Әҙәм балаһы үҙ ғүмерендә нимәгәлер ышанып, өмөт итеп йәшәргә, үҙендә көс табырға ынтыла. Ана шул иртәгәһе көнгә өмөт, ышаныс йәшәтә лә инде кешене. Ошондай мәлдә Аллаһы Тәғәләнең ярҙамына ла, ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫына ла ышана, дин юлына баҫа. Хәҙер һәр ауылда тип әйтерлек мәсеттәр төҙөлә, мәҙрәсәләргә уҡырға инеүселәр һаны йылдан-йыл арта, дини университеттарҙа белем алып, дин әһеле булырға теләүселәр ҙә бихисап.
Ком: 0 // Уҡынылар: 97 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҡыйҙар күперле булдыБыйыл йәй Белорет районының иң төпкөл ауылдары Баҡый менән Һаралыға барғас, ошондай шарттарҙа ла түҙемле, тыуған нигеҙенә тоғро халыҡ йәшәй икән, тип берсә аптырап, берсә һоҡланып ҡайттым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 97 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ өсөн тырышаларТотош ғаиләләре менән үҙ тормоштарын матур һәм мәрхәмәтле эштәргә бағышлағандар бар. Шундай бәхетлеләр Балтас районында ла йәшәй. Ҡасандыр Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, невролог һөнәрен үҙләштергән Лилиә Ғафиф ҡыҙы менән уның иптәше хирург-уролог, эндоскопист Илмир Ғабдулхай улы – тәжрибәле табиптар, икеһе лә һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Район халҡы ғына түгел, бөтә кешелек ғорурланырлыҡ өлгөлө ғаилә улар. Лилиә һәм Илмир Ҡаһировтар балаларында ла ошо мәрхәмәтле эшкә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән, улар ҙа ата-әсәһенең юлын дауам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 79 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туранан-тура түләргә“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, тәүге ярты йыллыҡта илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың бурысы 20 процентҡа артып, 1,2 триллион һум тәшкил иткән. Икенсе кварталда дебитор бурыс 7,45 процентҡа кәмеһә лә, был мәсьәлә көнүҙәк булып ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 61 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡһаҡ Тимер исем ҡушҡан ерҙәБыйыл районда иң ҙурҙарҙан һаналған Учалы ауылына 280 йыл тулды. Районға исем биргән ултыраҡҡа нигеҙ һалыныу һәм уның атамаһының нисек килеп сығыу тарихы тураһында бер нисә легенда йөрөй. Беҙ иһә яҙыусы, тарихсы Рим Әхмәдовтың фаразына туҡталайыҡ: “Борон бында бәләкәй генә бер ауыл булған. Бер мәл башҡорт еренә Аҡһаҡ Тимер исемле хан килеп, иң һылыу ҡыҙҙың ҡулын һораған. Ауыл аҡһаҡалдары тәүҙә ризалыҡ бирә, һуңынан, ни сәбәптәндер, хандың теләгенә ҡаршы сыға. Асыуы килгән Аҡһаҡ Тимер ауылды яндырып үс ала. Һуңынан был урындарҙы “үс алды” тип йөрөтә башлайҙар. Учалы атамаһы ошолай килеп сыҡҡан да инде”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 130 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыуаттар – һыулы, Бикештә мәктәп ремонтландыРайонда бер нисә йыл уңышлы тормошҡа ашырылып килгән социаль проекттар араһында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ауыл халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Йылдар дауамында халыҡ үҙе был эштәрҙең теүәл үтәлеүенә шаһит һәм әле үк алдағы йылда программала ҡатнашыу өсөн тауыш бирә ала. Быйыл районда 19 проект тәҡдим ителеп, шуның 13-ө еңеп сығып, 9 миллиондан ашыу аҡсаға төрлө эш башҡарылған. Бөгөн район буйынса 11 ауыл биләмәһе – Беренсе Этҡол, Икенсе Этҡол, Ниғәмәт, Темәс, Аҡморон, Түбә, Урғаҙа, Ҡуянтау, Йомаш, Төркмән, Иҫке Сибай ауылдары документ эштәрен яйға һалырға тотонған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 84 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡат-ҡат инанған бер ғәмәл бар: бала бер ҡасан да, бер нәмәгә лә кәртә булып тора алмай, һәм быны иҫбатлаған миҫалдар бихисап. Бынамын тигән алмаш үҫтереү менән бер рәттән, төрлө йүнәлешле белем алырға, карьера баҫҡыстарынан күтәрелергә, бөтмәҫ мәшәҡәттәре менән бергә ҡушып, йорт-фатир хәстәрләргә, кино-театрҙарға йөрөргә, дуҫтар менән аралашырға, сәйәхәт итергә һәм башҡа мең эште теүәлләргә өлгөргән таныштар-дуҫтар бик күп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 51 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар туризмын үҫтереү зарурРөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә балалар туризмы темаһын күтәрҙе. Төбәк етәксеһенең фекеренсә, бөгөн Башҡортостан мәҙәни үҙәктәрҙең мөмкинлеген тулыһынса файҙаланмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 88 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сират “электрон”ға әйләндеСтәрлетамаҡта 3-сө почта бүлексәһе туғыҙ ай дауам иткән ремонт эштәренән һуң ҡабаттан үҙенең ишектәрен асты. Хәҙер унда халыҡты заманса шарттарҙа хеҙмәтләндерәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 100 тапҡыр // Тотош уҡырға
Владимир КУЛИКОВ: “Стәрлетамаҡ – үҫеш юлындаБыйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһы “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү яуланы. Мәртәбәле баһа – муниципалитеттың тормош көҙгөһө. Ҡала һуңғы арала төрлө кимәлдәге адреслы программалар ярҙамында йылдам үҫешә. Тормошҡа ашырылған проекттар хаҡында ҡала хакимиәте башлығы Владимир КУЛИКОВ менән әңгәмәләштек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 137 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 124 Алға
Бит башына