йәш ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн “Инеш” әҙәби-ижади түңәрәге эшләп килә. Етәксеһе — филология фәндәре кандидаты Нәйлә Ыласынова. Түңәрәктә шөғөлләнеүселәрҙең шиғырҙары матбуғат биттәрендә әленән-әле баҫылып тора. “Инеш”тәр төбәк яҙыусылары менән осрашыуҙар үткәрә, төрлө әҙәби кисәләрҙә ҡатнаша.
Түңәрәктең иң әүҙем ағзаһы Әлфирә Мәжитова — Әбйәлил районының Әбдрәш ауылы ҡыҙы. Бала саҡтан әҙәбиәткә ғашиҡ, шиғырҙар ижад итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенең өсөнсө курсында төркөм старостаһы ла ул. Һеҙҙең иғтибарығыҙға Әлфирәнең бер нисә шиғырын тәҡдим итмәксебеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1407 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәктәп балаһын ашатырлыҡ ил ҡайҙа?Бюджеттан бирелгән 1 һум 73 тин аҡсаға баланы туҡландырып буламы инде...
Беҙҙең балалар мәктәптә нисек туҡлана? Был мәсьәләнең мөһимлеге һәр кемгә яҡшы аңлашыла торғандыр, сөнки көндәлек аҙыҡта витаминдар һәм микроэлементтар етешмәү сәбәпле баланың физик үҫеше тотҡарланыуы ихтимал. Белгестәр ҙә уҡыусылар араһында таралған ҡайһы бер ауырыуҙарҙың туранан-тура туҡланыу режимына бәйле булыуы хаҡында һөйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1595 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғәҙеллек көтөп ҡартайған быуынЗәйтүнә апай кеүектәр һеҙҙең яҡтарҙа күренмәйме?
Хәсән ауылында йәшәгән етмеш алты йәшлек Зәйтүнә инәйҙең тормош хәлен ихатаһына кермәҫ элек үк шәйләргә була. Йорто иҫкергән, ҡыйығы ла, тәҙрәләре лә оҙаҡ хеҙмәт итеүҙән “ҡартайған”, ҡапҡаһы ла ҡубып төшөргә тора. Ихатаға аяҡ баҫыу менән йөрәк тынғыһыҙлап, сәнскеләп ҡуя, сөнки ҡура-тирәһенә тиҫтәләрсә йыл ир-ат ҡулы теймәгәнен күреү күңелгә бик ауыр.
Инәйебеҙ өйҙә булмай сыҡты. Күрше-күләненән һораштырабыҙ, ҡайҙалығын белмәйҙәр. Ниһайәт, уның урамдан ҡайтып килгәне күренде.
— Ҡыҙымды оҙатып йөрөнөм, — тине сибек кенә кәүҙәле, донъя хәсрәтенән йөҙө ҡара янған, күҙҙәре йәшкәҙәп торған инәйебеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1072 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үрҙәргә бер баҫҡысРаушания Уйылданова — башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенең V курсы студенты. Тырыш ҡыҙ күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһына лайыҡ булды.
Бөтә Рәсәй студенттары олимпиадаһында беренселекте яулаусы, “Йыл кешеһе-2010”, “Йыл студенты-2011” номинацияларында еңеүсе, институт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, ундан ашыу ғилми мәҡәлә, шиғри йыйынтыҡ авторы Раушания был стипендияны артылаһы үрҙәргә йәнә бер баҫҡыс тип һанай. Әле ул институттың редакция-нәшриәт үҙәгендә эшләй, студенттар өсөн баҫылған “Юлдаш” гәзите хәбәрсеһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1431 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көньяҡ Урал көҙгөһөРеспубликала алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе булған Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты 20 йылдан ашыу эшмәкәрлегендә ун мең тирәһе белгес әҙерләп сығарған. Уның директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов белем усағының бөгөнгө хәле, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
— Зиннур Ғөбәйҙулла улы, белеүебеҙсә, институт етәкселеге милли матбуғатҡа яҙылыу буйынса ҙур эш башҡара...
— Беҙҙең уҡыу йортонда белем алыусыларҙың 95 процентын ауылдан килгән студенттар тәшкил итә. Уларҙың күбеһе — башҡорт. Йәштәр туған телен, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1369 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъяны изгелек ҡотҡарырДонъяны изгелек ҡотҡарырҺуңғы осорҙа ата-әсә ҡарауынан мәхрүм сабыйҙарҙы патронат ғаиләгә, опекаға биреү эше киң йәйелдерелде. Күптәр был мәрхәмәтле тулҡынға ҡушылды, хатта республикала һуңғы йылдарҙа ике балалар йортоноң ябылыуын ишетеп ысын күңелдән ҡыуандыҡ, сабыйҙарҙың ғаиләлә тәрбиәләнеүен оло уңыш, бәхетле осраҡ тип ҡабул иттек.
Әммә бала уйынсыҡ түгел. Наҙға, йылы һүҙгә һыуһаған, аңлауға, яҡшы мөнәсәбәткә өмөт иткән кескәйҙәрҙең тормошонда көтөлмәгән һынауҙар, хыянаттар осрап ҡына тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 997 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңыраҡ Өфөлә үткән әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумы тәьҫораттары оҙаҡ ҡына һүрелмәҫ әле. Юғары кимәлдә уҙғарылған сарала һәр ғаиләгә тиерлек ҡағылған социаль мәсьәләләрҙән тыш, айырым категорияға ҡарағандарҙың баш ауыртыуына әүерелгән проблемалар ҙа фекер алышыуға сығарылды. Шуларҙың береһе — йылдар буйы һөйләп тә һаман да хәл ителмәгән, ахырынаса көйләнмәгән алимент мәсьәләһе.
Күп әсәләр өсөн алимент аҡсаһы — сабыйҙы тәрбиәләүҙә төп килемдәрҙең береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 874 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙыҡлы алымдар аша һәләт асылаСалауат ҡалаһындағы 1-се лицейға тәүге тапҡыр килгән кеше, бындағы таҙалыҡҡа, зауыҡ менән биҙәлгән класс бүлмәләренә ҡарап, хайран ҡалалыр, моғайын. Минең менән дә шулайыраҡ булды.
1998 йылда был мәктәптә булырға тура килгәйне, шуға күрә сағыштырырға ла мөмкинлек бар.
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостандағы күпселек белем усаҡтары үҙҙәренең эшмәкәрлеген “2100 йыл мәктәбе”, “Рәсәй мәктәбе” тип исемләнгән яңы программаларға таянып башҡара. Салауат ҡалаһының 1-се лицей уҡытыусылары иһә, креатив педагогика, заманса уҡытыу программаларынан тыш, ҡом менән һүрәт яһау, мультфильмдар төшөрөү алымын, япон мәҙәниәте серҙәрен дә уңышлы ҡуллана. Былары күҙгә ташланып торғандары ғына. Яңылыҡтарҙы һанай китһәң, бармаҡтар ҙа етмәҫ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1940 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 121 122 123 124 125 126 127 128 129 130 Алға
Бит башына